Атлығас

Атлығас (рус. Атлегач) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 398 кеше[1].Почта индексы — 452822, ОКАТО коды — 80259830003.

Ауыл
Атлығас
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 830 003

ОКТМО коды

80 659 430 106

ГКГН номеры

0522430

Атлығас (Рәсәй)
Атлығас
Атлығас
Атлығас (Башҡортостан Республикаһы)
Атлығас

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
317399398

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 25 км

Тарихы

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске-Елан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә килешеүе буйынса яһаҡлы мариҙар нигеҙ һалған. Килешеү тексы һаҡланмаған, әммә был XVIII быуат башында булған тип фаразларға була. 1748 йылдағы II ревизияла 149 мариҙы иҫәпкә алған. 1795 йылда V ревизия типтәр ҡатламына күскән 149 мириҙы иҫәпкә алған.[4][5]

1834 йылдағы VIII ревизия ваҡытында 52 йорт хужалығында 323 кеше йәшәгән. 1842 йылда уларҙың 9 дисәтинә усадьба ерҙәре, 440 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре, 141 дисәтинә бесәнлек һәм 400 дисәтинә урман ерҙәре булған. Ауылда 197 ат, 250 һыйыр, 300 һарыҡ, 130 кәзә булған. 3 һыу тирмәне, умартасыларҙың 40 умартаһы һәм 4 солоғо булған. 1859 йылда 416 керҙәш иҫәпкә алынған.[5]

1870 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 3-сө станы Атлығас ауылында 74 йорт хужалығы һәм 427 кеше (217 ир-ат һәм 210 ҡатын-ҡыҙ) сирмеш теркәлгән. Халыҡ ауыл хужалығы һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, ауылда 5 һыу тирмәне булған.[6]

1896 йылда Бөрө өйәҙе VII станы Кейекбай улусында 105 йортта һәм 620 кеше (317 ир-ат, 303 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, ауылда шарап лавкаһы булған[7]. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда барлығы 639 кеше йәшәй (318 ир-ат һәм 321 ҡатын-ҡыҙ), шуларҙың 616-һы мәжүси була.[8] 1897 йылда земство бер класлы мәктәбе асыла.[5]

1906 йылда ауылда 697 кеше йәшәй, земство мәктәбе, шарап лавкаһы һәм 2 аҙыҡ-түлек магазины булған.[4]

1917 йылда Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәте буйынса, ауылда 154 йорт хужалығында 810 мари һәм 14 урыҫ йәшәгән[9], 1920 йылда рәсми мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ ауылда 148 йорт хужалығында 693 кеше йәшәгән (320 ир-ат, 373 ҡатын-ҡыҙ).[1] 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Краснохольм улусына ҡарай.[10]

1930-сы йылдарҙа коллективлаштырыу башлана, «Ужара» колхозы ойошторола (1935 йылдан Чкалов исемендәге колхоз — Новотроицк ауылы менән бергә), бер үк ваҡытта дүрт класлы башланғыс мәктәп асыла[11]. 1939 йылда Яңауыл районының Ишбольдин ауыл советына ҡараған Атлығас ауылында 682 кеше йәшәй (322 ир-ат, 360 ҡатын-ҡыҙ).[12]

1940-сы йылдарҙа колхозда радиоузел, электр станцияһы, клуб (1948 йылда), хужалыҡтар һәм башҡа йәмәғәт биналары барлыҡҡа килә. 1950 йылда баҡса һәм ике умарталыҡ барлыҡҡа килә.[13] 1959 йылда Атлығас ауылында 691 кеше йәшәй (284 ир-ат, 407 ҡатын-ҡыҙ).[14] Шул уҡ йылда «Чкалов» колхозы Зайцево ауылындағы «Искра» колхозына беркетелә.[11]

1960 йылдарҙан Атлығас ауыл (село) булып иҫәпләнә. 1970 йылда Зайцев ауыл биләмәһендә 665 кеше йәшәй (302 ир-ат, 363 ҡатын-ҡыҙ).[15] 1979 йылда 565 кеше (265 ир-ат, 300 ҡатын-ҡыҙ).[16]

1981 йылда Атлығас Яңы Троицк ауылы менән бергә «Мир» колхозына берләшә. 1980-се йылдарҙа мәктәп бинаһы, таҡта ярыу цехы, колхоз йорттары төҙөлә, производство күрһәткестәре лә яҡшыра.[17] 1987 йылдың аҙағында Атлығас ауыл Советы ойошторола.[18] 1989 йылда Атлығас ауыл Советы үҙәге булған ауылда 408 кеше йәшәй (190 ир-ат, 218 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй.[19]

2002 йылда 317 кеше (166 ир-ат, 151 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә, күпселеге мариҙар (94 %)[2].

2008 йылда Атлығас ауыл советы бөтөрөлә һәм ауыл Ижбулды ауыл советына тапшырыла.[20]

2010 йылда 398 кеше (208 ир-ат, 190 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән.[3]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат