Өфө губернаһы

Рәсәй империяһы губернаһы
ИсемеӨфө губернаһы
ҮҙәгеӨфө
Ойошторолған1865
Майҙаны122 005 км²
Халҡы2 567 000

Өфө губернаһы — XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе).Үҙәге — Өфө ҡалаһы.

Өфө губернаһының 1821 йылғы картаһы

Тарих

Өфө губернаһы 1865 йылда ойошторолған; бығаса уның майҙаны Ырымбур губернаһына ҡараған булған.1865 йылдың майында ойошторолған Өфө губернығы составына хәҙерге Башҡортостан Республикаһының төп өлөшө ингән. Хәҙерге Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш сиктәре революцияға тиклемге административ-террирориаль бүленешкә тура килә тиерлек. Көньяк-көнсығыш Башҡортостан Ырымбур губернаһы эсенә урынлашҡан булған. Һәр губерна үҙ эсенә бер нисә өйәҙҙе алған. Өфө губернаһында Бөрө,Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрен эсенә алған. Ырымбур губернаһына Ырымбур, Орск, Үрге Урал, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре ингән.

Бер нисә ауылды берләштергән иң бәләкәй территориаль берәмек булып волость һаналған, уларҙың һаны даими артып торған. 1917 йылдың көҙөнә Өфө губернаһында бөтәһе 222 волость булған.

Халҡы

Өйәҙҙәр һаны — 6, ҡалалар һаны — 6, волостар һаны — 160. 1897 йыл. Ҡала кешеләре — 107 303 кеше, ауыл кешеләре — 2 089 339 кеше.

Милли составы
ӨйәҙҙәреБашҡорттарУрыҫтарТатарҙарМариҙарСыуаштарТиптәрҙәрһәм МещёраМордваларУдмурттар
Бөтәһе41,0 %38,0 %8,4 %3,7 %2,8 %2,8 %1,7 %1,0 %
Бәләбәй өйәҙе53,8 %20,4 %11,3 %1,7 %7,3 %2,2 %2,4 %
Бөрө өйәҙе52,7 %28,4 %13,3 %4,3 %
Златоуст өйәҙе27,7 %65,5 %1,1 %4,2 %1,2 %
Минзәлә өйәҙе32,4 %32,6 %28,2 %3,9 %1,2 %
Өфө өйәҙе30,7 %61,2 %1,2 %1,1 %2,7 %1,0 %
Стәрлетамаҡ өйәҙе35,4 %40,0 %6,2 %7,3 %4,9 %4,9 %

Төбәктең боронғо тарихы

Тарихи Башҡортостан мәҡәләһен ҡара.

Административ бүленеш тарихы

Тәүҙә, 1708 йылда был төбәк Ҡазан губернаһына индерелә.

  • 1719 йылда Ҡазан губернаһында Өфө профинцияһы булдырыла, уға Өфө, Бөрө һәм Минзәлә ҡалалары инә.
  • 1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторолғас, Өфө провинцияһы уға индерелә.
  • 1781 йылда Өфө наместниклығы булдырыла; ул Өфө һәм Ырымбур өлкәләренән торған була.
  • 1796 йылда Өфө наместниклығына «Ырымбур губернаһы» тигән яңы исем бирелә.
  • 1865 йылда Өфө губернаһы булдырыла; уға Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре ингән була.
  • 1866 йылда исеме «Өфө земствоһы» тип үҙгәртелә.

XX быуат башында губернаның майҙаны 122 005 км², халҡы 2567 мең тәшкил итә.

Административ бүленеше

ӨйәҙӨйәҙ ҡалаһыМайҙан, кв. саҡрымХалыҡ, кеше
1БәләбәйБәләбәй22 162368 201
2БөрөБирск24 614,8428 761
3ЗлатоустЗлатоуст18 455,7129 194
4МинзәләМинзәлә11 640,6391 868
5СтәрлетамаҡСтәрлетамаҡ18 692,2331 949
6ӨфөӨфө17 184375 718


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары