Аҙнабаев Булат Әхмәр улы

ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).

Аҙнабаев Булат Әхмәр улы
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө7 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (58 йәш)
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрөғалим
Эш урыныБашҡорт дәүләт университеты[1]
Уҡыу йортоОктябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1]
Ғилми дәрәжәтарих фәндәре докторы[d][1] (2007)

Биографияһы

Булат Әхмәр улы Аҙнабаев 1966 йылдың 7 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы Әхмәр Аҙнабаев — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре.

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм 1992 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалында тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеге

Булат Аҙнабаевтың фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм социаль структураһы формалашыуы, күсмә һәм ярым күсмә халыҡтарҙың Рус дәүләте составына ҡушылыуы проблемаларына, сығанаҡтар өйрәнеүҙең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә арналған. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

  • Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв.: землевладение, состав, служба. — Уфа, 1999.
  • Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). — Уфа, 2005.
  • Копия жалован­ной грамоты Иоанна Василье­вича башкиру Уранской волос­ти Авдуаку Санбаеву //Вестник Баш­кирского университета. 2009. Т.14. №3.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары