Баграмян Иван Христофорович

Иван Христофорович (Ованес Хачатурович) Баграмян (әрм. Հովհաննես Քրիստափորի Բաղրամյան; 20 ноябрь (2 декабрь) 1897 йыл — 21 сентябрь 1982 йыл, Мәскәү) — СССР полководецы. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1977), ете Ленин ордены (1944, 1945, 1947, 1957, 1967, 1972, 1977) кавалеры. Советтар Союзы Маршалы, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.

Баграмян Иван Христофорович
әрм. Հովհաննես Քրիստափորի Բաղրամյան
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө20 ноябрь (2 декабрь) 1897[2] или 2 декабрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыныЧардахлы[d], Елизаветпольский уезд[d], Елизаветпольская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө21 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3][4][…] (84 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыныКремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрөофицер
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоРәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
ҠатнашыусыКПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби званиеСоветтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткән1-й Прибалтийский фронт[d], 16-я армия[d], 11-я гвардейская армия[d], 3-й Белорусский фронт[d] һәм Прибалтийский военный округ[d]
Һуғыш/алышБеренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Сардарапатское сражение[d]
Ғәскәр төрөпехота[d] һәм артиллерия[d]
Ойошма ағзаһыКПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Йөҙ ҡылдарыусы щёточкой[d]
 Баграмян Иван Христофорович Викимилектә

Иртә йәштәге биографияһы һәм Граждандар һуғышы

1897 йылдың 20 ноябрендә (2 декабрь) Елизаветполь губернаһында Чардахлы ауылында[5], бай булмаған әрмән ғаиләһендә тыуа. Тыуғандағы исем-шәрифе — Ованес Хачатурович. Атаһы, Хачатур Карапетович, тимер юлында эшләй, үҙ аллы белем ала һәм артель старостаһы була. Әсәй, Мариам Артемовна, ауыл тимерсеһе ғаиләһенән, үҙен тулыһынса бала тәрбиәләүгә бағышлай.

Башланғыс белемде Елизаветполь әрмән сиркәү-мәхәллә мәктәбендә ала. Аҙаҡ 1907—1912 йылдарҙа -Тифлис тимер юл училищеһында, ә 1912—1915 йылдарҙа техник училищела уҡый, уны тамамлағас техник-практик булып эшләй.

И. Х. Баграмян шәхси эш өсөн автобиографияһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

«9 йәштән ике класлы тимер юл училищеһында тырышып уҡыным, һуңынан ата-әсәйемә матди ауыр булһа ла — Тифлис тимер-юл техник училищеһында уҡыным (1912—1915). Ике училищены ла яҡшы баһалар менән тамамланым».

Тимер юлында бер нисә ай ғына эшләп ҡала, 1915 йылда армия сафына доброволец булып инә. Хеҙмәтен запас пехота батальонында башлай, һуңынан 2-се сик буйы пехота полкында дауам итә һәм 1917 йылдың ғинуарынан Кавказ запас кавалерия полкында хеҙмәт итә. Батыр һәм белемле кеше булараҡ, прапорщиктар мәктәбенә йүнәлтелә, уны 1917 йылда тамамлай.

Февраль революцияһынан һуң «Дашнакцутюн» әрмән партияһын яҡлай һәм Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң генерал Мовсес Силиков етәкселегендәге Беренсе Әрмән Республикаһы әрмән дивизияһының 3-сө уҡсылар һәм 1-се кавалерия полктары составында төрөк ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1920 йылдың декабрендә дашнак хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәреүселәргә ҡушыла, үҙ ирке менән1-се Әрмән эскадроны командиры сифатында Әрмән Ҡыҙыл армия сафына баҫа. 11-се армия составында командир вазифаларында дашнактарҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә һәм Әрмәнсәтандың төньяғында, һуңынан Грузияла совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша.

1921 йылдың февраленә тиклем эскадрон командиры, командирҙың хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсыһы булып ҡала. 1921 йылдың март — сентябрендә Грузиялағы Әрмән СССР-ы Хәрби вәкиллегенең секретары вазифаһын биләй, һуңынан үҙенең элекке вазифаһына кире ҡайта.

1923 йылдың декабренә тиклем полкы разведкаһы мөдире була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Мержанов Мартын Иванович. Солдат, генерал, маршал: (О Баграмяне И. Х.) / Мартын Мержанов.. — М.: Политиздат, 1974. — 128, [4] с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз. (обл.)
  • Василевский Александр Михайлович Маршал Советского Союза И. X. Баграмян // ВИЖ. 1977. № 12. С. 11.
  • Денисов Н. Доблесть и слава полководца // Герои огненных лет. — М., 1984. Кн. 7.
  • Абрамов А. С. У Кремлёвской стены. — Изд. 7-е, доп. — М.: Политиздат, 1987.
  • Советская Военная Энциклопедия. — 2 изд. — Т. 1: — М.: Воениздат, 1990. С. 293.
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. — М., 1996.
  • Егоршин В. А. Фельдмаршалы и маршалы. — М., 2000.
  • Лазарев Сергей Евгеньевич Превратности карьеры маршала И. Х. Баграмяна // Учёные записки Орловского государственного университета. 2011. № 1 (39). Гуманитарные и социальные науки. С. 37-44.
  • Карпов Владимир Васильевич. Маршал Баграмян: Мы много пережили в тиши после войны. — М., 2006.
  • Калинин Г. А. 2016 йыл 28 октябрь архивланған. «Что нам делать с Генералиссимусом Победы? 2016 йыл 1 апрель архивланған.»// На сайте kalininga.ru 2016 йыл 28 октябрь архивланған.
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары