Барабановка (Яңауыл районы)

Барабановка (рус. Барабановка) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 373 кеше[1].Почта индексы — 452812, ОКАТО коды — 80259875003.

Ауыл
Барабановка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 875 003

ОКТМО коды

80 659 475 106

ГКГН номеры

0522434

Барабановка (Рәсәй)
Барабановка
Барабановка
Барабановка (Яңауыл районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Барабановка

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
405406373

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һандуғас): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 20 км

Тарихы

Ауыл 1859 йылдан билдәле[4] X ревизияла 10 йорт хужалығында 210 удмурт иҫәпләгән.[5]

1870 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 3-сө станы Барабанов ауылында 35 йорт хужалығында 241 кеше йәшәгән (124 ир-ат һәм 117 ҡатын-ҡыҙ типтәр ҡатламында удмурттар). Халыҡ ауыл хужалығы һәм урман хужалығы менән шөғөлләнгән.[6]

1896 йылда Бөр өйәҙенең IV станы Яңы Кирге улусы Барабановка ауылында (Пештерек) 64 йорт хужалығында 450 кеше (213 ир-ат, 237 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән[7]. 1906 йылда — 468 кеше.[4]

1912 йылда өйәҙҙә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Барабановка ауылы (Пештеряк) Яңы Ҡирге улусының Яңы Ҡирге ауыл общинаһы составына инә. Ауылда 78 керҙәш йәшәгән (уларҙың 1-е ер бүлеүһеҙ). 533 кеше йәшәгән (266 ир-ат, 267 ҡатын-ҡыҙ). Бүлеү ерҙәренең күләме 683 дисәьтнә тәшкил итә (шуларҙың 37-һе ҡуртымға бирелгән), шул иҫәптән 629 дисәтинә һөрөнтө ерҙәр һәм ятҡылыҡтар, 12 дисәтинә усадьбы, 5 дисәтинә бесәнлек һәм 37 уңайһыҙ ерҙәр. Шулай уҡ 364,1 дисмәтинә ер ҡуртымға бирелгән (күбеһенсә коллектив ҡулланыу). Сәсеү майҙаны 714,97 дисәтинә тәшкил итә, шуларҙың 43,7 проценты арыш, 42,1 % — һоло, 6,4 % — ҡарабойҙай, 2,6 % — борсаҡ, 2,2 % — пульба, башҡа культуралар сәсеү майҙанының 2,9 процентын биләй. Эре мөгөҙлө малдар: 249 ат, 266 эре мөгөҙлө мал, 907 һарыҡ һәм 22 кәзә була. 1 хужалыҡта бал ҡорттарының 2 даданы бар. 2 кеше һөнәрселек менән шөғөлләнгән[8].

1920 йылда рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 84 йорт хужалығы һәм 457 кеше (193 ир-ат, 264 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә[9], Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәте буйынса 85 йорт хужалығында — 485 удмурт, 26 башҡорт була.[10] 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл улусына ҡарай.[9]

1931 йылда бында «Поташ» колхозы рйршторола.[11] 1939 йылда Яңауыл районының Әрлән ауыл советы Барабановка ауылында 470 кеше йәшәй (218 ир-ат, 252 ҡатын-ҡыҙ).[12]

1951 йылда «Поташ» колхозы «Матросов» колхозы составына инә, 1957 йылда ул «Мичурин» колхозы составына күсерелә. 1954 йылда Әрлән ауыл советы Максимовка ауыл советы составына индерелә, 1958 йылда Һандуғас тип үҙгәртелә.[11]

1959 йылда Барабановка ауылы Һандуғас ауыл Советына ҡарай, 605 кеше йәшәй(265 ир-ат, 340 ҡатын-ҡыҙ), ә 1970 йылда ауылда 616 кеше (280 ир-ат, 336 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә.[13], в 1970-м уже в селе — 616 человек (280 мужчин, 336 женщин)[14]

1979 йылда унда 506 кеше йәшәй (230 ир-ат, 276 ҡатын-ҡыҙ).[15] Ошо йылда "Мичурин" колхозының заманса сусҡасылыҡ комплексы сафҡа индерелде[11].

1989 йылда ауылда 414 кеше йәшәй (185 ир-ат, 229 ҡатын-ҡыҙ).[16]

2002 йылда 405 кеше (194 ир-ат, 211 ҡатын-ҡыҙ), күпселек удмурттар (96 %)[2].

2010 йылда 373 кеше (179 ир-ат, 194 ҡатын-ҡыҙ).[3]

Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ станцияһы, ауыл клубы, китапхана бар[4], һуңғы ваҡытҡа тиклем башланғыс мәктәп эшләне.[11]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат