Белая Калитва

Белая Калитва — Рәсәй ҡалаһы (1958), Ростов өлкәһе Белая Калитва районының, шулай уҡ Белая Калитва ҡала биләмәһенең административ үҙәге.

Город
Белая Калитва
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Белокалитвинский

Координаталар

48°10′00″ с. ш. 40°47′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1703

Элекке исеме

Усть-Белокалитвенская станицаһы

Город с

1958

Халҡы

41 220[1] кеше (2016)

Телефон коды

+7 86383

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 206 501

Код ОКТМО

60 606 101 001

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Белая Калитва (Рәсәй)
Белая Калитва
Белая Калитва
Белая Калитва (Ростов өлкәһе)
Белая Калитва
Калитва йылғаһы һәм Маяковский исемендәге парк күренеше

Халҡы — 41220 кеше (2016)

Географияһы

Ҡала һәм район Ростов өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, Донецк ярының көнсығышында, Дондың иң ҙур ҡушылдығы — Северский Донец ярында урынлашҡан. Ҡала үҙе Донецкка ҡойоусы Калитва һәм Лихая йылғалары тамағында ултыра. Северский Донецтың уң яҡ ҡаялы ярының ҡала янындағы иң бейек нөктәһе диңгеҙ кимәленән 148,8 метр бейеклеккә етә. Белая Калитва ҡала биләмәһе территорияһының майҙаны — 16 495 га.

Тарихы

Ҡала Калитва йылғаһының Северский Донецҡа ҡойған урында, Дондағы Ростовтан 168 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тулы һыулы дүрт йылға киҫешкән районда борондан халыҡ йәшәгән: ҡаҙыныу эштәре барышында табылған предметтар бында 4000 йыл элек кешеләр йәшәгәнен раҫлай. Табылдыҡтар бронза быуатының бура мәҙәниәтенә ҡарай. 30 йыл элек ҡаланың бер йорт ихатаһында ерләү һәм бронза быуатының катакомба мәҙәниәте предметтары табыла (беҙҙең эраға тиклем 2000 йыл). Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, «Слово о полку Игореве» әҫәрендә һүрәтләнгән рустарҙың 1185 йылда ҡыпсаҡтар (ҡомандар) менән бәрелеше Калитва һәм Быстрая йылғалары араһында була. Тарихсы В. А. Афонасьев, Игорь ғәскәренең юлы хәҙерге Донбасс аша үтеп, Калитва эргәһендә, Северский Донецтың һул яҡ ярында тамамлана, тип белдерә. Быстрая — ул саҡта тулы һыулы — Каяла. Икенсе тикшеренеүсе В. И. Стрелецкий, Каяла — ул Калитва, тип һанай.

Хәҙерге ҡала урыныда беренсе казак биләмәһе 1703 йылда Пётр I указы — казактарға: Сысой Ермолаевҡа, Михаль Никитинға, Емельян Дорогальныйға һәм үтенес яҙған уларҙың дуҫтарына Белая Калитва йылғаһындағы яңы станицаны нигеҙләргә рөхсәт биргән ғәскәри грамота буйынса барлыҡҡа килә. Был дата рәсми рәүештә Усть-Белокалитва станицаһының (хәҙерге ваҡытта Белая Калитва ҡалаһы) барлыҡҡа килеүе тип билдәләнә. Станица дүрт өлөшөнтән тора: Майҙан, Низовка, Бугор һәм Заяровҡа. 1937 йылдың 13 сентябрендә Ростов өлкәһе ойошторолғандан һуң, уның составына үҙәге Усть-Белокалитва станицаһында булған Белая Калитва районы ла инә. Уның революцияға тиклем булған һәм хәҙерге барлыҡ тарихы казаклыҡ менән бәйле. 1918 йылдың майында Усть-Белокалитвала бер нисә көн Т. Е. Ворошилов командованиеһындағы 5-се һәм 3-сө Украина Ҡыҙыл армияларының штабы була. Граждандар һуғышы йылдарындағы Вешенск ихтилалы ваҡытында — 1919 йылдың 10 (23) феврале — Усть-Белокалитва станицаһы ҡоралланырға һәм совет ғәскәрҙәренә ҡаршы торорға ҡарар итә[2].

Бөйөк Ватан һуғышында Белая Калитва ярты йыл (20 июль 1942 йыл — 19 ғинуар 1943 йыл) немец оккупацияһында була. Уны азат итеү Сталинград һуғышы зонаһында бара. Ил һәм ҡала (ул ваҡытта биләмә) өсөн ауыр ваҡытта лейтенант Аннаклыч Атаев командалығында һигеҙ милләттән булған өс тиҫтә һалдат Белая Калитва эргәһендә панфиловсыларҙың ҡаһарманлығын ҡабатлай; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эскадроны бейеклекте алып, уны тәүлектән артыҡ тотоп тора. А. Атаевҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Белая Калитва урамдарының береһе Башкавдивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
1745177518001860189619261939[3]1959[4]1967[3]1970[5]1979[6]
44711342463963875583745820023 53329 00030 85738 038
1989[7]1992[3]1996[3]1998[3]2000[3]2001[3]2002[8]2003[3]2005[3]2006[3]2007[3]
47 80348 80049 50048 60047 70047 30047 34747 30046 20045 60045 100
2008[3]2009[9]2010[10]2011[3]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]2016[1]
44 80044 20543 65143 70042 92342 44142 18541 73441 220


2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 375 Рәсәй Федерацияһының 1112[15] ҡалаһы араһында [16] 375-се урында була.

  • 1745 йыл — 92 приход ихатаһы була, уларҙа — 235 ир-ат, 212 ҡатын-ҡыҙ йәшәй[17].
  • 1775 йыл — 160 ихата, 562 ир-ат, 572 ҡатын-ҡыҙ.
  • 1800 йыл — 270 приход йортонда 1231 ир-ат, 1232 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
  • 1860 йыл — станицала 990 йортта 895 ир-ат, 9638 ҡатын-ҡыҙ..
  • 1896 йыл— 3740 ир-ат, 3818 ҡатын-ҡыҙ.
  • 1926 йыл— дөйөм хужалыҡтар һаны 946, ир-аттар — 1728 (шул иҫәптән казактар — 1107), ҡатын-ҡыҙҙар — 2017 (шул иҫәптән казактар — 1376)[18]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат