Белоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944)

Белоруссияла немец оккупацияһы — немец ғәскәрҙәренең 1941—1944 йылдарҙа БССР территорияһын оккупациялауы (1941 йыл сиктәрендә)

Белоруссияла немец оккупацияһы
Рәсем
Тамамланыу датаһыавгуст 1944
 Белоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944) Викимилектә
Айнзац «А» төркөмөнөң карта-отчеты

Немец ғәскәрҙәре БССР территорияһын тулыһынса баҫып алғандан һуң, ул түбәндәге идара итеү зоналарына бүленә: «Үҙәк» армиялар төркөмө тылы, «Остланд» һәм «Украина» рейх комисариаттары, «Көнсығыш Пруссия» генераль округы[1].

Оккупацияланған территорияла Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып совет партизан ойошмалары хәрәкәт итә. Шулай уҡ 1941 йылдан бында поляк партизан көстәренең эшмәкәрлеге таралған була, ә поляк йәшерен ойошмалары 1939—1941 йылдарҙа ла була. Брест һәм Пинск өлкәләренең ҡайһы бер райондарында украин милләтселәре: Полесье сечь-УПА һәм ОУН-УПА хәрәкәт итә.

Милли сәйәсәт

Кискеһен Минскиҙа йөрөүҙе сикләү тураһында бойороҡ, 1941 йыл
Минск янында немец һалдаттары, 1941 йылдың авгусы

Өсөнсө рейх баҫып алған БССР территорияһында оккупация аҫтында яҡынса 8 000 000 кеше, шулай уҡ 900 000 совет хәрби әсире була[2]. Немец хакимиәте тарафынан геноцид, талау һәм көс ҡулланыу сәйәсәте үткәрелә.

Оккупанттар иң тәүҙә урындағы халыҡтың гражданлыҡ азатлығын сикләй. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә. Оккупацияланған территорияла йәшәгән бөтә халыҡ мотлаҡ иҫәпкә алынырға һәм урындағы хакимиәттәрҙә теркәлергә тейеш була. Бөтә ойошмалар эшмәкәрлеге, шулай уҡ митингылар һәм йыйылыштар үткәреү тыйыла. Үткәреү режимы индерелә, комендант сәғәте эшләй. Һуғыштың тәүге көндәренән үк немецтар дөйөм таҙартыуҙар үткәрә: коммунистарҙы, комсомолецтарҙы, совет власы активистарын, интеллигенция вәкилдәрен үлтерә. Айырыуса аяуһыҙлыҡ менән халыҡтың «раса яғынан зарарлы» өлөшө: йәһүдтәр, сиғандар, физик һәм психик ауырыуҙар юҡ ителә.

Халыҡты күпләп юҡҡа сығарыуҙы махсус оператив төркөмдәр — махсус һәм оператив төркөмдәргә бүленгән айнзац төркөм башҡара[3].

Белоруссия территорияһында нацистар 260 концентрацион лагерь, уларҙың филиалдары һәм бүлексәләре булдыра[4]. Тростенецкий үлем лагеры иң ҙуры була, унда һуғыш йылдарында 206 500 кеше үлтерелә[5].

Йәһүдтәрҙе үлтереү алдынан йөҙләгән тораҡ пункттарҙа махсус йәшәү зоналары — гетто ойошторола. Белоруссияла бөтәһе 300-ҙән ашыу гетто булдырыла. Иң ҙур геттолар Минск, Гродно, Бобруйск, Баранович, Брест, Пинск, Слоним, Гомель ҡалаларында була. Йәһүдтәр «йәһүд мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү» сәйәсәте сиктәрендә системалы, маҡсатлы рәүештә юҡҡа сығарыла.

Немец оккупацион властары тарафынан язалау экспедициялары (партизандарға ҡаршы операциялар) киң ҡулланыла. Тотош райондар юҡ ителә, улар «сүллек зоналарына» әүерелә. Оккупацияһы осоронда 140-тан ашыу каратель экспедицияһы үткәрелә. Уларҙың беренсеһе — «Припять һаҙлыҡтары» — 1941 йылдың июль — август айҙарында Брест, Минск, Пинск һәм Полесье өлкәләре территорияһында үтә. Операция ваҡытында немец отрядтары тарафынан 13788 кешене атып үлтерелә[6]. Бөтә осорҙа 628 тораҡ пункт халҡы менән бергә юҡ ителә, 5295 тораҡ пункты халҡының бер өлөшө менән юҡ ителә[7].

Иң ҙур язалау операциялары — «Яҙғы байрам», «Бөркөт», «Өсмөйөш», «Тылсымлы флейта», «Котбус», «Герман». Воложский, Ивенецкий, Любчанск, Яңы Грудский һәм Юратишков райондарында үткәрелгән «Герман» (1943 йылдың июль — авгусы) экспедицияһы һөҙөмтәләре тураһындағы отчетта Курт фон Готберг Берлинға 4280 кеше үлтерелеүе, 20944 кешенең, шул иҫәптән 4180 баланың әсирлеккә алыныуы тураһында хәбәр итә. Немец һалдаттары 3145 тауыҡ, 6776 һыйыр, 499 быҙау, 9571 һарыҡ, 1517 сусҡа һәм 100-ҙән ашыу ауыл хужалығы машинаһы тартын ала[7].

Белоруссияла немец оккупацияһы осорондағы листовка: «Германияға эшкә бар. Яңы Европа төҙөүгә ярҙам итеү»

Немец оккупацион властары йыш ҡына балаларҙан ҡан ала. Урындағы халыҡ миналанған участкаларҙы таҙартыуға йәлеп ителә, уларҙы партизандарға һәм Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә ҡаршы барған хәрби операцияларҙа «тере ҡалҡан» итеп файҙаланалар. Немец хакимиәте халыҡты Германияға, Австрияға, Францияға, Чехияға эшкә алып китә. Бындай ирекле хеҙмәткәрҙәрҙе остарбайтерҙар тип атайҙар. Белоруссиянан 400 меңгә яҡын кешене китә, уларҙың 186 меңе эштә үлә[8].

Баҫып алынған райондарҙың бөтә иҡтисади һәм тәбиғи ресурстары немец милке тип иғлан ителә. Мәжбүри хеҙмәт индерелә. Көнсығыш Европала иҡтисади сәйәсәттең асылын (шул иҫәптән Белоруссияны ла индереп) рейхсмаршал Герман Герингтың рейх комиссарҙарына 1942 йылдың авгусындағы талаптары буйынса баһаларға мөмкин[8]:

Һеҙ унда халҡыбыҙҙың именлеге өсөн эшләргә ебәрелгәнһегеҙ, ә бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да алырға кәрәк. Әгәр һеҙ миңә баҫып алынған өлкәләрҙә йәшәүселәр аслыҡтан үлә тип әйтһәгеҙ, миңә барыбер. Үлһендәр, тик немецтар ғына иҫән булһын. Мин барыһын да эшләйәсәкмен — һеҙгә ышанып тапшырған тапшырыуҙарҙы тормошҡа ашырырға мәжбүр итермен. Әгәр ҙә һеҙ быны эшләй алмайһығыҙ икән, органдарҙы аяҡҡа баҫтырам.

Белоруссия халҡы көс еткеһеҙ түләүҙәр һалына: гектарынан 3 килограмм иген, һәр һыйырҙан 350 литр һөт, бер ихатанан 100 килограмм сусҡа ите, һәр тауыҡтан 35 йомортҡа, ихатанан 6 килограмм ҡош ите, һәр һарыҡтан 1,5 килограмм йөн һәм бер кешенән уртаса 100 һум[9].

Белоруссия территорияһында немец хакимиәте үткәргән бөтә был саралар азатлыҡ хәрәкәтенең күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Һуғыштың тәүге көндәренән үк белорустар немец оккупацион властарына ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Төрлө сикләүҙәр һәм һалымдар индерелгәндән һуң, тыныс халыҡ араһындағы ризаһыҙлыҡ ҡырҡа арта, һәм был паризандар хәрәкәтен ойоштороу өсөн уңайлы шаттар барлыҡҡа килә.

Немец властары Белоруссия территорияһында 1942 йылдан башлап ярҙамсы полицияға өҫтәмә рәүештә хәрби-полиция көстәре, шул иҫәптән Белорус үҙ-үҙеңде яҡлау корпусы ойоштора.

Һуғыш ваҡытында Белоруссияның кеше, матди һәм мәҙәни юғалтыуҙары

Белоруссияны оккупациялауҙың өс йылында немец-совет фронтының икеләтә үтеүе, партизан төркөмдәренең ҡораллы бәрелештәре ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерә: 2 000 000 кеше (шул иҫәптән 250 000-ҙән 1 000 000-ға тиклем йәһүд[10]) һәләк була, яҡынса 3 000 000 кеше йортһоҙ ҡала[11]. Белоруссияла немец оккупацияһы ваҡытында ҡорбандарҙың теүәл һанын билдәләүе ҡыйын. Совет осоронда Белоруссияның һәр дүртенсе кешеһе һәләк булған тип иҫәпләү ҡабул ителгән. Икенсе донъя һуғышынан һуң 20 йыл үткәс, рәсми рәүештә ҡорбандар һаны 2 200 000 кеше тип билдәләйҙәр[12]. Тәүге тапҡыр һәләк булғандар һаны 1944 йылда «немец-фашист оккупанттарының енәйәттәрен тикшереү буйынса Ғәҙәттән тыш комиссия» мәғлүмәттәрен дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә билдәле була.

ӨлкәләрТныс халыҡ юҡ ителәХәрби әсирҙәр үлтереләГерманияға алып кителгән
1Бобруйск82 19454 01315 275
2Барановичи181 17988 40733 773
3Брест159 52638 85830 008
4Витебск151 42192 89168 434
5Гомель53 630114 47616 745
6Гродно111 20841 33053 965
7Могилев71 60259 13421 436
8Молодечненск42 37334 6528 828
9Минск317 515101 59029 815
10Полесье37 9813 12023 047
11Пинск95 38524 61330 861
12Полоцк105 211157 00752 599
Бөтәһе1 409 225810 091384 786[13]

Шул уҡ ваҡытта, әгәр һәләк булған тыныс халыҡ һаны һорауҙар тыуҙырмай. Үлтерелгән хәрби әсирҙәр һаны билгеле түгел, сөнки һуғышҡа тиклем бөтә хәрби әсирҙәр ҙә БССР территорияһында йәшәмәй .

XX—XXI быуаттар тирәһендә белорус һәм сит ил ғалимдары юғалтыуҙарҙы ҡайтанан баһалай. Мәҫәлән, А. Литвин, Белоруссия оккупация ваҡытында 1 млн 950 меңдән 2 млн-ға тиклем кешеһен юғалта, тип раҫлай. Был һанға Белоруссия территорияһында, фронтта һәм Германияла мәжбүри эштәр ваҡытында һәләк булған белорустар инә[14]. Рәсәй тарихсыһы П. Полян, "Ғәҙәттән тыш комиссия"ның йомғаҡлау докладына һылтанып, Белоруссияның ул ваҡытта булған 12 төбәктең һәр береһендә юғалтыуҙарын ентекләп аңлата. Был докладта 1 360 034 кеше «үлтерелгән, ғазапланған тыныс халыҡ» рубрикаһына индерелә, был ул уаҡыттағы Белоруссия халҡының 22,4 процентын тәшкил итә[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Коваленя А. А. и др. Великая Отечественная война советского народа (в контексте Второй мировой войны). — Издательский центр БГУ, 2004. — 280 с.

Шулай уҡ ҡалағыҙ

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат