Билән

Балаҡатай районындағы ауыл, Башҡортостан

Билән (рус. Беля́нка) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 853 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804001.

Ауыл
Белянка
башҡ. Билән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Билән ауыл Советы

Координаталар

56°02′36″ с. ш. 59°14′07″ в. д.HGЯO

Халҡы

853[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452586

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 804 001

ОКТМО коды

80 610 404 101

ГКГН номеры

0522792

Белянка (Рәсәй)
Белянка
Белянка
Билән (Башҡортостан Республикаһы)
Белянка

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 54 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Незяпетровск): 33 км

Билән ауылы Ҡариҙел йылғаһы ҡушылдығы Билән йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 33 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Билән ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, Билән ауылы XVIII быуаттың 80-се йылдары аҙағынан Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе биләмәһенә ингән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1780Балаҡатай улусыСебер даруғаһыЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
18165-се йорт2-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
18345-се йорт2-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
18475-се йорт2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
18595-се йорт2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Балаҡатай улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Билән ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Билән ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Билән ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Билән ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Билән ауыл советыБалаҡатай районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Билән ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

XIX быуаттың 1-се яртыһында, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се Башҡорт кантоны 5-се йорто составында булған. 2-се Башҡорт кантонына Билән ауылынан башҡа Ҡараҡай, Маҫҡары, Юлдаш (хәҙер Силәбе өлкәһендә), Араҡай, Әртә-Шиғыр, Өфө-Шиғыр [5], Үрмәкәй, Аҡбаш, Шәкүр (барыһы ла Сверд­ловск өлкәһендә).

1811 йылда Билән ауылында 11 йортта 100 кеше, 1834 йылда — 15 йортта 166 кеше, 1859 йылда — 24 йортта 281 кеше йәшәгән.

1842 йылда 166 кешегә 84 сирек яҙғы иген сәселгән. Был төбәктә ужым ашлығы, картуф әлегә сәселмәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йәйгеһен йәйләүгә сыҡҡандар. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында тирмән, тимерлек, земство мәктәбе, мәсет теркәлгән.

1869 йылда Билән ауылындағы 52 йортта 315 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, һал һәм кәмә яһау менән шөғөлләнгәндәр. Билән ауылы Бәләкәй Ҡошсо улусының административ үҙәге булған, бында улус идараһы, мәсет, мәктәп урынлашҡан булған[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1920 йылда Биләндә — 123 йортта 694 башҡорт йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Билән ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто («Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле эшләй), китапхана бар[7].

Халыҡ һаны

Билән ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август803
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1279
1959 йыл 15 ғинуар1372
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар101246255045,7 %54,3 %
2002 йыл 9 октябрь88341746647,2 %52,8 %
2010 йыл 14 октябрь85340444947,4 %52,6 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)
  • 1-се Күл урамы (рус.  1-я Озёрная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • 2-се Күл урамы (рус.  2-я Озёрная (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • 3-сө Күл урамы (рус.  3-я Озёрная (улица)
  • Совхоз урамы (рус.  Совхозная (улица)[13]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары