Бирҙәүеш

Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы эшселәр ҡасабаһы

Бирҙәүеш — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Һатҡы районынындағы ҡала тибындағы эшселәр ҡасабаһы[23]. Бирҙәүеш ҡала тораҡ пункты үҙәге.

Бирҙәүеш
Нигеҙләү датаһы1890
Рәсем
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ үҙәгеБирҙәүеш ҡалаһы тораҡ пункты[2]
Административ-территориаль берәмекБирҙәүеш ҡалаһы тораҡ пункты
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d] һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны11 186 кеше (1959)[3],
9133 кеше (1970)[4],
7792 кеше (1979)[5],
6530 кеше (1989)[6],
5672 кеше (2002)[7],
5487 кеше (2005)[8],
5354 кеше (2006)[8],
5335 кеше (2007)[8],
5347 кеше (2008)[8],
5155 кеше (2009)[9],
5304 кеше (2010)[10],
5289 кеше (2011)[11],
5223 кеше (2012)[12],
5155 кеше (2013)[13],
5112 кеше (2014)[14],
5071 кеше (2015)[15],
5017 кеше (2016)[16],
5018 кеше (2017)[17],
4946 кеше (2018)[18],
4803 кеше (2019)[19],
4606 кеше (2020)[20],
3909 кеше (2021)[21],
3860 кеше (2023)[22]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек425 метр һәм 388 метр
Почта индексы456935
Карта

Өлкәнең көнбайышында, Златоуст ҡалаһынан көнбайышҡа табан 33 километр алыҫлыҡта, Оло Бирҙәүеш йылғаһы[24] буйында урынлашҡан.

Тарихы

1890 йылда Һамар — Златоуст тимер юлының Өфө — Златоуст участкаһы төҙөлә башлай. Шуға бәйле тораҡ пунктына ла нигеҙ һалына. Был участка төҙөлөшө етәксеһе — Рәсәй империяһы инженеры, яҙыусы һәм сәйәхәтсе Николай Гарин-Михайловский була.

1916 йылда Көнбайыш-Урал тимер юлы төҙөлә.

Тимер юл һәр ваҡыт ҡасаба тормошона хәл иткес йоғонто яһай. Һамар — Златоуст һәм Көнбайыш-Урал тимер юлдары тоташҡан нөктәлә урынлашҡан Бирҙәүеш станцияһы Граждандар һуғышы осоронда тактик әһәмиәткә эйә була. 1918 йылдың майында ҡыҙыл армеецтар Златоуст-Силәбе фронтының ике аралағы штабын тап ошо тораҡ пунктында урынлаштыра. Шул уҡ йылдың июнендә станцияны аҡ гвардееецтар баҫып ала һәм бер йыл буйы уны үҙ ҡулдарында тота. 1919 йылдың 12 июнендә И. Д. Каширин етәкселек иткән кавалерия бригадаһы уларҙы тораҡ пунктынан ҡыуып сығарыуға өлгәшә.

Бирҙәүеш 1928 йылда ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡасабаның тимер юлсылары стахановсылар темпы менән эшләй, сөнки Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстандан килгән төп йөк ағымы һәм хәрби частар менән эшелондар көнбайышҡа табан ошо станция аша үтә.

Һуғыштан һуң ҡасаба ныҡ үҫә: урамдар һаны ла, халыҡ һаны ла арта. 1950 йылда ҡасабала 10050 кеше йәшәй.

Вокзалдың тәүге бинаһы 1905 йылда төҙөлә. 1950 йылда хәҙерге бина ҡалҡып сыға. Уның төп үҙенсәлеге: Санкт-Петербург менән Мәскәүҙе бәйләгән Николаев магистрале кеүек, бина тимер юлдары араһында урын ала. Төҙөлгәндән алып вокзал бинаһы бер нисә тапҡыр реконструкциялана. Хәҙер Бирҙәүеш станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының иң ҙур үҙәктәренең береһе.

Тарихи сәбәптәр арҡаһында (Бирҙәүештә төп предприятиелар тимер юлдары өлкәһенә бәйле) ҡасабаға күбеһенсә Мәскәү сәғәте бүлкәте буйынса йәшәргә тура килә, киң мәғлүмәт саралары күп тапҡырҙар был проблеманы күтәреп сыға[25][26][27][28][29][30][31]. Шуға ҡарамаҫтан Бирҙәүештә, Силәбе өлкәһенең бөтә биләмәһендәге кеүек, рәсми рәүештә Екатеринбург ваҡыты ҡулланыла.

Исеме

Станция, аҙаҡ ҡасаба Оло Һатҡы йылғаһы ҡушылдығы Бирҙәүеш (Оло Бирҙәүеш) йылғаһы исеме менән атала. Тикшеренеүселәр атаманың килеп сығышы буйынса әлегә тиклем бер фекергә килә алмай. «-уш» — исем яһаусы аффикс. Исемдең тамыры төрки теленән тәржемә иткәндә: бүләк, Аллаһ биргән бүләкте аңлата.

Башҡорт телендә бәрҙе (бәрҙесәк (диал. ҡар.бәрсәк I))[32]>атамаһы бар. Тау йылғаларының саф һыуында ыуылдырыҡ сәскән «бәрҙене» йыш ҡына Урал һөмбашы (лосось) тип тә йөрөтәләр. Бирҙәүеш йылғаһының исеме тап шул бәрҙе балығы атамаһынан алырғандыр, тигән фараз бар[33].

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
1959[34]1970[35]1979[36]1989[37]2002[38]2005[39]2006[39]
11 186913377926530567254875354
2007[39]2008[39]2009[40]2010[41]2011[42]2012[43]2013[44]
5335534751555304528952235155
2014[45]2015[46]2016[39]
511250715017
2500
5000
7500
10 000
12 500
15 000
1970
2006
2011
2016

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ҡасабала халыҡ һаны 5304 кеше тәшкил итә (2438 ир-егет һәм 2866 ҡатын-ҡыҙ).

Иҡтисады

Бирҙәүеш станцияһы — Силәбе, Өфө, Дружинино һәм Баҡал йүнәлешен хеҙмәтләндереүсе эре тимер юлы үҙәге. Ҡасабала Бирҙәүеш ҡырсын заводы эшләй. Икмәкхана ла бар.

Социаль өлкә

Бында Мәҙәни-ял итеү үҙәге һәм китапхана эшләй. 1911 йылда төҙөлгән Николай Чудотворец сиркәүе иҫтәлекле урындарҙың береһе булып тора.

Билдәле кешеләре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат