Бәләбәй

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы ҡала, район үҙәге

Бәләбәй — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы. Бәләбәй районының административ үҙәге. Ҡала Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайышында, Үҫән йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 61,2 мең кеше (2005), 1926 йылда 11,3 мең, 1959 йылда 26,2 мең, 1979 йылда 43,2 мең, 1995 йылда 57,2 мең кеше йәшәгән.

Ҡала
Бәләбәй
Бәләбәй
Флаг[d]Герб
ФлагГерб
Ил

Рәсәй

Регион

Башҡортостан

Район

Бәләбәй районы

Координаталар

54°06′00″ с. ш. 54°08′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Мурмилов Юрий Александрович

Нигеҙләнгән

1751

Ҡала с

1781

Майҙаны

34,26 км²

Бейеклеге

300 м

Халҡы

59 081[1] кеше (2016)

Этнохороним

бәләбәйҙәр

Телефон коды34786
Почта индексы

452008

Һанлы танытмалар
[[{{{вид идентификатора}}}]]

80405

Бәләбәй (Рәсәй)
Бәләбәй
Бәләбәй
Бәләбәй (Башҡортостан Республикаһы)
Бәләбәй
Бәләбәй гербы (1782—2006)

Тарихы

Халыҡ риүәйәттәре, архив мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй ауылына припущенник сыуаштар нигеҙ һала.1781 йылда Бәләбәй өйәҙ ҡалаһына әүерелгән. Башҡортостан ерендәге башҡа ҡалалар кеүек, батша хакимиәтенең терәк пункты булған. Боронғо Бәләбәйҙе бары православие сиркәүе, мосолман мәсете һәм төрмә биналары ғына «биҙәп» торған.

Ҡала Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе үҙәге була.

Ҡаланың Өфөгә, Ырымбурға, Ҡазанға, Белоретҡа илтеүсе юлдар сатында — бик уңайлы ерҙә урынлашыуы уның уҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Шулай ҙа ҡала ифрат яй үҫкән. Иген үҫтереүҙән һәм мал аҫрауҙан тыш, ҡала халҡы урмансылыҡ кәсептәре менән дә шөғөлләнгән.

Хәҙерге Бәләбәй — Башҡортостандың индустриаль һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Шкапов нефть ятҡылығы асылғандан һуң Бәләбәй нефтселәр ҡалаһы булып китһә, «Автонормаль» заводы төҙөлгәндән һуң уға машина эшләүселәр ҡалаһы тигән атама өҫтәлә.

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар52857245062835146,4 %53,6 %
2002 йыл 9 октябрь60928280003292846,0 %54,0 %
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Яны урам

Иҡтисады

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

  • «Аксаковнефть» нефть һэм газ табыу идаралығы
  • «Автонормаль» машиналар эшләү заводы
  • Тәжрибә-механика заводы
  • «Башсельмаш» заводы
  • Ит комбинаты
  • Май-сыр комбинаты
  • Тегеү фабрикаһы

Мәғариф

Ҡаланың төп белем биреү учреждениелары:

  • Медицина училищеһы
  • Машиналар төҙөү техникумы
  • Бәләбәй совхоз-техникумы
  • Һамар архитектура институты филиалы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары