Бөрсәләр

Бөрсәләр (лат. Siphonaptera — бор. грек. σίφων — насос, ἄπτερον рус. Блохи  — ҡан һурыусы ҡанатһыҙ бөжәктәр отряды. Ҡоштар һәм имеҙеүселәрҙең күп төрҙәренең ваҡытлы паразитлары.

Бөрсәләр
Растрлы электрон микроскопта яһалма яҡтылыҡта эшләнгән бөрсә рәсеме
Растрлы электрон микроскопта яһалма яҡтылыҡта эшләнгән бөрсә рәсеме
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Siphonaptera Latreille, 1825

Ғаилә
  • Ancistropsyllidae
  • Ceratophyllidae
  • Chimaeropsyllidae (Hypsophthalmidae)
  • Coptopsyllidae
  • Ischnopsyllidae
  • Hystrichopsyllidae (Ctenopsyllidae)
  • Leptopsyllidae (Amphipsyllidae, Dolichopsyllidae, (рус. )
  • Lycopsyllidae
  • Macropsyllidae
  • Malacopsyllidae
  • Pulicidae
  • Pygiopsyllidae
  • Rhopalopsyllidae
  • Stephanocircidae
  • Stivaliidae
  • Tungidae
  • Vermipsyllidae
  • Xiphiopsyllidae

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  152732
NCBI  7509

Төрлө сығанаҡтар буйынса, донъя фаунаһында 1050 -нән алып 1800 -гә төр бѳрсә һанала. Улар араһында кеше (Pulex irritans), бесәй һәм эт (Ctenocephalides felis һәм Ct. canis), ваҡ имеҙеүселәр (Ceratophyllus penicilliger, C. turbidus, Leptopsilla bidentata), ҡош бөрсәләре (Ceratophyllus gallinae, C. styx, C. hirundinis) бар.

Ҙурлығы 3-тән алып 7 мм-ға ҡәҙәр. Һарынан алып ҡуйы ҡоңғорт төҫкә ҡәҙәр. Кәүҙәһе ян-яҡтан ҡыҫылған, ныҡ хитинланган, күп һанлы төктәр һәм нескә сәнскеләр менән ҡапланған һәм хайуан йөндәре, ҡош ҡаурыйҙары араһында йөрөргә яйлашҡан. Ҡанаттары юҡ. Башында бер пар ябай күҙе (борсадарҙың ҡайһы берҙәре һуҡыр), өс быуынлы бер пар мыйыҡсаһы бар, ауыҙ аппараты ҡаҙап һурыуға яраҡлашҡан. Өс күкрәк сегментына өс пар аяҡ ялғана. Артҡы пар аяҡтары оҙонораҡ һәм улар һикереүгә яйлашҡан. Ҡан менән генә туйына. Инә бѳрсәләр кеше һәм хайуандар йәшәй торған урындарҙа 0,5 мм ҙурлыҡтағы оҙонса түңәрәк аҡ күкәй һала. Ояла 3-тән алып 5-кә ҡәҙәр күкәй була (бѳрсәләр үҙ ғүмерендә 450-гә ҡәҙәр күкәй һала ала). Уларҙан етлеккән бѳрсә тиҙәктәре (сөнки уларҙа органик ҡалдыҡтар һәм эшкәртелеп бөтмәгән ҡан була) менән туйыныусы хәрәкәтсән селәү һымаҡ личинкалар сыға. Үҫеш процессында личинкалар өс тапҡыр ҡабыҡтарын алыштыра, үҫештең һуңғы стадияһында ау ҡуҙаһы менән сорналған хәрәкәтһеҙ ҡурсаҡҡа әйләнәләр. Бѳрсәләрҙең ғүмер оҙонлоғо бер нисә айҙан 3 йылға тиклем.

Бөрсәләр — түләрәмә, талпан энцефалиты, сальмонеллёз, пастереллёз, бруцеллёз һ.б. ауырыуҙарҙы таратыусылар.

Сығанаҡ

Әҙәбиәт

  • Сазонов О. Н. Блохи // Переносчики возбудителей природноосаговых болезней. М., 1962;
  • Назарова И. В. Блохи Волжско-Камского края. М., 1981.


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары