Википедия:Юғары шура

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһыЭЙ:ЮШ

Юғары шура (ЮШ) (татар. Yuğarı Arbitraj Şurası, Югары Арбитраж Шурасы, рус. Арбитражный комитет, ингл. Arbitration Committee) — тәжрибәле вики-ҡатнашыусылар араһынан билдәле ваҡытҡа йыйылған төркөм. Уның маҡсаты — Википедияла тыуған һәм башҡа ысулдар менән сиселә алмай ҡалған конфликттарҙы хәл итеү. ЮШ ғәмәлдә үтәлерлек теләһә ҡайһы сара һәм санкциялар индерә ала — улар тик Википедияның ҡағиҙәләренә генә ҡаршы килмәҫкә тейеш[1]. ЮШ сығарған хөкөмдәргә уның күпселек ағзалары риза булырға тейеш. [2].

Юғары Шураның бурыстары

  • Бәхәстәрҙе хәл итеү
  • Һәр конкрет бәхәс осрағында проекттың ҡағиҙәләрен һәм күрһәтмәләрен ҡулланып хөкөм сығарыу
  • Берәй мәҡәләгә Яҡшы йәки Һайланған мәҡәлә статусын биреүҙән алда уны рецензиялау.

Юғары Шураның составы һәм йыйылыш ваҡыты

  • Юғары Шураның һәр саҡырылышы 6 айға йыйыла. Ағымдағы ЮШ саҡырылышы вәкиллеге бер тапҡыр 6 айға оҙайтыла ала; бының өсөн берләшмәнең күпселеге (75%-тан да кәм түгел) быға риза булырға тейеш.
  • Юғары Шура ағзалары һаны саҡырылыштан саҡырылышҡа үҙгәреп килә. Өс ағзаһы мотлаҡ рәүештә һайланырға тейеш.
  • Юғары шураны Википедияның берләшмәһе (йәғни Википедияла бергә эшләп килгән һәм өлөш индергән бар ҡатнашыусылар ҙа) һайлай. Һайлау тәртибе был биттә тасуирлана.
  • ЮШ-ның Дүртенсе һәм артабан саҡырылыштарына һайлауҙар алдағы саҡырылылыштың һуңғы көнөнә бер ай ҡалғанда башлана.

Юғары Шура ағзаһына минималь талаптар

Иҫкәрмә: Был ҡағиҙә Юғары Шураның Беренсе Саҡырылышы өсөн генә ғәмәлгә индерелә. ЮШ йыйылып эшләй башлағас, ул айырым ҡарар сығарып был ҡағиҙәне үҙгәртәсәк.
  • ЮШ-ның киләсәк ағзаһы һайлау көнөнә хәтлем 3 ай буйына әүҙем булырға тейеш. 6 ай буйына әүҙем булыуы яҡшы, әммә мотлаҡ түгел.
  • Һәр ЮШ ағзаһын берләшмә мотлаҡ рәүештә хупларға тейеш.
  • Ҡатнашыусы башҡорт Википедияһында бығаса өс ай буйы (йәки оҙағыраҡ) әүҙем булырға тейеш. (Әммә-ләкин айырым осраҡтарҙа берләшмә был ҡағиҙәнән ташлама яһап хөкөм итә ала. Бының өсөн ҡатнашыусы һуңғы ваҡытта башҡорт Википедияһына мөһим өлөш индереүен иҫбатларға тейеш)

Юғары Шураның саҡырылыштары

Юғары Шураның хәҙерге (4-се) саҡырылышы ағзалары

Аңлатмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары