Вышкув

Польшалағы ҡала


Вышкув (пол. Wyszków) — Польша ҡалаһы. Польшаның Мазовецкий воеводствоһының Вышкувский повятына инә. Ҡала-ауыл гминаһы статусына эйә. вышкув ҡалаһы 20,78 квадрат километр майҙанды биләй. Вышкув ҡала халҡы — 26 948 кеше (2004 йыл). Бер квадрат километрҙа халыҡ тығыҙлығы — 1296,8 кеше тәшкил итә.

Вышкув
пол. Wyszków
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы1203[1]
Рәсем
Рәсми атамаһыWyszków
Донъя ҡитғаһыЕвропа
Дәүләт Польша
Административ үҙәгеВышкувский повет[d]
Административ-территориаль берәмекВышкув[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанЗападный Буг[d]
Халыҡ һаны26 349 кеше (31 март 2021)[2]
Ир-егеттәр12 705[3]
Ҡатын-ҡыҙҙар13 644[4]
Майҙан21 км²[1]
Почта индексы07-200
Рәсми сайтwyszkow.pl
Карта
 Вышкув Викимилектә

Географияһы

Вышкув ҡалаһы Польшаның көнсығышында Көнбайыш Буг йылғаһы ярында урынлашҡан, Мазовецкий воеводствоһының Вышкувский повяты составына инә.

Тарих

Вышкув тураһында беренсе тапҡыр иҫкә 1203 йылда алына. Вышкув ҡалаһына 1502 йылда нигеҙ һалына. 1528 йылда ҡала янындағы Көнбайыш Буг йылғаһы аша күпер төҙөлә, шунан һуң ҡала үҫешен ныҡ тиҙләтә.

Төньяҡ һуғышы барышында, 1655 −1660-сы йылдарҙа, Вышкув ҡалаһы емерелә.

1870 йылдың 19 майына Вышкув ҡала статусын юғалта һәм уны 4 февраль 1919 йылда кире ала.

1897 йылда Вышкув ҡалаһында тимер юл төҙөлә һәм был ҡаланың сәнәғәте үҫешенә ныҡ булышлыҡ итә.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан алда ҡалала иң ҙур йәһүд общинаһы була. Общинала 9000 тирәһе кеше иҫәпләнә, һуғыш ваҡытында улар немецтар тарафынан тулыһынса юҡ ителә. 1997 йылдың 14 сентябрендә Вышкув ҡалаһының Холокост ҡорбандарына һәйкәл асыла.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат