Грайворон

Рәсәйҙәге ҡала


Грайворон — Рәсәйҙең Белгород өлкәһендәге ҡалаһы. Грайворон районының (ҡала округының) административ үҙәге.

Грайворон
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1678
Рәсем
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ үҙәгеГородское поселение город Грайворон[d][1], Грайворонский район[d][1] һәм Грайворон өйәҙе[d]
Административ-территориаль берәмекБелгород өлкәһе
Халыҡ һаны3600 кеше (1856)[2],
6340 кеше (1897)[2],
5240 кеше (1923)[3],
8900 кеше (1926)[2],
7500 кеше (1931)[2],
4600 кеше (1939)[2],
5141 кеше (1959)[4],
5859 кеше (1970)[5],
5930 кеше (1979)[6],
5992 кеше (1989)[7],
6000 кеше (1992)[2],
6500 кеше (1996)[2],
6100 кеше (1998)[2],
5900 кеше (2000)[2],
6000 кеше (2001)[2],
5718 кеше (2002)[8],
6200 кеше (2003)[2],
6000 кеше (2005)[2],
6000 кеше (2006)[2],
6100 кеше (2007)[9],
6100 кеше (2008)[10],
6137 кеше (2009)[11],
6234 кеше (2010)[12],
6200 кеше (2011)[2],
6326 кеше (2012)[13],
6361 кеше (2013)[14],
6413 кеше (2014)[15],
6481 кеше (2015)[16],
6506 кеше (2016)[17],
6404 кеше (2017)[18],
6449 кеше (2018)[19],
6431 кеше (2019)[20],
6496 кеше (2020)[21],
6179 кеше (2021)[22]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек130 метр
Майҙан10 км²
Почта индексы309372
Рәсми сайтgraivoron.ru/sitemap/
Урындағы телефон коды47261
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Грайвороне[d]
Карта
 Грайворон Викимилектә

Өлкәнең иң көнбайыш өлөшөндәге ҡала. Днепр һәм Грайворонка йылғаларының ҡушылдығы булған Ворскла йылғаһы ярында урынлашҡан. Ҡала Украинаның сиге буйында, Хотмыжск тимер юл станцияһынан 15 км һәм Белгородтан 78 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы — 6404 кеше (2017 йыл)

Тарих

Грайворон биҫтәһенә нигеҙҙе чиркәстәр һәм Грайворонка йылғаһына Ворскла йылғаһы ҡойған ерҙә йәшәгән кешеләр һалған. 1678 йыл ҡалаға нигеҙ һалыныу йылы тип иҫәпләнә, был йылда митрополит Мисаил батша Федор Алексеевичҡа ғариза яҙып Грайворона йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе алған.

Ултыраҡ Белгород разрядының Ахтырский Слобода казак полкына ҡараған.

1721 йылдың 20 октябренән (иҫке ст.) 1917 йылдың 1 сентябренә (иҫке ст.) тиклем Рәсәй империяһы составында тора.

1727 йылда Грайворон Хотмыжский өйәҙенә беркетелгән була.

1838 йылда[23] биҫтә Грайворон өйәҙ ҡалаһына әүерелгән — Хотмыжск Грайворон өйәҙенең ябай ҡалаһы булып ҡалған.

1848 йылда ҡалала ҙур янғын була, шунлыҡтан ул яңынан төҙөлә. Ҡаланың төҙөлөш планы Санкт-Петербургтың Васильевский утрауының планына ярашлы итеп эшләнгән. Планға ярашлы, ҡаланың бөтә урамдары донъя ҡитғаларына ориентирлаштырылған.

1917 йылдың 1 сентябренән 1 октябргә тиклем (иҫке ст.)ҡала — Рәсәй республикаһы составында була.

1918 йылда Грайворон Украина Халыҡ Республикаһына буйһона.

1922 йылдың декабренән алып СССР-ҙың Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы составында була.

1928 йылда Үҙәк-Ҡара тупраҡлы өлкәһенең Грайворон районы, 1934 йылда өлкә бүленгәндән һуң Курск һәм Воронеж өлкәләре барлыҡҡа килә, артабан Грайворон ҡалаһы Курск өлкәһе составына индерелә. Большевиктар ваҡытында украинлаштырыу арҡаһында бында ҡаланың украин телле дөйөм белем биреү учреждениелары селтәре барлыҡҡа килә.

1941 йылдың 19 октябрендә совет органдары һәм ғәскәр ҡаланы ҡалдыра, вермахтың оккупация ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып ала[24].

1943 йылдың 16 февралендә ҡала Воронеж фронты тарафынан Харьков һөжүм операцияһында азат ителә[24].

1943 йылдың 13 мартында ҡайтанан немецтар тарафынан баҫып алына[24].

1943 йылдың 7 авгусында Воронеж фронты тарафынан Белгород-Харьков операцияһында ҡабаттан азат ителә[24].

1954 йылдың 6 ғинуарында Курск өлкәһенең Грайворон районы яңы барлыҡҡа килгән Белгород өлкәһе составына инә һәм артабан 1964 йылда райондарҙы эреләтеү барышында Борисов районына ҡушыла. 1989 йылда Грайворон районы булып ҡайтанан тергеҙелә.

Ҡала исеменең килеп сығышы

Ҡаланың исеме иҫке славян һүҙенән: «ҡарға уйыны», — йәғни «ҡарға ҡарҡылдауы»нан килеп сыҡҡан.

Гербы

Хәҙерге заманда ҡала гербы — һуҙынҡы.

Тасуирлама: «Алтын төҫтәге яланда ҡанаттарын йәйеп уң яҡҡа табан диогональ йүнәлешендә осоп барыусы ҡара ҡарға… Гербтың азат өлөшөндә Белгород өлкәһе гербы».

Район хакимиәте башлығының № 290 ҡарары менән 1995 йылдың 4 декабрендә герб раҫланған

Милли составы

1897 йылда ҡалала 6 340 кеше йәшәгән, шул иҫәптән рустар (великоростар һәм малоростар) — 6 234, йәһүдтәр — 69, сиғандар — 13[25].

Иҫтәлекле урындар

Файл:Грайворон.JPG
Балалар ревматология шифаханаһы (сауҙагәр Дмитриенко йорто)
  • Иоасаф Белгородскийҙың ҡорам-часовняһы, уның вафат булған урынында 1998 йылда төҙөлгән.
  • Никольский ҡорамы (ағас сиркәү урынында төҙөлә. 1865 йыл яна).
  • Иоасаф Святитель Белгородский хаҡына дини-ағартыу үҙәге.
  • Корниенко ғаиләһенең йорт зоопаркы.
  • XIX быуат яртыһындағы — ХХ быуат башындағы архитектура өлгөләре һаҡлап ҡалынған: ирҙәр гимназияһы (хәҙерге Грайворон урта мәктәбе, 1910 йылда төҙөлгән), ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы (хәҙер ҡала хакимиәте бинаһы, 1870 йылда төҙөлгән), элекке земство (хәҙер район хакимиәте), эркер манаралы модерн стиле элементтары менән төҙөлгән йорт (хәҙер балалар ревматология шифаханаһы).

Радио

  • 66,92 Рәсәй Радиоһы
  • 104,9 Радио «Белогорье донъяһы» (Радио 31)
  • 99,2 Радио «Радио»

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат