Дацин

Дацин (ҡыт.ябай. 大庆, пиньинь: Dàqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһында ҡала округы. Исеме Дацин һүҙмә-һүҙ «бөйөк байрам» тип тәржемәләнә[7]

Дацин
Нигеҙләү датаһы1959
Рәсем
Рәсми атамаһы大庆市
Дәүләт Ҡытай
Административ-территориаль берәмекХэйлунцзян[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+8:00[d]
Закондар сығарыу органыQ106811111?[1]
Халыҡ һаны2 781 562 кеше (2020)[2]
Административ рәүештә бүленәСарту[d], Лунфэн[d], Жанхулу[d], Хунган[d], Датун (Дацин)[d], Чжаочжоу[d], Чжаоюань[d], Линьдянь[d] һәм Дурбэд-Монгольский автономный уезд[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек149 ± 0 метр
Туғандаш ҡалаКалгари[3], Луганск[3][4], Красноярск, Төмән[3][5], Чхунджу[d][3], Чартерс-Тауэрс[d][3], Катре-Борне[d][3][6] һәм Буффало-Сити[d][3]
Майҙан21 204,82 км²
Почта индексы163000
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды0459
Номер тамғаһы коды黑E
Карта
 Дацин Викимилектә

Тарихы

Быуаттар дауамында хәҙерге ҡала окургы биләмәһендә даими ултыраҡ булмаған, тәүге күскенселәр тик XX быуат башында Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы станцияһы төҙөлгәс кенә барлыҡҡа килгән. 1913 йылда Аньда (安达县) өйәҙенә нигеҙ һалына

1959 йылдан Дацин газ ятҡылыҡтары эшкәртелә башлай, һәм 1960 йылда Аньда өйәҙе бөтөрөлә, ә уның урынына Аньда ҡала округы ойошторола, ул илдең мөһим нефть химияһы базаһы була. Дацин барлыҡҡа килеү ваҡытынан алып илдең бөтә эшселәре өсөн өлгө булып һанала, Мәҙәни инҡилап йылдарында бөтә Ҡытай буйынса «Индустрияла Дациндан өйрәнергә!» тигән лозунгтар яңғырай.

1964 йылда Аньда ҡала округы бөтөрөлә, ә уның урынына Айырым Аньда районы (安达特区) төҙөлә. 1965 йылда Айырым Аньда районының көнсығыш өлөшө яңынан Аньда өйәҙе була, ә ҡалған өлөшөндә Аньда ҡалаһы ойошторола, ул туранан-тура провинцияның хөкүмәтенә буйһона (ҡаланың үҙендә уны йыш ҡына рәсми булмаған рәүештә «Аньда» тип түгел, ә «Дацин» тип атайҙар). 1979 йылдың декабрендә Аньда ҡалаһы Дацин тип үҙгәртелә.

1992 йылда Аньда ҡала округы составына Цицикар ҡала округы составынан Линьдянь һәм Дурбэд-Монгольский автономиялы өйәҙҙәре, шулай уҡ Суйхуа округынан Чжаочжоу һәм Чжаоюань өйәҙҙәре тапшырыла.

Иҡтисады

Ҡаланың көнсығыш районы — сәнәғәт районы, бында Дацин нефть эшкәртеү химия заводы, Лунфун электр станцияһы, ашламалар етештереү буйынса Дацин заводы һәм этилен етештереү буйынса химия комбинаты урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта ике һыуһаҡлағыс һәм мәҙәни район урынлашҡан. Дациндың көнбайышында юғары уҡыу йорттары эшләй. Көньяҡ-көнбайыш районда «Линьюань» нефть эшкәртеү комбинаты, «Синьхуа» энергия менән тәьмин итеү предприятиеһы һәм нефть продукцияларын һатыу буйынса төп станция эшләй[8].

Ҡаланың коммерция авиаташыуҙарын Саэрту аэропорты хеҙмәтләндерә.

Административ-территориаль бүленеше

Административ-территориаль планда Дацин ҡала округы 5 ҡала районына, 3 өйәҙгә, 1 автономиялы өйәҙгә бүленә.

Карта
#СтатусыИсемеИероглифтарПиньиньХалҡы (2003)Майҙаны (км²)Халыҡ тығыҙлығы (/км²)
1РайонСарту萨尔图区Sà'ěrtú qū260,000549474
2РайонЛунфэн龙凤区Lóngfèng qū160,000510314
3РайонЖанхул让胡路区Rànghúlù qū380,0001,394273
4РайонДатун大同区Dàtóng qū250,0002,235112
5РайонХунган红岗区Hónggǎng qū130,000812160
6ӨйәҙЧжаочжоу肇州县Zhàozhōu xiàn440,0002,445180
7ӨйәҙЧжаоюань肇源县Zhàoyuán xiàn450,0004,198107
8ӨйәҙЛиньдянь林甸县Líndiàn xiàn270,0003,59175
9Дурбэд-Монгол автономиялы өйәҙ杜尔伯特蒙古族自治县Dù'zìzhìxiàn ěrbótè Měnggǔzú250,0006,42739

Халыҡтың милли составы

2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Дацин ҡалаһы округы биләмәһендә киләһе милләт вәкилдәре йәшәй:

МилләтеҺаныӨлөшө
Ҡытайҙар2.474.30495,98 %
Монголдар63.0252,44 %
Манжурҙар25.5880,99 %
Корейҙар6.1560,24 %
Хуэй5.1570,2 %
Даур1.0080,04 %
Сибо6590,03 %
Мяо4700,02 %
Туцзя4400,02 %
Чжуан1780,01 %
Башҡалар1.0660,04 %

Транспорты

Дацин аша Биньчжоу тимер юлы үтә. Торба үткәргес транспорты Сковородино-Дацин торба үткәргесенән ғибәрәт, ул 2011 йылда эшен башлай.[9]

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

  • Дацин Ҡалаһы. 2006-05-26 2012 йыл 10 август архивланған. // partnery.cn
  • Сит ил менән бәйләнеш ҡаланың тышҡы бәйләнештәр — Красноярск ҡалаһы хакимиәте рәсми сайты (рус.) (инг.) (нем.)
  • Һылтанмалар

    • Дацин — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)
    • Дацин — город нефтяников. 30-07-2008 // Китайский Информационный интернет-центр.
    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары