Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

(Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай[2] — Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы парламенты иң ҙуры (110 депутат), республика халыҡ һаны буйынса региондар араһында етенсе урында тора.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

VII саҡырылыш

Тип
Тип

бер палаталы парламент

Етәкселек
Рәйес

Толкачёв Константин Борисович, Берҙәм Рәсәй
с 1999

Структура
Ағзалар

110 [1]

2023 Bashkortostan legislative election diagram.svg

Фракциялар
  •      Берҙәм Рәсәй (87)
  •      КПРФ (8)
  •      ЛДПР (5)
  •      Ғәҙел Рәсәй (4)
  •      Рәсәй партиоттары (4)
  •      Йәшелдәр (1)
  •      фирҡәһеҙ (1)
Һуңғы һайлауҙар

10 сентябрь 2023

Сайт

www.gsrb.ru

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай статусын Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 4-се бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» Законы[2] билдәләй һәм уның эшмәкәрлеген нигеҙләй.

Тарихы

1917 йылда I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары үтә. 1917 йылдың 10 декабрендә дәүләтселекте булдырған III Башҡорт ҡоролтайында тәүге парламент — Кесе ҡоролтай һайлана.

1920 йылдан 1937 йылғаса Советтарҙың Бөтә Башҡортостан 1 — 10 съездары үтә, улар барышында Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һайлана.

1938 йылдан 1995 йылғаса — 1 — 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының (1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы) сессиялары.

1994 йылдың 2 мартында «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»[2] Законы ҡабул ителә, уға ярашлы парламент ике палатанан — Вәкилдәр палатаһы һәм Закондар сығарыу палатаһынан тора.

2002 йылдың 30 декабрендә «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» яңы Закон ҡабул ителә[3].

  • 1995—1999 йылдар: 1-се саҡырылыш
  • 1999—2003 йылдар: 2-се саҡырылыш
  • 2003—2008 йылдар: 3-сө саҡырылыш
  • 2008—2013 йылдар: 4-се саҡырылыш
  • 2013—2018 йылдар: 5-се саҡырылыш
  • 2018—2023 йылдар: 6-сы саҡырылыш

Башҡортостан Парламенты етәкселәре[4]

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай йорто.
1Мортазин Муса Лот улы (1891—1937)БашЦИК рәйесе (1920—1921).
2Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—1924)БашЦИК рәйесе (1921—1922).
3Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы (1888—1937)БашЦИК рәйесе (1922—1929)
4Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1937)БашЦИК рәйесе (1929—1931).
5Таһиров Авзал Мөхөтдин улы (1890—1937)БашЦИК рәйесе (1931—1937).
6Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904—1971)БашЦИК рәйесе вазифаһын башҡарыусы (1937—1838).
7Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—1989)БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1946—1950).
8Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы (1913—1975)БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1950—1967).
9Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—1992)БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1967—1990).
10Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы(1934)Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1990—1993).
11Дёмин Юрий Сергеевич (1940—2009)Рәйес вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1994—1995).
12Зайцев Михаил Алексеевич (1938—2010)Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1995—1999)
13Толкачев Константин Борисович (1953)Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1999 йылдан алып).

Хакимиәт даирәһе

Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы ҡарамағындағы мәсьәләләр:

  • Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға төҙәтмә һәм өҫтәлмәләр индереү;
  • Башҡортостан Республикаһы хакимиәт даирәһе сиктәрендә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған мәсьәләләрҙе законға ярашлы көйләү;
  • Башҡортостан Республикаһы закондарын аңлатма биреү, уларҙың үтәлешен күҙәтеп барыу ;
  • Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаһын раҫлау;
  • Башҡортостан Республикаһының бюджетын һәм уның үтәлешен раҫлау;
  • федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһында һалым һәм башҡа йыйымдарҙы билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшөн булдырыу һәм уны үҙгәртеү тәртибе;
  • Башҡортостан Республикаһында референдум билдәләү һәм үткәреү тәртибен булдырыу , Башҡортостан Республикаһында референдум үткәреү көнөн билдәләү ;
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән кандидатураға Башҡортостан Республикаһы Президенты (Башлығы) вәкәләттәрен биреү тураһында ҡарар сығарыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Президентына (Башлығына) ышаныс (ышаныс юғалтыуҙы) белдереү тураһында ҡарар сығарыу ;
  • Башҡортостан Республикаһы премьер-министрын билдәләү буйынса ярашыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Конституция судының рәйесен, рәйес урынбаҫарын һәм судьяларын билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһы Прокурорын билдәләү буйынса ярашыу;
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылыш Дәүләт думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу;
  • парламент тикшереүҙәрен һәм парламент тыңлауҙарын үткәреү;
  • Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына билдәләү һәм был вазифаларҙан азат итеү;
  • Башҡортостан Республикаһы Контроль иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына билдәләү һәм был вазифанан азат итеү;
  • мировой судьялар һайлау;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр.

1-се саҡырылыш

2-се саҡырылыш

3-сө саҡырылыш

4-се саҡырылыш

5-се саҡырылыш

Һайлауҙар
Етәкселек
Президиум

Президиумға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе, уның өс урынбаҫары һәм һигеҙ комитет рәйесе инә.

Секретариат
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы Секретариат етәксеһе Шәйхулов Марат Алмас улы
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы Секретариат етәксеһе урынбаҫары Абдрахманов Азамат Фәрит улы
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы Секретариат етәксеһе урынбаҫары Хәлилов Рәмил Наил улы
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы Секретариат етәксеһе урынбаҫары Йәнбухтин Нәүфәл Рәбис улы
Комитеттар
  • Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет, комитет рәйесе Пчелинцев Виктор Александрович
  • Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет, комитет рәйесе Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы
  • Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет, комитет рәйесе Хәйруллин Рәшит Хөснулла улы
  • Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет, комитет рәйесе Ғосманов Рәсүл Үзбәк улы
  • Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет, комитет рәйесе Хисмәтуллина Розалия Сәфиулла ҡыҙы
  • Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитет, комитет рәйесе Родина Елена Александровна
  • Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет, комитет рәйесе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы
  • Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет, комитет рәйесе Никитин Николай Ильич
Даими комиссиялар
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайының Иҫәп комиссияһы
  • Һайлауҙар барышын электрон система ҡулланып тикшереп тороу буйынса комиссия
  • Регламентты үтәү буйынса комиссия
  • Депутат этикаһы буйынса комиссия
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың наградалары буйынса комиссия
  • Мандат комиссияһы
Депутаттар берләшмәләре
5-се саҡырылыш депутаттары
  • «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партия (фирҡә) фракцияһы — 88 депутат
  • Рәсәй Федерцияһы Коммунистар партияһы (фирҡәһе) фракцияһы — 10 депутат
  • «Берләшкән депутаттар төркөмө» депутаттар берләшмәһе —
    Рәсәй партиоттары (1 депутат)
    Социаль берҙәмлек партияһы (1 депутат)
    Альянс зелёных—Халыҡ партияһы (1 депутат)
    Фирҡәһеҙ (6 депутат)


Депутаттар

6-сы саҡырылыш

Депутаттар

Депутаттар һайлау буйынса округтар

Алтынсы саҡырылыш депуттарын һайлау округтары[5]
  • 1-се Шайморатов һайлау округы
  • 2-се Инорс һайлау округы
  • 3-сө Беренсе Май һайлау округы
  • 4-се Черниковка һайлау округы
  • 5-се Ағиҙел һайлау округы
  • 6-сы Пушкин һайлау округы
  • 7-се Ленин һайлау округы
  • 8-се Сипайлово һайлау округы
  • 9-сы Ҡояшлы һайлау округы
  • 10-сы Үҙәк һайлау округы
  • 11-се ВАЗ һайлау округы
  • 12-се Студенттар һайлау округы
  • 13-сө Вокзал һайлау округы
  • 14-се Новиковка һайлау округы
  • 15-се Күмертау һайлау округы
  • 16-сы Комсомол һайлау округы
  • 17-се Юбилей һайлау округы
  • 18-се Девон һайлау округы
  • 19-сы Нарыш һайлау округы
  • 20-се Сәнәғәт һайлау округы
  • 21-се Быяла заводы һайлау округы
  • 22-се Сибай һайлау округы
  • 23-сө Нахимов һайлау округы
  • 24-се Ольховка һайлау округы
  • 25-се Отрада һайлау округы
  • 27-се Шихан һайлау округы
  • 26-сы Стәрлетамаҡ һайлау округы
  • 28-се Ҡыҙыл һайлау округы
  • 29-сы Талбазы һайлау округы
  • 30-сы Һаҡмар һайлау округы
  • 31-се Төньяҡ һайлау округы
  • 32-се Асылыкүл һайлау округы
  • 33-сө Бәләбәй һайлау округы
  • 34-се Белорет һайлау округы
  • 35-се Металлург һайлау округы
  • 36-сы Предуралье һайлау округы
  • 37-се Баженов һайлау округы
  • 38-се Прибельский һайлау округы
  • 39-сы Төньяҡ-көнсығыш һайлау округы
  • 40-сы Чеверев һайлау округы
  • 41-се Иҫәнғол һайлау округы
  • 42-се Ишембай һайлау округы
  • 43-сө Красный Холм һайлау округы
  • 44-се Йүрүҙән һайлау округы
  • 45-се Бельский һайлау округы
  • 46-сы Сәрмәсән һайлау округы
  • 47-се Ермолаевка һайлау округы
  • 48-се Нөгөш һайлау округы
  • 49-сы Ҡыҙылъяр һайлау округы
  • 50-се Туймазы һайлау округы
  • 51-се Өсән һайлау округы
  • 52-се Ирәмәл һайлау округы
  • 53-сө Шишмә һайлау округы
  • 54-се Рәжәп һайлау округы
  • 55-се Бөй һайлау округы

Йәмәғәт палатаһы

Йәмәғәт палатаһы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың консультатив органы, граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары