Забужко Оксана Стефановна

Забужко Оксана Стефановна (19 сентябрь 1960 йыл, Луцк) — Украина яҙыусыһы, шағир. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Забужко Оксана Стефановна
укр. Оксана Стефанівна Забужко
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Украина
Тыуған ваҡыттағы исемеукр. Оксана Стефанівна Забужко
Тыуған көнө19 сентябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2] (63 йәш)
Тыуған урыныЛуцк, Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы[1]
Һөнәр төрөшағир, фәлсәфәсе, яҙыусы, эссеист, әҙәби тәнҡитсе
Эшмәкәрлек төрөшиғриәт
Эш урыныГарвард университеты
Питтсбургский университет[d]
Уҡыу йортофилософский факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Жанршиғриәт һәм проза
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтzabuzhko.com
 Забужко Оксана Стефановна Викимилектә

Биографияһы

Оксана Стефановна Забужко 1960 йылдың 19 сентябрендә Украина ССР-ының Волынск өлкәһе Луцк ҡалаһында тыуған.

Фәлсәфә факультетын (1982) һәм Киев университеты аспирантураһын (1985) тамамлай. Ул «Шиғриәттең эстетик тәбиғәте сәнғәт йүнәлеше булараҡ» темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1987 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһына инә. 1992 йылда Оксана Забужко Пенн Стейт университетында саҡырылған яҙыусыһы сифатында украинистика уҡыта. 1994 йылда ул Фулбрайт Фондының стипендияһын ала һәм Гарвард һәм Питтсбург университеттарында уҡыта. 1989 йылдан алып Забужко Украина ФМА фәлсәфә институтының өлкән ғилми сотруднигы.

1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2014 йылда «Украин һайлауы» йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте лидеры Виктор Медведчук Оксана Забужконы судта еңеп сыҡты. Медведчук Забужконы яла яғыуҙа, атап әйткәндә, 2013 йылдың 30 ноябрҙән 1 декабренә тиклем Медведчуктың Евромайҙанды ҡыуыуҙа ҡыҫылышы барлығы тураһында мәғлүмәт таратыуында ғәйепләне[3].

Төп әҫәрҙәре

Романдар

ЙылИсемеОригиналь исеме
1996Украин сексының ялан тикшеренеүҙәреПольові дослідження з українського сексу
2009Ташланған Серҙәр музейыМузей Покинутих Секретiв

Хикәйә йыйынтыҡтары һәм повестар

ЙылИсемеОригиналь исеме
1992Сит планетанан килеүсеIнопланетянка
2000Балан һыбыҙғыһы тураһындаКазка про калинову сопілку
2003Апай, апайСестро, сестро

Фәлсәфә, әҙәбиәт фәне, эссеистика

ЙылИсемеОригиналь исеме
1990Ике мәҙәниәтДві культури
1992Украин идеяһы фәлсәфәһе һәм Европа контексты: франк осороФілософія Української ідеї та європейський контекст: франківський період
1997Украинаның Шевченко тураһында мифыШевченкiв мф України
1999Фортинбрас хроникаларыХроніки від Фортінбраса
2005Украина революцияһы тураһында 15 текстLet my people go.Let my people go. 15 текстів про українську революцію
2007Notre Dame d Ukraine: украин ҡыҙы мифологиялар конфликтындаNotre Dame d’Ukraine: Українка в конфлікті міфологій

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • III дәрәжә Княгиня Ольга ордены (16 ғинуар 2009 йыл) — украин йәмғиәтен берләштереү эшенә, демократик, социаль һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙә ҙур шәхси өлөшө өсөн һәм Украинаның дәүләт байрамы уңайынан (укр. День соборності України)[4]
  • Global Commitment Foundation шиғри премияһы (1997)
  • Гелен Щербань-Лапик Фонды премияһы(1996)
  • Ковалевтар Фундацияһы премияһы (1997)
  • Рокфеллер Фонды премияһы(1998)
  • Мюнхен ҡалаһы мәҙәниәт Департаменты премияһы (1999)
  • Ледиг — Ровольт Фундацияһы премияһы (2001)
  • Грац ҡалаһы мәҙәниәт департаменты премияһы (2002)
  • Оксана Забужконың «„Музей покинутих секретів“» романын "Корреспондент"журналы иң яҡшы украин китабы −2010 тип атаны.[5] 2013 йылда ул «Angelus» Үҙәк Европа Әҙәби премияһы менән билдәләнде.

Тәржемәләр

Оксана Забужко әҫәрҙәре ундан артыҡ телгә тәржемә ителгән.

  • О. С. Забужко, Украин сексының ялан тикшеренеүҙәре (роман), Сит планетанан килеүсе (повесть), Ҡыҙҙар, Густав өсөн альбом (хикәйәләр) — М: АСТ, Елена Мариничеваның украин теленән рус теленә тәржемәләре һәм иҫкәрмәләре. — 2007;

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Интервьюлар
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат