Эстәлеккә күсергә

Ибәтулла (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ибәтулла  — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһысығанаҡты үҙгәртеү

Ибәтулла исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм ибәт + улла; алла бүләге тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәрсығанаҡты үҙгәртеү

Ибәтулла Йәғәфәр улы Арыҫланов (1891 — 10 июль 1938) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, юрист. Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе (1932—1935).

Ибәтулла Ғөбәйҙуллин (1787—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Фамилиясығанаҡты үҙгәртеү

Ибәтуллин Зәйнулла (1891 йыл — март 1919 йыл) — совет эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы, тулы Георгий таҫмаһы кавалеры.

Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы (17 ғинуар 1951 йыл) — ғалим-гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).

Ибәтуллин Урал Ғәли улы (5 март 1948 йыл; БАССР, Салауат районы, Малаяҙ ауылы) — химик-технолог, химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991).

Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (8.08.1943), ауыл хужалығы ветераны, элекке «Йондоҙ» колхозы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Талас ауылынан[3].

Зиннәтуллин Рәсим Ибәтулла улы (1946), ауыл хужалығы ветераны. 1983—2006 йылдарҙа Миәкә районының «Октябрь» хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Луҡманов Мансур Ибәтулла улы — Ниғәмәт урта мәктәбенең элекке директоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Латипова Миңниса Ибәтулла ҡыҙы — шағирә[6].

Ибәтуллин Илфаҡ Ғаян улы (30.03.1990) , көрәшсе һәм билбау көрәшесеһе, билбауҙа көрәш буйынса рәсәй чемпионы, билбау көрәше буйынса рәсәй чемпионаты призеры, Көмөш билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булған, рәсәйҙең спорт мастеры.

Ибәтуллин Роберт Урал улы (псевдонимы Рауил Искәндәр) -(11.12.1974, Өфө) — рәсәй фантастиге.


Иҫкәрмәләрсығанаҡты үҙгәртеү

Сығанаҡтарсығанаҡты үҙгәртеү


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат