Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы

Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы - (15.03.1915—3.11.2000, Сибай), театр актёры. 19421973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.

Биографияһы

Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы 1915 йылдың 15 мартында ул саҡтағы Ырымбур губернаһы Орск (Үр) өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуа — 2000 йылдың 3 ноябрендә вафат була, Сибайҙа ерләнә.

Хеҙмәт юлы

1941 йылда Башҡортостан филармонияһы солисы.1942—1973 йылдарҙа Сибай драма театры актрисаһы.Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙының иртә уйналған ролдәренә, Сәрүәр («Башмағым»; дебют, 1942), Айһылыу (С.М.Мифтаховтың «Һаҡмар» — «Хакмар»), Ғәлиәбаныу («Галиябану»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса) башлыса музыкаль спектаклдәренә лиризм һәм хислелек хас. Актриса ижадындағы артабанғы ролдәренең береһе — Шәмсинур (Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» — «Он вернулся») — тәрән драматизм менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар»ҙы, «Ғилмияза»ны, «Ғүмәров»ты, «Зөлхизә»не һәм башҡаларҙы оҫта башҡара.

Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972 й.)
  • Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937 й.)

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары