Эстәлеккә күсергә

Иҙәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Идяш
башҡ. Иҙәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл биләмәһе

Үтәғол ауыл Советы

Координаталар

51°44′24″ с. ш. 57°00′21″ в. д.HGЯO

Халҡы

613[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34785

Почта индексы

453394

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 840 003

ОКТМО коды

80 626 440 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Идяш (Рәсәй)
Идяш
Идяш
Иҙәш (Башҡортостан Республикаһы)
Идяш


Иҙәш (рус. Идяш) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Үтәғол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840003.

Географик урынысығанаҡты үҙгәртеү

Иҙәш ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы ҡушылдығы Иҙәш йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихысығанаҡты үҙгәртеү

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан билдәле. Бикбирҙе, Иҙәш-Бикбирҙе исемдәре менән теркәлгән. 1795 йылдан Бикбирҙе (Сәмәт) булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта — 138 кеше, 1866 йылда 92 йортта 656 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән. XX быуаттың 30‑сы йылдарынан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Хәҙерге осорсығанаҡты үҙгәртеү

Иҙәш ауылы Үтәғол ауыл Советына ҡарай. Дөйөм белем биреү урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[4].

Халыҡ һанысығанаҡты үҙгәртеү

Халҡы: 1900 йылда — 581 кеше, 1920 йылда 605 кеше, 1939 йылда — 412 кеше, 1959 йылда — 474 кеше, 1989 йылда — 549 кеше, 2002 йылда — 665 кеше, 2010 йылда 613 кеше йәшәгән. Башҡорттар йәшәй (2002)[3]

ЙылХалыҡ һаны
1939412[5]
1959481[6]
ЙылХалыҡ һаны
1970689[6]
1979647[7]
ЙылХалыҡ һаны
1989549[7]
2002665[8]
ЙылХалыҡ һаны
2009688[9]
2010613[8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, бөтә халыҡтың милләте — башҡорттар (100 %)[10].

Билдәле шәхестәресығанаҡты үҙгәртеү

  • Абдуллин Фәтих Саҙрый улы (24.08.1924—10.08.2007) — журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Журналистар Союзы ағзаһы (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Ғиззəтуллина Гɵлсирə Мирза ҡыҙы (4.07.1957) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, тəржемəсе. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (1996) һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты
  • Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26.01.1965—5.02.2011) — башҡорт шағиры.
  • Ҡадиров Урал Ғаян улы (10.03.1929—19.06.2017) — ғалим-ветеринар, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988)[11].

Урамдарысығанаҡты үҙгәртеү

  • Күксә урамы (рус.  улица Кукся)
  • Йәштәр урамы (рус.  улица Молодёжная)
  • Сүкеш урамы (рус.  улица Сукеш)
  • Т.Күскилдин урамы (рус.  улица Т. Кускильдина)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)[12]

Ер-һыу атамаларысығанаҡты үҙгәртеү

  • Ҡаҫмарт йылғаһы
  • Иҙәш йылғаһы
  • Үрге Үткәрмә тауы
  • Түбәнге Үткәрмә тауы
  • Болантау
  • Болан шишмәһе
  • Яҡшылар йылғаһы
  • Өлкәр тауы
  • Һүжә йылғаһы
  • Яптыйылға йылғаһы
  • Ҡарат йылғаһы

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙарысығанаҡты үҙгәртеү

  • Ҡәҙербаева Гөлйыһан Сәйфулла ҡыҙы үҙ ижады менән таныштыра[13]

Һылтанмаларсығанаҡты үҙгәртеү

Иҫкәрмәләрсығанаҡты үҙгәртеү

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат