Йүрүҙән (ҡала)

Йүрүҙән  — Силәбе өлкәһендағы ҡала.

Ҡала
Йүрүҙән
Флаг[d]
Флаг
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Ҡытау-Ивановск районы

Координаталар

54°52′00″ с. ш. 58°26′00″ в. д.HGЯO

Климат тибы

уртаса континенталь

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар, татарҙар

Телефон коды35147
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 229 516 000

ОКТМО коды

75 629 116 001

Рәсми сайт

yuryuzan.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Йүрүҙән (Рәсәй)
Йүрүҙән
Йүрүҙән
Йүрүҙән (ҡала) (Силәбе өлкәһе)
Йүрүҙән

Тарих

Йүрүҙән-Ивановка заводы 1758 йылда Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттары ерендә Йүрүҙән йылғаһы буйында И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына.

Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1784 йылдан алып А. И. Дурасова, 1803 йылдан — Н. А. Дурасов, 1812 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1815) — Белосельский‑Белозерскийҙар.

Йүрүҙән тау округына ингән. 1760 йылда эшләй башлай. Домна мейесе һәм 4 сүкеше, 1773 йылда 2 домна мейесе, 6 крица һәм 2 якорь горны, 12 сүкеше, ҡырҡыу‑йәмшәйтеү станы, 1809 йылда 2 домна мейесе, 22 горны һәм 15 сүкеше була.

XVII быуат аҙағында завод яҡынса 159 мең дисәтинә ер биләй, 8 рудникка хужа була. XVII быуат аҙағында Йүрүҙән-Ивановка заводы 845 крепостной крәҫтиән, XIX быуат уртаһында 840 эшсе иҫәпләнә.

Эшләү дәүерендә заводта 43,07 млн бот суйын иретелә. 1830 йылдар аҙағына уртаса етештереүсәнлек йылына (мең бот): суйын — 220, тимер — 120, ҡорос — 6, суйын ҡойоу — 1,5; максималь етештереүсәнлек (мең бот): суйын — 1047,7 (1900), тимер — 397,6 (1898). 1807 йылда заводта вагранка ҡорола, 1848 йылда пудлингылау индерелә. 1880 йылдар башында ҡаҙан тимере һәм рельс нығытмалары етештереү өсөн прокатлау станы, XX быуат башында мартен мейесе ҡуйыла; ҡаҙан суйыны һәм рельс етештереү цехы асыла. Крәҫтиәндәр Һуғышы (1773—1775) ваҡытында завод яндырыла, 1776 йылда тергеҙелә. XX быуат башында Йүрүҙән-Ивановка заводы эшселәр сыуалыштары була, улар эш хаҡын арттырыуҙы, завод хакимиәте башбаштаҡлығына сик ҡуйыуҙы талап итә. 1908 йылда ябыла. Граждандар һуғышынан һуң заводта тергеҙеү эштәре алып барыла, металл эшкәртеү ҡорамалдары ҡуйыла.

XX быуаттың 90-сы йылдарында Йүрүҙән-Ивановка заводы нигеҙендә «Йүрүҙән механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторола. Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Йүрүҙән ҡалаһы урынлашҡан.

География

Климат

Халыҡ

Халыҡ иҫәбе
1897[1]1931[2]1939[2]1959[3]1967[2]1970[4]1979[5]
7491760010 80017 29118 00017 51018 113
1989[6]1992[2]1996[2]1998[2]2002[7]2003[2]2005[2]
18 29418 20016 70016 00014 15814 20013 700
2006[2]2007[2]2008[8]2009[9]2010[10]2011[11]2012[12]
13 50013 30013 12713 16412 57112 54012 434
2013[13]2014[14]2015[15]2016[8]
12 29112 15912 08811 908


5000
10 000
15 000
20 000
1967
1996
2006
2011
2016

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат