Кама буйы

Кама буйы  — Кама йылғаһына тоташҡан бик ҙур биләмә.

Кама буйы
Кем хөрмәтенә аталғанКама
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекПермь крайы һәм Удмурт Республикаһы
Урынлашыу картаһы

Киң мәғлүмәт сараларында йыш ҡына Пермь крайын, ҡайһы берҙә Пермь крайын һәм Удмуртияны — Кама буйы, ә Пермь ҡалаһын — Кама буйының баш ҡалаһы тип атайҙар. Был осраҡта фәнни яҡтан айырыуса дәлилләнгән терминдар — Пермь Кама буйы (Пермь крайы) һәм Көнбайыш Урал (Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы).

Удмурт энциклопедияһында Кама буйы «аныҡ тышҡы сиктәре булмаған, йылға үҙәне менән тығыҙ бәйләнгән Кама йылғаһы биләмәһенең ирекле ҡулланышта булған географик термины» тип билдәләнә. Кама буйының урыны ҡайһы берҙә административ-территориаль бүленеше атамаларына (Пермь Кама буйы, Ҡаракүл Кама буйы) бәйләнә. Әлеге термин киң мәғлүмәт сараларында, тыуған яҡты өйрәнеү, һирәгерәк ғилми әҙәбиәттә, ҡуллана"[1].

Ҡайһы бер ғилми публикацияларҙа биләмә (территория) йәһәтенән Кама йылғаһы бассейны менән күҙалланған Оло Кама буйы термины индерелә[2][3][4][5][6][7]. Был төбәккә Рәсәй Федерацияһының биш субъекты ҡарай: Башҡортостан Республикаһы, Киров өлкәһе, Пермь крайы (айырым статусҡа эйә Коми-Пермяк округы менән бергә), Татарстан Республикаһы, Удмуртия Республикаһы, шулай уҡ традицияға нигеҙләнгән географик һәм тарихи-мәҙәни яҡтан яҡын булған ҡайһы бер территориялар.

Үрге, Урта һәм Түбәнге Кама буйын билдәләйҙәр:

Үрге Кама буйы Кама үрендә, йылға башынан Пермь ҡалаһына тиклем, ята. Үрге Кама буйы биләмәләрендә XV быуат башында берҙәм административ һәм иҡтисади биләмә — Бөйөк Пермь — барлыҡҡа килә. XIX быуатта бында Соликамск өйәҙе ойошторола.

Урта Кама буйы Пермь ҡалаһынан Татарстан Республикаһына тиклемге биләмәгә ҡарай. Сарапулда Урта Кама буйы тарихы һәм мәҙәниәте музейы бар.

Түбәнге Кама буйы Татарстан менән күҙаллана.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат