Татарстан Республикаһы

Рәсәй Федерацияһы составындағы республика

Татарстан — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика, Волга буйы федераль округына ҡарай. Киров, Ырымбур һәм Һамар, Ульяновск өлкәләре, Сыуашстан, Мари Иле, Башҡортостан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы Ҡазан, Мәскәүҙән 797 саҡырымда.

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Татарстан Республикаһы
татар. Татарстан Республикасы

Татарстан флагыТатарстан гербы

Нигеҙ һалынған

1920

Баш ҡалаһы

Ҡазан

Майҙаны

44-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

67 847 км²

Халҡы

8-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

3 868 730[1] (2016)

57.02 кеше/км²

ТТП

8-се

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

2 469,2 млрд. һум (2010)

633,7 мең һум

Федераль округ

Волга буйы федераль округы

Дәүләт теле

рус теле, татар теле

Рәйес[2][3][4][5]

Рөстәм Миңлеханов

Премьер-Министр

Алексей Песошин

Дәүләт Советы — рәйесе

Фәрит Мөхәмәтшин

РФ субъекты коды

16

ISO 3166-2 коды

RU-TA

Сәғәт бүлкәте

MSD[d], Европа/Москва[d][6] һәм UTC+3:00[d]

Бүләктәре:

Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Географик мәғлүмәт

Татарстан Рәсәй үҙәгендә, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, ике ҙур йылға — Иҙел һәм Кама ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 67836,2 квадрат километр, төньяҡтан көньяҡҡа 290 саҡырым һәм көнбайыштан көнсығышҡа 460 саҡырым. Уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 170 метр, 90 процент ерҙәр 200 метрҙан юғарыраҡ, тик айырым урындар ғына 300—350 метрға етә.Территория — башлыса урманлы ерҙә ятҡан тигеҙлек, уның 16 проценты урман менән ҡапланған. Көнсығыш Европа тигеҙлеге Волганан алып көнсығышҡа, Урал тауҙарына табан күтәрелә бара, шуға ла республиканың ер өҫтө өсөн дә был үҙенсәлек хас: уның иң түбән урындары — Иҙел аръяғының көнбайышында, ә иң бейек ерҙәре көнсығышта ята. Республиканың көньяҡ-көнсығышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урынлашҡан.

Фаунаһында биш мендән артыҡ хайуан төрө иҫәпләнә.

Халҡы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 3 миллион 776 мең 265 кеше йәшәй, шуларҙын 14 мең 901-е башҡорт милләтенән.

Татарстанда халыҡ тығыҙлығы
ХалыҡКеше һаны, %
Татарҙар53,24 %
Урыҫтар39,71 %
Сыуаштар3,08 %
Арҙар0,62 %
Украиндар0,48 %
Мордвалар0,51 %
Марыйҙар0,48 %
Башҡорттар0,38 %

Телдәр

Йөмһүриәтенә Татарстан Конституцияһына һәм Татарстан телдәре турындағы законға ярашлы татар һәм урыҫ телдәретигеҙ хоҡуҡлы дәүләт телдәре итеп иғлан ителгән.

Дин

Татарстанда мендән артыҡ дини берләшмә теркәлгән, диндарҙар араһынан ислам һәм христиан динен тотоусылар күпселекте тәшкил итә.

Сәнәғәт

Татарстан — Рәсәйҙәге иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе, ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Ленинград, Свердловск һәм Ярославль өлкәләре менән бер рәттән иң алдынғылар төркөмөндә килә. Республиканың иҡтисади нигеҙен сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Сәнәғәт башлыса яғыулыҡ һәм нефть химияһы тармаҡтары, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе (ауыр йөк ташыусы машиналар, вертолеттар, самолеттар һәм авиадвигателдәр, компрессорҙар, йылға һәм диңгеҙ суднолары, автомобилдәр) машина эшләү предприятиеларынан тора. Илдә етештерелгән тракторҙарҙың — 24, ауыр йөк машиналарының 17,5 проценты бында сығарыла. Электр һәм радио приборҙары эшләү сәнәғәте лә яҡшы үҫешкән. Йылына 32 миллион тоннаға яҡын нефть сығарыла (Йәлил (ҡасаба), Әлмәт ятҡылыҡтары). Рәсәйҙә етештерелгән полиэтилен, синтетик каучук һәм автошиналар күләменең өстән бер өлөшөн тап ошо төбәк сәнәғәте етештерә.

Өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе булған агросәнәғәт комплексы ла ныҡ үҫешкән. Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 2,1 процентын биләгән республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 4,7 процентын етештерә.

Ҡоролош

Татарстан 43 муниципаль райондан һәм 2 ҡала округтан тора.

Ҡалалар

Татарстан административ картаһы (русса)
  1. Аҙнаҡай
  2. Әлмәт
  3. Баулы
  4. Бөгөлмә
  5. Быуа
  6. Алабуға
  7. Зәй
  8. Йәшел Үҙән
  9. Ҡазан — баш ҡала
  10. Лениногорск
  11. Яр Саллы
  12. Түбәнге Кама
  13. Норлат
  14. Тәтеш
  15. Чистай

Райондар

РайонҮҙәкМайҙан
км²
Халыҡ һаны[7]
кеше
Тығыҙлыҡ
кеше/км²
1Әгерже районыӘгерже ҡалаһы1796,63642320,27
2Аҙнаҡай районыАҙнаҡай ҡалаһы2143,36427429,99
3Аҡсубай районыАҡсубай ҡтҡ1440,13212422,31
4Аҡтаныш районыАҡтаныш ауылы2037,83116115,29
5Алексеевск районыАлексеевск ҡасабаһы2080,12608012,54
6Әлки районыБазарлы Матаҡ ауылы1726,82068811.98
7Әлмәт районыӘлмәт ҡалаһы2500,219489277,95
8Апас районыАпас ҡасабаһы1047,52226421,25
9Арса районыАрса ҡалаһы1843,65122327,78
10Әтнә районыОло Әтнә ауылы681,41368120,08
11Баулы районыБаулы ҡалаһы1210,43747930,96
12Балтас районыБалтас ҡтҡ1094,53363430,73
13Бөгөлмә районыБөгөлмә ҡалаһы1408,611204379,54
14Быуа районыБыуа ҡалаһы15434514429,29
15Үрге Ослан районыҮрге Ослан ауылы1373,91649312,00
16Бейек тау районыБейектау ҡасабаһы1701,24324125,42
17Сүпрәле районыИҫке Сүпрәле ауылы1029,52630225,55
18Алабуға районыАлабуға ҡалаһы1362,18139259,75
19Зәй районыЗәй ҡалаһы1861,65812131,22
20Йәшел Үҙән районыЙәшел Үҙән ҡалаһы1396159986114.6
21Ҡайбыҫ районыОло Ҡайбыҫ ауылы995,401516615,24
22Кама Тамағы районыКама Тамағы ҡтҡ11991677613,99
23Ҡуҡмара районыҠуҡмара ҡтҡ14935221034,97
24Лайыш районыЛайыш ҡалаһы2094,433696817,65
25Лениногорск районыЛениногорск ҡалаһы1843,208884048,20
26Мамадыш районыМамадыш ҡалаһы2600,74551617,50
27Менделеевск районыМенделеевск ҡалаһы746,43061041,01
28Минзәлә районыМинзәлә ҡалаһы1923,43013615,67
29Мөслим районыМөслим ауылы1464,32160414,75
30Түбәнге Кама районыТүбәнге Кама ҡалаһы1672,3265691158,88
31Яңы Шишмә районыЯңы Шишмә ауылы1315,31536211,68
32Норлат районыНорлат ҡалаһы23096044426,18
33Питрәc районыПитрәc ауылы1352,42887521,35
34Балыҡ Биҫтәһе районыБалыҡ Биҫтәһе ҡтҡ20522796413,63
35Саба районыБайлар Сабаһы ҡтҡ1097,73073828,00
36Сарман районыСарман ауылы13853668026,48
37Спас районыБолғар ҡалаһы2028201719,95
38Тәтеш районыТәтеш ҡалаһы16322479415,19
39Туҡай районыЯр Саллы ҡалаһы1744547497313,93
40Теләсе районыТеләсе ауылы11601443812,45
41Сирмешән районыСирмешән ауылы13642092215,34
42Чистай районыЧистай ҡалаһы18238136544,63
43Ютазы районыУрыссу ҡтҡ7592252629,68

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары