Капри

Капри (итал. Capri) — Тиррен диңгеҙендә (Урта диңгеҙенең өлөшө), Кампани төбәгенең итальян провинцияһы Неаполгә инә. Рим республикаһы ваҡыттарынан алып популяр диңгеҙ курорты.

Капри
итал. Capri
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһыˈkaːpri
Дәүләт Италия
Административ үҙәкКапри[d]
Административ-территориаль берәмекНеаполь[d]
УрынНеаполитанский залив[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанТиррен диңгеҙе
Иң юғары нөктәMonte Solaro[d]
Халыҡ һаны12 903 кеше (2022)
Административ рәүештә бүленәКапри[d] һәм Анакапри[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек589 метр
Оҙонлоҡ6,3 km
Киңлек2,7 km
Майҙан10,4 км²
Вики-проектПроект:Италия[d], WikiProject Kingdom of Naples[d], WikiProject Travel and Tourism[d], Википедия:Форум/Географический[d] һәм Проект:Острова[d]
Был объекттан күренештәр категорияһыCategory:Views from Capri (island)[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Capri (island)[d]
Карта
 Капри Викимилектә

Этимологияһы

Бәлки, был утрау исеме боронғо грек κάπρος — «ҡабан», «вепрь» һүҙенә барып тоташҡандыр.[1] Әммә тағы бер версия бар, уның буйынса утрау исеме һуңғыраҡ латин теленән caprea — кәзә һүҙенән килеп сыҡҡан.[2][3]

Географияһы

Утрауҙың немец картаһы (xix быуат аҙаҡтарында).

Капри утрауы Неаполитан ҡултығының көньяҡ өлөшөндә, Соррентин мороно осонан яҡынса көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны —10,4 км² . Иң юғары нөктәһе — Монте - Соларо, 589 метр.Вулкандан барлыҡҡа килгән утрау, уның нигеҙе күбеһенсә эзбизташтан тора. Ҡаялар, тәбиғи аркалар һәм мемерйәле текә ярҙар был рельеф өсөн хас. Утрау флораһында урта диңгеҙ сәнскеле ҡыуаҡтары өҫтөнлөк итә.[4]

Утрауҙарың баш ҡалаһы — Капри, даими халыҡтың күпселеге утрауҙа йәшәй, уға ике гавань Марина - Пиккола һәм Марина - Гранд ҡарай. Утрауҙың икенсе ҡалаһы — Анакапри, унда күп виллалар урынлашҡан.

Утрауҙың төньяҡ ярында иң иҫтәлекле популяр урындарҙың береһе — Зәңгәр грот урынлашҡан.

Тарихы

Каприны император Август, 29 б. э. т. неаполитанлыларҙан тартып алған. Император Тиберий бында бер нисә иҫ киткес вилла төҙөй, утрау уның иң яратҡан урыны була киткән һәм уның ваҡытында иң популяр ял итеү урынына әйләнә. Үҙ ғүмеренең һуңғы 10 йылын Тиберий утрауҙа үткәрә. Һуңыраҡ утрау һөргөн урынына әйләнә[5].

Иҡтисады

Утрау халҡы туристик тармағы менән, субтропик игенселек, баҡсасылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Ҡоро ер менән бәйләнеш — шәхси катерҙар һәм паром.

Утрау ҡатындар өсөн айырым төр салбар фасонына исем бирә: капри — кыҫка, тәнгә һылашып торған салбар, улар тубыктан саҡ ҡына оҙонораҡ, тышҡы яҡтан ҙур булмаған уйымы бар.

Иҫтәлекле урындары

  • Монте - Соларо тауы (589 м). Анакапринан тауға аҫылмалы ҡанат юлы алып бара. Тауға, яҡынса VII—VI б.э. т. даталанған «Финик баҫҡыстары» (921 баҫҡысы) буйлап менергә мөмкин. Уның түбәһенән Неаполгә, Аненниндың көньяк осона һәм култығына куренеш асыла.
  • Зәңгәр грот исемле яр мәмерйәһе

Капри донъя мәҙәниәтендә һәм тарихында

Нобель премияһы лауреаты Эмиль Беринг виллаһы (бордовый), 1906-1913 йылдарҙа Горький йәшәгән.
Август һәм Фаральони баҡсаларынан күренеш

Төрлө ваҡытта утрауҙа йәшәүселәр:

  • Утрауҙа (дөрөҫөрәге — Малапарт Курцио виллаһында) Жан-Люк Годар Презрение (1963, А. Моравианың шул уҡ исемле романы буйынса) һәм Лилиана Кавань Тире (1981, Малапарте романы буйынса) фильмдар төшөрөлә.
  • Утрауҙа 1948 йылда үткәрелгән иң беренсе Гран Italia фестивале үтә.
  • 2009 йылдан алып Горький премияһы тапшырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Капри мәктәбе

Иҫкәрмәләр

  • Кап // географик атамалар донъяһы: Поспеловтың һүҙлеге. — М.: АСТ. 2001 Е. М. Поспелов
  • Кап // географик атамалар донъяһы: Поспеловтың һүҙлеге. — М.: АСТ. 2001 Е. М. Поспелов.
  • Кап // ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә — М.: советская энциклопедия. 1969-1978.
  • Антик һүҙлеге. — Немец теленә тәржемә иткән. М.: Прогресс. Лейпцигский институты библиография. 1989.
  • Әҙәбиәт

    Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары