Карл Бенц

донъяла ДВС-һы булған беренсе автомобилде уйлап табыусы, автомобиль төҙөү өлкәһендә пионер

Карл Фридрих Михаэль Бенц (нем. Carl[6][7][8][9] (Karl) Friedrich Michael Benz, 25 ноябрь 1844, Мюльбург (Карлсруэ)[10] — 4 апрель 1929, Ладенбург) — немец инженеры, донъяла ДВС-һы булған беренсе автомобилде уйлап табыусы, автомобиль төҙөү өлкәһендә пионер. Һуңыраҡ уның фирмаһынан Даimler-Benz AG концерны барлыҡҡа килә (хәҙер «Mercedes-Benz Group»).

Карл Бенц
нем. Karl Benz
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат
Гражданлыҡ Республика Баден[d]
 Великое герцогство Баден[d]
Тыуған ваҡыттағы исеменем. Karl Friedrich Michael Benz
Тыуған көнө25 ноябрь 1844({{padleft:1844|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыныМюльбург[d], Великое герцогство Баден[d], Германский союз[d]
Вафат булған көнө4 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][4][…] (84 йәш)
Вафат булған урыныЛаденбург[d], Республика Баден[d], Веймар Республикаһы[1]
Үлем сәбәбевнутримозговое кровоизлияние[d]
Ерләнгән урыныЛаденбург[d]
Хәләл ефетеБерта Бенц[d]
БалаларыРихард Бенц[d] һәм Эуген Бенц[d]
Һөнәр төрөинженер, уйлап табыусы
Уҡыу йортоУниверситет Карлсруэ[d]
Ғилми етәксеФердинанд Редтенбахер[d][5]
Партнёр в спорте или профессииEmil Bühler[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәрКарл и Берта[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһыНациональный му­зей ав­то­мо­би­лей[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Карл Бенц Викимилектә

Биографияһы

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Карл Фридрих Бенц 1844 йылдың 25 ноябрендә Германияның Мюльбург ҡалаһында тыуа. Атаһы, поезд машинисы, улына ни бары ике йәш булғанда поездың асыҡ кабинаһында алған һалҡын тейеүҙән вафат була. Ата-әсәһе улына лайыҡлы белем бирергә теләй. Карлсруэла башланғыс мәктәпте тамамлағас, Карл 1853 йылда техник лицейға (хәҙер Бисмарк гимназияһы), ә һуңынан, 1860 йылда, — политехник университетҡа уҡырға инә.

Йәш сағында Бенц фотоға төшөрөү һәм стена сәғәттәрен ремонтлау менән мауыға.

1864 йылдың 9 июлендә 19 йәшендә Карлсруэ университетының техник механика факультетын тамамлай. Фердинанд Редтенбахерҙың уҡыусыһы.

Карлсруэла машиналар эшләү заводында эшләй. Ике йыл механик булып эшләгәндән һуң эштән китә.


5 йыл Мангеймда, Пфорцгеймда машиналар эшләү заводтарында инженер һәм конструктор булып эшләй[11] һәм хатта бер ни тиклем ваҡыт Венала эшләй.


1871 йылда Август Риттер менән берлектә Мангеймда механика оҫтаханаһын ойоштора. Оҫтахана беркеткес әйберҙәр һәм металдан төҙөлөш материалдары, ҡорамалдар етештерә. Тиҙҙән Карл Бенц кәләшенең атаһы Берта Рингерҙан бурысҡа алған аҡсаға компаньонынан оҫтахана хаҡының бер өлөшөн һатып ала һәм тотош оҫтаханаға үҙе генә хужа булып китә. Карл менән Берта 1872 йылдың 20 июлендә никахлаша. Һуңыраҡ уларҙың биш балаһы тыуа.


Карьераһы

1886 йылда сығарылған Бенц автомобиленең реконструкцияһы.
Беренсе автомобилдең төп узелдары. УГМК автомузейының репликаһы

Үҙенең оҫтаханаһында Карл Бенц яңы эске яныулы двигателдәр эшләй башлай. 1878 йылдың 31 декабрендә ул ике тактлы бензин двигателенә патент ала.

Тиҙҙән Карл Бенц буласаҡ автомобилдең бөтә мөһим узелдары һәм системалары: акселератор, батареянан һәм тоҡандырыу шәмдәренән эшләгән тоҡандырыу системаһы, карбюратор, тоташтырғыс, тапшырыу ҡумтаһы һәм һыуытыу өсөн һыу радиаторына патенттар ала.

1882 йылда «Gasmotoren Fabrik Mannheim» акционерҙар предприятиеһын ойоштора, әммә 1883 йылда уны ташлап китә. 1883 йылда велосипед оҫтаханаһы нигеҙендә шулай уҡ «Benz & Cie» булараҡ билдәле «Benz & Company Rheinische Gasmotoren-Fabrik» компанияһын ойоштора. Компания бензин двигателдәрен етештереп һата башлай. Шунда уҡ Бенц үҙенең беренсе автомобилен уйлап таба.

Бенц автомобилендә өс металл тәгәрмәс була, сөнки уйлап табыусы ике алғы тәгәрмәстең дә бер үк ваҡытта боролоуы проблемаһын хәл итә алмай. Машина ике артҡы тәгәрмәстәр араһында урынлашҡан дүрт тактлы бензин двигателе менән хәрәкәткә килтерелә. Әйләнеп торған сылбыр ярҙамында артҡы күсәр әйләнә башлай. Автомобиль шәмдән бирелгн осҡон ярҙамында тоҡандырыла, уның дифференциалы, тоташтырғысы (сцепление) һәм ике тапшырыуы (передача) — нейтраль һәм алғы тапшырыуы була. Двигатель минутына 250—300 әйләнештә 0,8 л. с. ҡеүәтен үҫтерә.

Двигатель һыу ярҙамында һыуытыла, өҫтәүенә, терморегуляция двигателдең цилиндрынан һыуҙы парға әйләндереү ярҙамында башҡарыла.

Автомобилде эшләү 1885 йылда тамамлана һәм «Motorwagen» атамаһын ала. 1886 йылдың 29 ғинуарында Бенц Германияның 37435-се Император патентын ала, автомобиль юлдарҙа һынау үтә, һәм 1887 йылда Париж күргәҙмәһендә күрһәтелә.

1888 йылда автомобилдәр һатыла башлай. Тиҙҙән Парижда филиал асыла, унда улар тиҙерәк һатыла.

1888 йылдың 5 авгусында Берта Бенц автомобилде иренең рөхсәтенән тыш ала һәм шул машанала балалары менән Мангеймдан Пфорцгеймға сәйәхәт ҡыла. Бер көн эсендә автомашина дөйөм алғанда 106 километр юл үтә. Юлда улар бер нисә тапҡыр дарыуханаларҙан бензин һатып ала (ул унда таҙартыу сараһы булараҡ һатыла).

1886—1893 йылдарҙа «Motorwagen» тибындағы 25-кә яҡын автомобиль һатыла.

1889 йылда Бенцтың Франциялағы вәкиле уның автомобилен Париждағы автомобиль күргәҙмәһендә тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта унда немецтарҙың «Daimler» («Даймлер» компанияһы автомобилдәре лә күрһәтелә. Әммә күргәҙмәлә Бенцтың автомобиле уңышлы һатылмай. 1890 йылға тиклем шулай була, бер нисә немец фирмаһы Бенц автомобилен етештереү менән ҡыҙыҡһына. Бары тик Бенц автомобилен етештергән яңы фирмаға нигеҙ һалына. Артабанғы осорҙа Бенц өҙлөкһөҙ рәүештә үҙенең яңы проекты өҫтөндә эшләй, шул иҫәптән автомобилдәрҙе һынау өсөн ярыштар ҙа ойойштора.

1893 йылда двигателенең ҡеүәте 3 л. с. булған һәм дүрт тәгәрмәсле, ике урынлы арзанлы автомобиль эшләнә. Уның тиҙлеге сәғәтенә 17-20 км тәшкил итә. Беренсе йылда был типтағы 45 автомобиль һатыла.

1894 йылда «Velo» моделе автомобилдәре сығарыла башлай. «Velo» автомобиле тәүге Париж — Руан автомобиль ярыштарында ҡатнаша. 1895 йылда беренсе йөк машинаһы, шулай уҡ тарихта тәүге автобустар эшләнә.

1897 йылда ул горизонталь урынлашыусы 2 цилиндрлы двигатель уйлап таба, ул контра-двигатель (оппозитлы двигатель) булараҡ билдәле. Тиҙҙән «Benz» фирмаһы, улар етештерегән автомобилдәрҙең юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшеүе сәбәпле, киң танылыу ала һәм һатып алыусылар араһында юғары популярлыҡҡа өлгәшә. Ниһайәт, байтаҡ йылдарға һуҙылған уңышһыҙлыҡтарҙан һуң Карл Бенц өсөн уңышлыраҡ этап башлана.

1906 йылда Карл Бенц, Берта Бенц һәм уларҙың улы Евгений Ладенбургта төпләнә. 1914 йылдың 25 ноябрендә Карлсруэ техник университеты Карл Бенцҡа почетлы доктор исемен бирә.

Германиялағы финанс көрсөгө күп өлкәләргә, шул иҫәптән автомобиль етештереүгә лә ҡағыла. Ҡатмарлы иҡтисади хәлде үтеп сығыу өсөн, 1926 йылдың 28 июнендә, Карл Бенцтың «Benz & Cie.» компанияһы һәм Даймлерҙың DMG компанияһы берләшеп, концерн барлыҡҡа килтерә (хәҙер Daimler AG) һәм бөтә автомобилдәренең атамаһын DMG компанияһының 1902 йылда сығарылған иң яҡшы 35-се көслө «Mercedes»моделе хөрмәтенә һәм Карл Бенц хөрмәтенә «Mercedes-Benz» тип үҙгәртә. «Mercedes» автомобиль үҙенең исемен Мерседес Еллинек (ингл. Mercedes Jellinek), Даймлерҙың яңы автомобилдең спецификацияһын ҡуйған партнерҙарының береһе Эмиль Еллинектың ҡыҙы хөрмәтенә атала. Яңы фирманың логотибында Даймлерҙың өс мөйөшлө йондоҙо (ер, һауа һәм һыу өсөн) Бенц эмблемаһы төшөрөлгән лавр ботағы менән уратып алынған.

Вафаты

Карл Бенц 1929 йылдың 4 апрелендә Ладенбургта үпкә шешеүе эҙемтәләренән вафат була. Берта Бенц иренән һуң байтаҡ йәшәй һәм 1944 йылдың 5 майында вафат була.

Автомобиль төҙөү пионеры хөрмәтенә футбол клубы стадионы Вальдхоф (нем. Carl-Benz-Stadion) артабан Карл-Бенц-Стадион тип атала. Шул уҡ хәл Антарктидалағы тау артылышына ла ҡағыла, ул да «Denz-Pass» nbg fnfkf.

Бенц Рәсәй империяһында

Бенц изделиеһы Рәсәй империяһында һатып алынған тәүге автомобиль тигән легенда бар. Был хаҡтағы мәғлүмәт 1912 йылда «Одесса автомобиль йәмғиәте» белешмәһендә баҫылып сыға. Benz-тың рәсми архивтары раҫлауынса, беренсе автомобиль 1912 йылдың 18 апрелендә сығарылған һәм Мәскәүҙә йәшәгән билдәһеҙ кешегә һатылған Benz Velo була.[12]

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, 1895 йылда етештерелгән ошо уҡ модель автомобиле сәнәғәтселәр Петр Фрезе һәм Евгений Яковлев эшләгән беренсе рус автомобиле өсөн өлгө булып тора.

1913 йылда Benz-82-200 автомобилендә бөтә Рәсәй тиҙлек рекорды ҡуйыла — 202,1 км/сәғ. 1917 йылғы революцияға тиклем был рекордты бер кем дә уҙып китә алмай.

Рәсәйҙә Benz-тың ике вәкиллеге була: Санкт-Петербургта (Невский проспект, д. 21) һәм Одессала (ул. Ришельевская, 11-се йорт. 1916 йылда Санкт-Петербургтағы вәкиллек ябыла.

Сәнғәттә

  • Карл Бенцтың һәм уның ҡатыны Бертаның биографияһы нигеҙендә 2011 йылда «Карл и Берта» (Германия) нәфис фильмы төшөрөлә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Benz, Carl. Lebensfahrt eines deutschen Erfinders : meine Erinnerungen / Karl Benz. — München: Koehler und Amelang, 2001. — ISBN 3-7338-0302-7.
  • Benz, Carl Friedrich. Lebensfahrt eines deutschen erfinders; erinnerungen eines achtzigjahrigen. — Leipzig: Koehler & Amelang, c. 1925.
  • Elis, Angela: Mein Traum ist länger als die Nacht. Wie Bertha Benz ihren Mann zu Weltruhm fuhr. Hoffmann und Campe, Hamburg 2010, ISBN 978-3-455-50146-9 ISBN 978-3-455-50146-9
  • Seherr-Thoss, Hans Christoph, Graf von. Zwei Männer – ein Stern : Gottlieb Daimler und Karl Benz in Bildern, Daten und Dokumenten. — Düsseldorf: VDI-Verlag, 1988. — ISBN 3-18-400851-7.
  • Seidel, Winfried A. Carl Benz : eine badische Geschichte ; die Vision vom "pferdelosen Wagen" verändert die Welt. — Weinheim: Ed. Diesbach, 2005. — ISBN 3-936468-29-X.
  • Siebertz, Paul. Karl Benz : Ein Pionier der Motorisierung. — Stuttgart: Reclam (инг.)баш., 1950.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары