Катарина Мазетти

швед яҙыусыһы

Катарина Мазетти (швед. Katarina Mazetti; 29 апрель 1944 йыл) — Швеция журналисы һәм яҙыусыһы.

Катарина Мазетти
швед. Katarina Mazetti[1]
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[2]
Гражданлыҡ Швеция
Тыуған көнө29 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[3][1][4][…] (80 йәш)
Тыуған урыныСтокгольм, Швеция[1]
Туған телшвед теле
Яҙма әҫәрҙәр телешвед теле
Һөнәр төрөжурналист, яҙыусы, балалар яҙыусыһы
Уҡыу йортоЛундский университет[d]
Жанрхикәйә, роман, тарихи роман[d], детская и подростковая литература[d], шиғриәт һәм сценарий[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтkatarinamazetti.com/enfr…
katarinamazetti.com
Вики-проектIedereen Leest[d]
 Катарина Мазетти Викимилектә

Биографияһы

Катарина Мазетти Стокгольмда тыуған, әммә Швецияның көньяғынағы диңгеҙ порты Карлскрунда үҫкән. Ул журналистика менән шөғөлләнә башлай, ә тәүге күнекмәләрҙе урындағы гәзиттә ала. Лунд университетында ул инглиз һәм әҙәбиәт өлкәһендә магистр дәрәжәһен ала, шунан һуң уҡытыусы, ә һуңыраҡ репортер һәм радиопродюсер булып эшләй. Егерме йыл дауамында ул дүрт балаһы һәм ире менән Швецияның төньяғында бәләкәй фермала йәшәй. Әлеге ваҡытта ул Лундта йәшәй. Күп йылдар буйы яҙыусы бөтә йәштәге кешеләр өсөн китаптар, шулай уҡ әҙәби күҙәтеүҙәр, шиғырҙар, скетчтар яҙа, гәзит өсөн колонкалар һәм радио тапшырыуҙары алып бара.

Уның тәүге китабы гекзаметр менән балалар өсөн яҙылған һүрәтле китап була. Өлкөндәр өсөн яҙылған Grabben i Graven Bredvid (Күрше ҡәбер егете) романы 22 телгә тәржемә ителә. Романды яҙыусы үҙенең фермер ҡатыны тәжрибәһенә нигеҙләнеп яҙа. Роман ҙур уңышҡа өлгәшә һәм швед телендә генә 450000 данала һатыла. 2002 йылда уның буйынса фильм төшөрөлә, уны миллиондан ашыу швед ҡарай.

Мазетти әҙәбиәт сараларына ярашлы бер нисә илдә була, улар араһында Рәсәй, Германия, Канада (Aloud International Readings, 2006) һәм Франция (2007 йылда Prix Cévennes номинацияһы ала).

Әҫәрҙәре

  • Grabben i Graven Bredvid — Күрше ҡәбер егете. М.: Текст, «Тәүге тарҡыр» серияһы, 2004; «Беренсе рәт» серияһы, 2007.
  • Tarzans tårar — Илама, Тарзан! М.: Текст, «Беренсе рәт» серияһы, 2006.
  • Familjegraven — Ғаилә ҡәбере. М.: Текст, «Беренсе рәт» серияһы, 2007.
  • Det är slut mellan gud och mig — Һинең менән минең арала бөтәһә лә тамамланған. М.: Текст, «Беренсе рәт» серияһы, 2010.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат