Швеция

Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт

Швеция (швед. Sverige , рәсми атамаһы Швеция Короллеге (швед. Konungariket Sverige ) — Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Илдең атамаһы иҫке скандинав теленән алынған: Svea һәм Rige — «Свеялар дәүләте». Баш ҡала — Стокгольм.

Швеция Короллеге
швед. Konungariket Sverige
Швеция гербы
Флаг{{{Герб урынына}}}
Девиз: «(швед.): För Sverige i tiden!
(башҡ.
Швеция өсөн — һәр ваҡытта!
Гимн: «Du gamla, Du fria»
Швецияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел)
Нигеҙләнгән900 йылдар самаһы
Нигеҙләнгән900 йылдар самаһы
Рәсми телшвед.
Баш ҡалаСтокгольм
Эре ҡалаларСтокгольм, Гётеборг, Мальмё, Уппсала
Идара итеү төрөконституцион монархия, парламент демократияһы
Король
Премьер-министр
Карл XVI Густав
Йон Фредрик Райнфельдт
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
54
449 964 км²
8,67
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

9 532 634[1] чел. (88)
21,9 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2011)
  • Бер кешегә

379,937 млрд. долл. (33)
40418 долл.
ИЧР (2011) 0,904 (Бик юғары) (10 урын)
ЭтнохоронимШвед, шведтар
ВалютаШвед (Швеция) кронаһы (SEK)
Интернет-домены.se
Код ISOSE
МОК кодыSWE
Телефон коды+46
Сәғәт бүлкәтеUTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2)

Физик һәм географик характеристикаһы

Урынлашыуы

Майҙаны (449 964 км²) буйынса Швеция Көнбайыш Европа илдәре араһында өсөнсө урынды биләй, ә бөтә Европа буйынса — бишенсе. Балтик диңгеҙе һәм Төньяҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

Климаты

Айҙар буйынса уртаса температура (°C)[2]
ҠалаҒинуарФевральМартАпрельМайИюньИюльАвгустСентябрьОктябрьНоябрьДекабрь
Кируна−10/-16−8/-15−4/-132/-78/014/617/814/69/21/-4−5/-10−8/-15
Эстерсунд−5/-10−3/-90/-65/-212/316/818/1017/1012/66/20/-3−3/-8
Стокгольм1/-21/-34/-211/316/820/1223/1522/1417/1010/65/21/-1
Гётеборг2/-14/-16/011/316/819/1222/1422/1418/1012/67/33/-1
Висбю1/-21/-33/-29/114/618/1021/1320/1316/910/65/22/0
Мальме3/-13/-16/012/317/819/1122/1322/1418/1012/68/44/1

Уртаса көн оҙонлоғо
ДекабрьИюнь
Мальмё7 сәғәт17 сәғәт
Стокгольм6 сәғәт18 сәғәт
Кируна0 сәғәт24 сәғәт

Дәүләт ҡоролошо

Швеция Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Швеция Короллеге - Конституцион монархия.

Башҡарма власть

Дәүләт башлығы — король. Әммә Швеция конституциялы монархия булып тора, шуға ла корольдең хакимлеге сикләнгән. Дәүләт менән премьер-министр башлығында хөкүмәт идара итә. Ул парламент — риксдаг менән һайлана.

Суд власы

Швеция Короллеге юғары суды.

Закондар сығарыу власы

Швеция парламенты — риксдагтың бинаһы

Ри́ксдаг (швед. riksdag; швед. riks — дәүләт, империя, һәм швед. dag — сейм) — Швеция Короллегенең юғары закондар сығарыу органы. Риксдаг дүрт йылға бер дөйөм тауыш биреүҙәр аша ҡабаттан һайланыла.

Административ бүленеш

Швеция 21 округтарға — лендарға (län) бүленә, ә һәр бер лен коммуналарҙан (kommun) тора (дөйөм һаны — 290).

Халыҡ һаны

Милли состав

Шведтарҙан башҡа илдә 17 меңдән ашыу саам халҡы, 500 меңдән ашыу финдар йәшәй.

Дин

Диндарҙарҙың күпселеге (79 %), йәки халыҡтың 70 % населения, Швеция Сиркәүенә инә. Ул лютеран сиркәүе булып тора һәм 2000 йылда дәүләттән айырыла.

Швецияла 250 меңдән алып 450 меңгә тиклем ислам динен тотоусылар йәшәй. Православиелыларҙың һаны 94 мең кешегә барып етә.

Ғилем

Швецияның билдәле ғалимдары:

  • Карл Линней (1707—1778) — врач, биолог.
  • Андерс Йонас Ангстрем (1814—1874) — ғалим-астрофизик.
  • Карл Манне Георг Сигбан (1886—1978) — физик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Петер Артеди (1705—1735) — ғалим-ихтиолог.
  • Эрик Ивар Фредгольм (1866—1927) — математик.
  • Магнус Гёста Миттаг-Леффлер (1846—1927) — математик.
  • Альфред Нобель (1833—1896) — химик, инженер, динамитты уйлап табыусы. Нобель премияһына нигеҙ һалыусы.

Мәҙәниәт

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Киң билдәле швед яҙыусылары:

  • А. Стриндберг (1849—1912) — «Густав Ваза», «Эрик XIV» тарихи драмалары, «Ҡыҙыл бүлмә» романы авторы;
  • С. Лагерлёф (1858—1940) — «Нильс Хольгерссондың Швеция буйлап мөғжизәле сәйәхәте» китабы менән билдәле;
  • А. Линдгрен (1907—2002) — «Малыш һәм Карлсон» исемле повестар йыйынтығы менән донъяға билдәле.

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары