Космос саңы

Космос саңы, космос туҙаны — бер нисә молекуланан алып 0.2 мкм ҙурлыҡтағы космоста барлыҡҡа килгән саң. Ергә йыл һайын 40 000 тонна космос саңы яуа.

Космос саңынан барлыҡҡа килгән зодиак яҡтылығы[1]

Космос саңын астрономик торошо буйынса айырырға мөмкин, мәҫәлән: галактика-ара саңы[2], галактика саңы, йондоҙ-ара саң, планета-ара саң, йондоҙ тирәләй космос саңы болоттары, астероид саңы, комета саңы. Йондоҙ-ара саң яҡты һәм ҡараңғы болоттар (томанлыҡтар) булып күҙәтелә.

Ҡояш системаһында саң матдәһе тигеҙ таралмаған, күпселеге төрлө ҙурлыҡтағы саң болоттарында тупланған. 1961 йылдың 15 февралендә геофизика институтының оптик аппарутураһы ярҙамында был асыш яһалды. Аппаратура зонд ракетаһына Ер өҫтөнән 60 — 100 км бейеклектә тулы ҡояш тотолған ваҡытта Ҡояш тажының яҡтылығын үлсәү өсөн ҡуйылған була.

«Meteoritics & Planetary Science» журналының 2010 йылдың ғинуарында сыҡҡан «Метеорит һәм метеороид: яңы тулы төшөнсә»[3] тигән мәҡәләһендә авторҙар түбәндәге төшөнсәне бирә:

  • Космос саңы (Interplanetary dust particle (IDP)): планета-ара арауыҡта хәрәкәт итеүсе 10 мкм-дан бәләкәсерәк киҫәксәләр. Әгәр был киҫәксәләр тәбиғи йәки яһалма есем менән ойошһалар, улар космос саңы тип аталыуын дауам итәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Метеороид
  • Комета саңы
  • Йондоҙ-ара саң

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары