Ленин районы (Өфө)

Өфө ҡалаһы районы

Ленин районы — административ-территориаль берәмек, Өфө ҡалаһындағы ете райондың береһе, ҡаланың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район биләмәһе 70,9 км² тәшкил итә.

Ленин районы
Герб
Герб
Өфө
Барлыҡҡа килгән:

1936 йыл

Тәүге телгә алыу:

1936

Майҙаны:

70,9 км²

Халыҡ һанын иҫәпләү:

2015

Халыҡ һаны:

84 535[1] кеше

Телефон кодтары:

+7 347

Карта

Географияһы

Район халыҡ йәшәгән биләмәләр Ағиҙел йылғаһының ике ярында ла урынлашыуы менән айырылып тора. Төп майҙанды Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап урынлашҡан Нижегородка һәм һул яғынан — Затон биләй.

Тарихы

Ленин районы Өфө ҡалаһы составында 1936 йылда барлыҡҡа килә. Үҙ эсенә Архиерейка, Затон, Нижегородка, Тимер юлы, Пристань һәм башҡа тарихи биҫтәләрҙе ала.

Ленин районы — ҡаланың иң тәүге административ берәмектәренең береһе. Ойошторолған саҡта халыҡ һаны 91,2 мең кеше, йәғни Өфө халҡының 40 % тәшкил итә.

Бик оҙаҡ ваҡыт район республика баш ҡалаһы тормошонда ойоштороусы ролен үтәй, бында барлыҡ ҡала хакимиәт органдары һәм учреждениелары урынлаша.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда районға 20 меңдән ашыу кеше эвакуациялана. Агрегат, элемтә ҡорамалдары һәм түбән вольтлы электр аппараттары заводтары күсерелә килә.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
1959[2]1970[3]1979[4]1989[5]2002[6]2003[7]2004[7]
88 58475 81275 29876 44870 45670 45771 447
2005[7]2006[7]2007[7]2008[7]2009[8]2010[9]2013[10]
72 82273 45273 98074 43975 38677 36280 759
2014[11]2015[1]
82 20184 535

Сәнәғәт

Район территорияһында урынлашҡан:

  • ААЙ «АНК Башнефть»,
  • ААЙ «Башкирэнерго»,
  • ЯСЙ «Судоремонтный-караптар заводы»,
  • ФДУП «Өфө агрегат производство берекмәһе»,
  • ААЙ Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы,
  • ЯСЙ «Өфө фанера-плитә комбинаты»,
  • ЯСЙ «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһе,
  • ААЙ «Өфө лак-буяу заводы»,
  • Башҡортостан республикаһы МВД ГУП ИПК «Ф. Э. Дзержинский исемендәге типография»,
  • ФДУП «Өфө протез-ортопедия предприятиеһы»,
  • «Алтын быуат» Өфө спирт-араҡы комбинаты,
  • ААЙ «Башҡорт йылға пароходсылығы»,
  • ДУП «Башавтотранс».

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары