Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы

ғалим-микробиолог, фармаколог.

Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы (4 ғинуар 1945 йыл) — ғалиммикробиолог, фармаколог. Медицина фәндәре докторы (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1986), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980)[2].

Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө4 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыныЕрмолаевка[1]
Һөнәр төрөфармаколог, микробиолог
Эш урыныБДМУ
Уҡыу йортоБДМУ
Ғилми дәрәжәмедицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Клара Абдулла ҡыҙы Лоҡманова 1945 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан АССР-ының Мәләүез районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Ермолаевка ауылында тыуған.

1963 йылда урта мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, 1969 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. И. И. Мечников исемендәге вакциналар һәм сывороткалар Өфө ғилми-тикшеренеү институтына эшкә юллама ала. 1974 йылда Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтында маҡсатлы аспирантураны тамамлай һәм «Вирусология» темаһына диссертация яҡлай[3]. «Иммунопрепарат» предприятиеһында бүлек начальнигы, 1983 йылда — баш технолог, 1987 йылда — бүлек начальнигы — сифат буйынса директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1995 йылдла башлап өлкән хеҙмәткәр, 1996 йылда — төп ғилми хеҙмәткәр, 2001—05 йылдарҙа һәм 2007 йылдан алып баш ғилми хеҙмәтәкәр; 2009 йылдан башлап БДМУ‑ла эшләй[2].2000 йылда «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Фармакология» темаһына диссертация яҡлай[3].

Фәнни эшмәкәрлеге паротит вирусын культивациялау ысулдарын камиллаштырыуға, урынлы иммунобиологик препараттар һәм фитопрепараттар өсөн дарыу формаларын эшләп сығарыуға арналған. Лоҡманова ҡатнашлығында яраларҙы уңалтыусы (сәсеү люцернаһы һәм Bacillus subtilis бактериялары нигеҙендә) һәм вирустарға ҡаршы тәьҫир итеүсе (кешенең лейкоцитар интерфероны) дарыуҙар эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. Төп фәнни журналдарҙа баҫылып сыҡҡан 125 фәнни хеҙмәт, 30 мәҡәлә һәм 13 уйлап табыу авторы[3].

Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы етәкселеге аҫтында медицина фәндәре кандидатлығына 5 диссертация әҙерләнә һәм яҡлана, дарыу препараттарының заманса дарыу формаларын булдырыу буйын тикшеренеүҙәр үткәрелә[3].

«Педиатрия» һәм «Фармация» (ситтән тороп уҡыу һәм көндөҙгө бүлектә) һөнәре буйынса уҡыған студенттарға фармакология буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы[3]
  • РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы[3]
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[3]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[3]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат