Мәләүез районы

Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Мәләүез районы (рус. Мелеузовский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Мәләүез ҡалаһы. Районда 26948 кеше йәшәй.

Мәләүез районы
Мәләүез районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәкМәләүез
Административ-территориаль берәмекБашҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәтеYEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны88 549 кеше (2010)[1]
Майҙан3234 км²
Почта индексы4538ХХ
Рәсми сайтadmmeleuz.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды34764
Карта
 Мәләүез районы Викимилектә

Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың авгусында ойошторолған. Районда 85 ауыл. Йәшәүселәр һаны буйынса уларҙың иң ҙурҙары: Ергән (5,1 мең кеше), Воскресенк (2 мең), Нөгөш (1989 — 1,4 мең), Нордовка (1,0 мең), Корнеевка (0,9 мең кеше). Ауыл халҡының күпселеген башҡорттар, урыҫтар, татарҙар тәшкил итә.

Билдәле шәхестәр


  • Кузнецова Валентина Георгиевна (8.02.1949), совет һәм Рәсәй керамика оҫтаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997). Воскресенск ауылынан.
  • Моратшин Амран Миһран улы (20.09.1948), ғалим-инженер-электрик, дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры. Рәсәй Сифат проблемалары академияһы академигы, техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Мотай ауылынан[3].
  • Серёгин Иван Тимофеевич (9.09.1933—24.06.1996), нефтсе, 1962—1994 йылдарҙа Краснохолм быраулау идаралығы мастеры. СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Богородский ауылынан[4].

Географияһы

Район территоряһының көнбайыш өлөшө көньяҡ сите менән Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына күскән Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, ә көнсығыш өлөшө — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы башланған һырттарҙа ята. Гидрографик селтәре Ағиҙел йылғаһы һәм уның Нөгөш, Һуҡайлы, Ашҡаҙар, Мәләүез ҡушылдыктары менән билдәләнә.

Климаты ҡоро. Йыуылған типик ҡара, ҡара-һоро урман тупраҡтары киң таралған. Ер аҫтында нефть (Введеновка, Волостновка, Грачи, Озерки, Тирәкле, Столяровка, Төньяҡ Ергән, Иҫке Казанковка), балсыҡ (Ҡаран), ҡомло балсыҡ (Самойловка, Ужа), ҡом (Корнеевка), эзбизташ (Гремячин), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ергән, Мәләүез, Таулы, Ташлыкүл, Юпитер, Самаровка), агрономик руда (Ивановка) һ.б. ятҡ-ҡтар бар. Район территорияһында “Башҡортостан” милли паркы, тәбиғәт ҡомартҡылары (карст-спелеологик ҡом. — Ҡотоҡ төбәге, Күперле тәбиғи карст күпере, Кочкарь заказнигы — һирәк осрай торған йәнлектәрҙең йәшәү урыны, Ромадановка йырыны — аҡ балсыҡ һәм олигоцен флоралы сидерит) бар.

Тарихы

Мәләүез районы биләмәһендә үткән быуаттарҙа Юрматы, Тамьян, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Бошман-Ҡыпсаҡ волостары башҡорттары аҫабалар хоҡуғында йәшәй. Һуңынан һәр береһе даими йәшәү урынына әйләнгән ауылдарға нигеҙ һала. Ауылдар, башлыса, 16-сы быуат урталарында барлыҡҡа килә. Уларҙың исемдәре лә йыш үҙгәреп тора. Хатта ҡайһы берҙәре губерна картаһынан төшөп ҡалған саҡтар ҙа була. Улар урынына яңы ауылдар нигеҙләнә. Юрматы волосына ҡараған ауылдар Аҙнай түбәһенә инә. 19-сы быуаттың беренсе яртыһында улар, 7-се башҡорт кантонына ҡарап, 17-се йортҡа берләшә[5].

Мәләүез һүҙенең килеп сығышы

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
193944 070[6][7]
195957 968[8][7]
197063 821[9][7]
ЙылХалыҡ һаны
197930 281[10][7]
198926 509[11][7]
200226 723[12][7]
ЙылХалыҡ һаны
201088 549[1]
201883 202[13]
201982 000[14]

Иҡтисад

Мәләүз районы — сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәлешендәге район. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтары “Ишембайнефть” НГДУ-һы, ҡом, балсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтары Мәләүез, Салауат ҡалаларының төҙөлөш материалдары предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмалары тарафынан файҙаланыла.

Воскресенкала үҙағас әҙерләнә һәм эшкәртелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 173,8 мең га майҙанды биләй, шул иҫәптән 116,0 мең — һөрөнтө ерҙәр, 14,5 мең — бесәнлектәр, 43,1 мең — көтөүлектәр. Иген культураларынан тыш күпләп шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм картуф үҫтерелә. Малсылыҡ — һөт-ит йүнәлешендәге мөгөҙлө эре мал үрсетеүҙән, сусҡасылыҡтан, һарыҡсылыҡтан тора. Районда мал һимертеү буйынса хужалыҡ-ара комплекс, “Ужа” емеш-еләк совхозы, инкубатор ҡошсолоҡ станцияһы, элеватор эшләй.

Транспорт

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 58 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта, 30 дөйөм китапхана, 50 клуб учреждениеһы, Воскресенка картиналар галереяһы (М.В.Нестеров ис. Худ. музейының филиалы), 2 участка дауаханаһы, “Нөгөш” туристик-экскурсия комплексы, Ағиҙел йылғаһы ярындағы «Дуҫлыҡ» турбазаһы бар. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Путь Октября», «Көнгәк» гәзиттәре сыға.

Ауыл биләмәләре һәм ауылдар

80 241Мәләүез районы'
80 241 802 000Әбет ауыл Советы
80 241 802 001Боһорман
80 241 802 002Әбет
80 241 802 003Ерек
80 241 802 004Ҡотлобулат
80 241 802 005Түбәнге Таш
80 241 802 007Восточный
80 241 802 008Эткөсөк
80 241 805 000Александровка ауыл Советы
80 241 805 001Александровка
80 241 805 002Андреев
80 241 805 003Петров
80 241 805 004Хлебодаровка
80 241 810 000Аптраҡ ауыл советы
80 241 810 001Аптраҡ
80 241 810 002Апас
80 241 810 003Муллағол
80 241 810 004Сурағол
80 241 810 005Томансы
80 241 810 006Хәсән
80 241 815 000Арыҫлан ауыл Советы
80 241 815 001Смаҡ
80 241 815 002Арыҫлан
80 241 815 004Исламғол
80 241 815 005Бәләкәй Шәрип
80 241 815 006Яҡты Күл
80 241 815 007Яңауыл
80 241 815 008Береговка
80 241 815 009Красногорка
80 241 822 000Воскресенский ауыл советы
80 241 822 001Воскресенск
80 241 822 002Ҡусҡар
80 241 822 003Ҡыҙылъяр
80 241 830 000Ергән ауыл Советы
80 241 830 001Ергән
80 241 830 002Тирәкле
80 241 830 003Үрге Юлдаш
80 241 830 004Климовка
80 241 830 005Нурдәүләт
80 241 830 006Һабаш
80 241 830 007Семёновка
80 241 830 008Столяровка
80 241 830 009Йомаҡ
80 241 835 000Денис ауыл Советы
80 241 835 001Богородский
80 241 835 002Михайловка
80 241 835 003Яңы Казанковка
80 241 835 004Петропавловка
80 241 835 005Сәйет
[[Иштуған ауыл Советы (Мәләүез районы)Иштуған ауыл Советы]]
80 241 845 001Иштуған
80 241 845 003Берёзовка
80 241 845 006Һирәт
80 241 845 007Һыртлан
80 241 850 000Мәләүез ауыл советы
80 241 850 001Ҡаран
80 241 850 002Айтуған
80 241 850 003Кузьминский
80 241 850 004Ҡотош
80 241 850 005Бәләкәй Моҡас
80 241 850 006Рассвет
80 241 850 007Ҡаран разъезы
80 241 850 010Тамъян
80 241 850 011Ташлыкүл
80 241 850 016Сарлаҡ
80 241 855 000Нордовка ауыл Советы
80 241 855 001Нордовка
80 241 855 002Варварино
80 241 855 003Дмитриевка (Нордовка ауыл советы)
80 241 855 004Яңы Троевка}}
80 241 860 000Нөгөш ауыл Советы
80 241 860 001Нөгөш
80 241 860 002Кәшәле
80 241 860 003Һәргәй
80 241 865 000Партизан ауыл Советы
80 241 865 001Дарьино
80 241 865 003Һамар
80 241 865 004Иҫке Казанковка
80 241 865 006Романовка
80 241 865 007Троицкий
80 241 865 008Васильевка
80 241 865 009Ивановка
80 241 870 000Первомайский ауыл советы
80 241 870 001Беренсе май
80 241 870 002Бельский
80 241 870 004Дмитриевка (Первомайский ауыл советы)
80 241 870 005Ҡыҙрай
80 241 870 006Һамар-Ивановка
80 241 870 007Самойловка
80 241 870 008Иҫке Муса
80 241 870 009Түләк
80 241 870 010Ужа
80 241 875 000Сарышевский ауыл Советы
80 241 875 001Һарыш
80 241 875 003Аҡназар
80 241 875 008Мотай
80 241 880 000Корнеевка ауыл Советы
80 241 880 001Корнеевка
80 241 880 002Даниловка
80 241 880 003Дәүләтҡол
80 241 880 004Яңы Слободка
80 241 880 005Покровка
80 241 880 006Ромадановка
80 241 880 007Сухаревка
80 241 880 008Таулы
80 241 880 009Тихоновка
80 241 885 000Шевченко ауыл советы
80 241 885 001Антоновка
80 241 885 002Конаревка
80 241 885 003Озерки

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары