Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы

әзербайжан композиторы

Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы (рус. Муслим Магометович Магомаев, Абду́л-Мусли́м Магоме́т оглы Магома́ев, әзерб. Abdul Müslüm Məhəmməd oğlu Maqomayev; 6 (18) сентябрь 1885 — 28 июль 1937 йыл) — әзербайжан, совет композиторы һәм дирижёры, Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1935), Әзербайжан классик музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның исеме Әзербайжан дәүләт филармонияһына бирелгән[⇨]. Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлының олатаһы[⇨][3]. .

Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы
әзерб. Əbdülmüslüm Məhəmməd oğlu Maqomayev
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
 СССР
Тыуған көнө6 (18) сентябрь 1885
Тыуған урыныГрозный
Вафат булған көнө28 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2] (51 йәш)
Вафат булған урыныНальчик, РСФСР, СССР
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбетуберкулёз
Ерләнгән урыныБаҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Список похороненных на Аллее почётного захоронения в Баку[d]
БалаларыДжамал-Эддин Муслимович Магомаев[d] һәм Магомет Муслимович Магомаев[d]
Һөнәр төрөдирижёр, композитор, уҡытыусы, драматург
Эш урыныЛенкоранская городская средняя школа №1[d]
Уҡыу йортоЗакавказская учительская семинария[d]
Сәләмәтлек торошотуберкулёз
ЖанрОпера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель искусств Азербайджанской ССР
 Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы Викимилектә

Биографияһы

Абдулмөслим Магомаев ҡатыны менән. 1906 йыл

Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы Магомаев 1885 йылдың 6 (яңы иҫәп буйынса 18) сентябрендә Баҡы ҡалаһында тыуа. Музыка менән мауығыуы бала сағынан башлана, мәктәп музыка үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша.[⇨], Кавказ аръяғы уҡытыусылар семинарияһы оркестрында уйнай, шунда Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы менән таныша, уның менән ғүмерлеккә дуҫ булып ҡала.

Семинарияны тамамлағас башта Төньяҡ Кавказда, артабан Әзербайжанда уҡытыусы булып эшләй, Тифлис уҡытыусылар институтында экстерн юлы менән имтихандар тапшырғас, Баҡыла төпләнеп ҡала[⇨]. Башта Һажибәков етәкселегендә музыкант сифатында урындағы опера труппаһы составына инә, һуңғараҡ — театр дирижеры һәм етәксеһе булып китә. Артабан Әзербайжан ССР-ы халыҡ мәғарифы комиссариатында яуаплы вазифалар биләгән[⇨].

«Шаһ Исмаил» һәм «Наргиз» тигән ике опера яҙған, һуңғыһы совет тематикаһына тәүге әзербайжан операһы була. Ижадына Әзербайжан милли сәнғәте йоғонтоһо тойола. Ул шулай уҡ әзербайжан бейеү көйҙәре, йырҙары буйынса өс йөҙләп симфоник эшкәртмә авторы булып тора[⇨].

1937 йылдың 28 июлендә Нальчике ҡалаһында туберкулёздан үлә[4]..

Ғаиләһе

Тышҡы һүрәттәр
Абдулмөслим Магомаев улы Джамал менән, композиторҙың һуңғы билдәле фотоһы.

Абдулмөслимдең өс ир туғаны һәм ике ҡыҙ туғаны була. Ул опера йырсыһы Хәнәфи Тереғоловтың һәм һеңлеһе Тереғолова Байҙыгөлгә (Ғөзәйер Һажибәковтың балдыҙына) өйләнә. Уларҙың ике улы — Джамалетдин һәм Мөхәммәт була. Баш балаһы 1953—1957 йылдарҙа беренсе Әзербайжан ССР-ы сәнәғәт министры вазифаһын биләй, икенсеһе театр рәссамы һәм аниматоры була, броне булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1945 йылдың 24 апрелендә, еңеүгә бер нисә генә көн ҡалғанда, Берлинда һәләк була. Актриса Айшет Кинжалованың уның менән никахтан улы — һуңғараҡ таныласаҡ опера һәм эстрада йырсыһы, композитор Мөслим тыуа[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары