Мамыҡ ҡанатлылар

Мамыҡ ҡанатлылар (лат. Trichoptera, (рус.  Ручейники ) — ҡорттары һыуҙа бер нисә йыл йәшәй, етлегеп ҡанатланғас, бары бер нисә көн генә йәшәй торған ҡанатлы бөжәктәр[1] .

Мамыҡ ҡанатлылар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Trichoptera Kirby, 1813

Подотряды
  • Annulipalpia
  • Spicipalpia
  • Integripalpia

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  115095
NCBI  30263

Ҡыҫҡаса яҙма

Хәҙерге ваҡытта 150233 төрө, шул иҫәптән 685 ҡаҙылма төрө, булыуы яҙылған. (Zhang, 2013)[2][3]. Барлыға 45 ғаиләгә берлештерелгән. Антарктиданан башҡа, бөтә ҡитғаларға һәм океан утрауҙарында таралған. Донъя фаунаһында 50 мең төрө булыуы мөмкин тип фаразлана[4].

Ҡылыҡһырлама

Мамыҡ ҡанатлы күбәләктәр ҡоңғорт-көрән төҫтә, кәүҙә оҙонлоғо 2—24 см-ға ҡәҙәр, һыу буйҙарында осорай.

Төп билдәләре

Бергә ҡушылып алға табан һуҙылған оҙон еп һымаҡ мыйыҡтары бар; ҡанаттары арҡала түбә һымаҡ йыйылып тора. Мамыҡ ҡанатлы күбәләктәр насар оса, ауыҙ ағзаһы етлекмәгән, шуға күрә улар туҡланмай һәм аҙнанан артыҡ йәшәмәй. Күкәйҙәрен һыуға йәки һыу үҫемлектәренә һала. Личинка үҫеү стадияһы бер йыл тирәһе һәм артығыраҡ та һуҙыла, һыуҙағы тормошо ояларында ғына урынлашҡан ҡурсаҡ стадияһы менән тамамлана. Личинкалары цилиндр һымаҡ, баш, күкрәк (3 быуынтыҡ тора) һәм ҡорһаҡ (9 быуынтыҡ) өлөштәренә бүленә; ян-яҡтары буйлап һыҙыҡ һуҙылған һәм трахеялы һаңаҡтар урынлашҡан. Күкрәгендә ҡалҡансыҡтар бар, уларҙың һаны һәм формаһы мамыҡ ҡанатлыларҙың систематикаһын асыҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Үрсеүе

Үҫемлек менән туҡланыусы личинкаларҙың ауыҙ тишеге — аҫҡа, йыртҡыс личинкаларҙа алға табан йүнәлтелгән. Үҫемлек менән туҡланыусы личинкалар үҙ ояларын төрлө формала төҙөй, бының өсөн улар эрләү биҙҙәре шайыҡсаһы менән үҫемлек киҫәктәрен, ҡабырсаҡ ватыҡтарын, ҡом бөртөктәрен йәбештерә; ояларның формаһы һәм төҙөлөшө буйынса мамыҡ канатлылар төрөн билдәләргә мөмкин. Хәрәкәт ваҡытында личинка унан башын һәм өс пар аяҡлы күкрәген сығара һәм, әкрен генә ояһын һөрәп, һыу төбөнән үрмәләй; ҡурҡыныс янағанда кәүҙәнең алғы өлөшөн тиҙ генә эсенә тарта. Oxyethira һәм Agraylea ырыуы личинкалары фәҡәт үҙ шайыҡсаларынан ғына үтә күренмәле оялар төҙөй, шуға күрә яҡшы күренәләр. Polycentropodidae, Hydro¬psychidae һәм Rhyacophilidae ғаиләләренән булған йыртҡыс личинкалар оялар төҙөмәй йә иһә ау ятмалары һәм көпшәләре ҡоролмалары менән сикләнә. Личинкалар таҙа, башлыса, ағым һыуҙарҙа йәшәй. Һыуҙың бысраныуы һәм йылға режимын үҙгәртеп көйләү сәбәпле, күп кенә төрҙәрҙең һаны кәмей бара. Йылға күбәләктәренең личинкалары менән балыҡтар туҡлана.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡ

Әҙәбиәт

  • Жизнь животных. М., 1968. Т. 3; Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977; Райков Б.Е., Римский-Корсаков М.Н. Зоологические экскурсии. М., 1994.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары