Мария Лялькова

Мария Лялькова (чех Marie Ljalková), ҡыҙ фамилияһы — Петрушакова (чех Petrušáková)[5], икенсегә кейәүгә сыҡҡандан һуң — Ластовецка (чех Lastovecká[5]; 3 декабрь 1920 йыл7 ноябрь 2011 йыл) — чех снайперы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Полковник.

Мария Лялькова
чех Marie Ljalková
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Чехословакия
 Чехия
Тыуған ваҡыттағы исемечех Marie Petrušáková
Имя в бракеMarie Ljalková[1], Marie Navrátíková[1], Marie Kazdová[1] һәм Marie Lastovecká[1]
Тыуған көнө3 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][1]
Тыуған урыныГороденка[d], Польша Республикаһы[d]
Вафат булған көнө7 ноябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[3][2][1] (90 йәш)
Вафат булған урыныБрно[d]
Бер туғандарыNaděžda Anastasie Pospíšilová[d]
Һөнәр төрөхәрби хеҙмәткәр, снайпер
Эшмәкәрлек төрөХәрби эш[1] һәм военная медицина[d][1]
Хәрби званиеполковник[d]
Һуғыш/алышИкенсе бөтә донъя һуғышы, Соколово янындағы алыш[d], Днепр өсөн алыш, Көнсығыш Карпат операцияһы[d] һәм Днепр-Карпат операцияһы
Ғәскәр төрөЧехословацкая армия в изгнании[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
великий офицер ордена Белого льва Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Военный крест
 Мария Лялькова Викимилектә

Биографияһы

1920 йылдың 3 декабрендә Польшаның (хәҙер Украинаның Ивано-Франковск өлкәһе) Городенка ҡалаһында[6] волынь чехтары ғаиләһендә тыуған. 12 йәшенә етем ҡалғас, уны тәрбиәгә бер туған инәһе үҙенә ала[6]. Һуңынан Мария күрше Станиславов (хәҙер Ивано-Франковск) ҡалаһына күсә һәм бында техник училищела белем ала. Германия СССР-ға һөжүм иткәндән һуң, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһына эвакуациялана, бында РККА-ның 1-се чехословак айырым пехота батальоны формалаша[7]. 1942 йылдың 1 мартында медицина курстарын һәм төп хәрби әҙерлекте үтеп, ошо подразделение хәрбиҙәре сафтарына ҡабул ителә. Һуңынан снайперҙар курсын үтә[6].

Тышҡы рәсемдәр
Чехословак батальоны снайперы Мария Лялькова-Ластовецка.

Уның беренсе тапҡыр һуғышҡа инеүе 1943 йылдың мартында Соколово янындағы алышта була[5]. Был алышта Лялькова СВТ-40 винтовкаһынан 5 немец һалдатын (шул иҫәптән бер пулемётсыны) атып үлтерә[7]), шул уҡ ваҡытта ул боҙҙа ятта. Тик төндә генә уны боҙға йәбешеп туңған хәлендә чехословак һалдаттары табып ала[5]. Мария шулай уҡ Һул яр һәм Уң яр Украинаны азат итеү өсөн алыштарҙа ҡатнаша, улар барышында 30-ҙан кәм түгел немец һалдаттарын һәм офицерҙарын юҡ итә. 1-се чехословак танк батальонының баш шәфҡәт туташы сифатында Чехословакияны азат итеү өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың сентябрендә Көнсығыш Карпат операцияһы барышында Дукля артылышы янындағы алыштарҙа артиллерия снарядының шартлауы уның умыртҡаһын һындыра, ә 1,5 см ҙурлыҡтағы снаряд ярсығы башына эләгә, әммә Мария иҫән ҡала[5].

Һуғыштан һуң Михаил Ляльковҡа кейәүгә сыға[5]. Тиҙҙән ул Чехословакияға китә һәм икенсегә Вацлав Ластовецка менән никалаша[6], фамилияһын алыштыра[5]. Полковник званиеһын ала[8]. Лялькова Прагала һәм Оломоуцта хәрби госпиталдәрҙә эшләй[6], артабан Брно ҡалаһында йәшәй. 1960-сы йылдар башынан 1990-сы йылдар аҙағына тиклем Брнола экскурсовод булып эшләй, рус телен яҡшы белгәнгә күрә[5] СССР туристары өсөн иң ҡәҙерле экскурсовод була[6]. Чехословакия легионер йәмғиәте (Икенсе донъя һуғышы ветерандары йәмғиәте) ағзаһы була, Көньяҡ Моравияла бер нисә спорт, мәҙәни ҙәм йәмәғәт сараларының ҡурсалаусыһы булараҡ сығыш яһай, мәктәптәрҙә лекциялар уҡый, балалар эше менән шөғөлләнә[5].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[5], шулай уҡ Чехословакия хәрби тәреһе менән бүләкләнә[5][6]. 2010 йылдың 28 октябрендә Чехия алдында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн II дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены менән бүләкләнә[7][8], уға был награданы Чехия Республикаһы президенты Вацлав Клаус шәхсән тапшыра[5].

2011 йылдың 7 ноябрендә Брно ҡалаһында вафат була[7][9].

Бүләктәре

СССР дәүләт наградалары:

Чехословакия дәүләт наградалары:

  • Хәрби тәре
  • Аҡ арыҫлан ордены (Чехия, 2010)
  • Соколово хәтер миҙалы (1948)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Jaroslav Láník. Vojenské osobnosti československého odboje 1939—1945 (2005) ISBN 80-7278-233-9
  • Zlatica Zudová-Lešková, Marie Ljalková (Lastovecká), roz. Petrušáková, in: Vojenské osobnosti československého odboje 1939—1945, Praha 2005 s. 176.
  • Zlatica Zudová-Lešková, Ženy v čs. armáde v rokoch 1939—1945, in: Statečné ženy, o kterých se málo ví (ed. Helmichová, Šárka), Praha 2003, s. 9-32.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат