Мария Тереза Нуццо

Мария Тереза Нуццо (англ. Maria Teresa Nuzo, мальт. Marija TereERa Nuzzo[1]; 11 май 1851, Валлетта, Мальта, Бөйөк Британия — 1923 апрель, Хамрун, Мальта, Бөйөк Британия) — католик ҡатын-ҡыҙ монах, Изге Йөрәк Ҡыҙҙары (D. S. H.) конгрегацияһына нигеҙ һалыусы.

Мария Тереза Нуццо
ингл. Maria Teresa Nuzzo
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Коронная колония Мальта[d]
 Бөйөк Британия
Тыуған көнө11 май 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыныВаллетта, Бөйөк Британия короллеге[d]
Вафат булған көнө17 апрель 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыныХамрун[d], Южный регион[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d]
Һөнәр төрөтабип, монахиня

Биографияһы

Мария Тереза Нуццо 1851 йылдың 11 майында Валлеттала тыуа һәм икенсе көндө үк суҡындырыла[2]. Ул Паоло Нуцо менән Луизаның ете балаһы араһында икенсеһе була, әммә уның өлкән ағаһы холеранан вафат була[2][3][4]. Һигеҙ йәшендә Мария Тереза донъя миропомазание (https://foma.ru/chto-takoe-miropomazanie.html) ҡабул итә[4].

Шул ваҡыттағы Мальта балаларынан айырмалы рәүештә, Мария Тереза инәһе Валлетта Розина етәкселек иткән шәхси мәктәптә белем алыу бәхетенә ирешә. Тереза 16 йәшендә етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, сөнки Розина тиҙҙән бөтөнләй һуҡырая һәм күп тә үтмәй вафат була[5].

Тереза монахинялар анты ҡабул итергә планлаштыра, әммә мәктәпкә етәкселек итергә тура килеү, бынан тыш атаһына өйҙә ярҙам кәрәк булыу арҡаһында был мөмкин булмай, шуға күрә ул рухани Пьетро Паче кәңәше буйынса ярлылыҡ, бөтөнлөк һәм тыңлаусанлыҡ анты ҡабул итә. Ике йылдан һуң, Терезаға егерме биш йыл булғанда, уның атаһы , ә биш йылдан һуң әсәһе вафат була[5]. Мария Тереза монастырға китергә йыйына, әммә монсеньор Пьетро Паче, уға бер ҙә оҡшамай, тип иҫәпләй. 1902 йылға тиклем ул мәктәптә эшләй һәм катехизаторлыҡ эшмәкәрлеге алып бара, ә 1903 йылда монах конгрегацияһы булдыра.

Мария Тереза Нуццо Әсә 1923 йылда Хамрунда вафат була.

Изге Йөрәк Ҡыҙҙары конгрегацияһы

1903 йылдың 21 ноябре Ватикан яғынан 1988 йылда рәсми хуплау алған Изге Йөрәк Ҡыҙҙары[5] конгрегацияһына нигеҙ һалыныу датаһы булып иҫәпләнә[6]. Әлеге ваҡытта был конгрегацияға ҡараған монастырҙар Мальтала ғына түгел, ә Италия, Һиндостан, Кения, Танзания, Уганда, АҠШ, Филиппин[6], Ирландия, Ливия һәм Көньяҡ Корея[4].ла бар.

Конгрегация ҡатын-ҡыҙ монахтары тәрбиәүи һәм мәғариф эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, тәү сиратта Марс башланғыс мәктәбендә, Хамрун балалар баҡсаһында, Зуррик балалар йортонда һәм Зейтун һәм Меллихала балалар өсөн көндөҙгө ял үҙәгендә[6].

Хәтер

Марста (Мальта) башланғыс мәктәп[7] һәм Руиру (Кения) башланғыс мәктәп Мария Тереза Нуццо исеме менән атала[8].

2003 йылдың 2 майында Мария Тереза Нуццо Әсәне батификациялау процесы башланыуы тураһында иғлан ителде[9].

Иҫкәрмә

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат