Кения

Ке́ния (суахили һәм ингл. Kenya [ˈkɛnjə]), рәсми атамаһы — Ке́ния Респу́бликаһы (суахили Jamhuri ya Kenya, ингл. Republic of Kenya) — Көнсығыш Африкалағы дәүләт. Бөйөк Британияның элекке колонияһы, 1963 йылдың 12 декабрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала. Милләттәр Берләшмәһе составына инә.

Кения Республикаһы
Jamhuri ya Kenya Republic of Kenya
Кения гербы
Флаг
Девиз: «Harambee (Бергә эшләргә
Гимн: «Ee Mungu Nguvu Yetu»
Үҙаллылыҡ датаһы12 декабрь 1963Бөйөк Британиянан)
Рәсми телдәрСуахили теле[1] һәм инглизсә[2]
Баш ҡалаНайроби
Идара итеү төрөПрезидент республикаһы
Президент

Вице-президентПремьер-министр

Мваи Кибаки

Калонзо МусьокаРаила Одинга

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
46
582 650 км²
2,3
Халыҡ
• Һаны (2019)
• Халыҡ тығыҙлығы

47564296[3] чел. (29)
81.63 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

177.954 млрд[4] долл.
3705[4] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

87.928 млрд[4] долл.
1831[4] долл.
ИЧР (2020) 0,601

[5] (средний) (142 урын)

ВалютаКения шиллингы
Интернет-домен.ke
Код ISOKE
МОК кодыKEN
Телефон коды+254 (+005 Танзания и Уганда ваҡытына)
Сәғәт бүлкәте3

Бөгөнгө көндә ил Көнсығыш Африка илдәре араһында иң йылдам үҫешеүсе илдәрҙең береһе булып тора.

Баш ҡалаһы — Найроби. Аҡса берәмеге — Кения шиллингы.

Этимологияһы

Ил Кениялағы тау хөрмәтенә аталған, уны кикуйю телендә Кере-Ньяга («тау» йәки «аҡ тау») тип атайҙар[7].

Тарихы

Боронғо осор

Кения, күп ғалимдар фекеренсә, кешелектең боронғо ата-бабалары төйәге булып тора. Унда, Рудольф күленең көнсығыш яры буйында, яҡынса 3 миллион йыл элек Ломеквиҙа йәшәгән ата-бабаларҙың эш ҡоралдары һәм һөйәктәре табылған[8].

Күпкә һуңыраҡ Кения территорияһында хәҙерге эфиоп расаһына яҡын кешеләр йәшәгән. Унда шулай уҡ койсан (хәҙерге Көньяҡ Африка) раса тибындағы ҡәбиләләр була. Һуңыраҡ көнбайыштан хәҙерге покомо, суахили һәм миджикендаларҙың ата-бабалары булған негроид банту телле ҡәбиләләр килә.

VIII—VIII быуаттарҙа Кения ярҙарында буйында суахили сауҙа үҙәктәре барлыҡҡа килә башлай. Улар Африканың эске райондары менән Һиндостан һәм Ғәрәбстан араһында аралашсы булараҡ сауҙа менән шөғөлләнә. Африканан тимер, алтын, фил һөйәге, мөгөҙморон мөгөҙө, ҡолдар сығаралар, үҙенә металл әйберҙәр, кәсеп әйберҙәре, туҡымалар индерелә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Географик урынлашыуы

Кении картаһы

Дәүләт төньяҡта Эфиопия, көнсығышта Сомали, көньяҡ-көнбайышта Танзания, көнбайышта Уганда, төньяҡ-көнбайышта Көньяҡ Судан менән сиктәш. Дәүләт сигенең дөйөм оҙонлоғо — 3477 км: Эфиопия менән — 861 км, Сомали менән — 682 км, Көньяҡ Судан — 232 км, Танзания менән — 769 км, Уганда менән — 933 км[9].

Ярҙарын көньяҡ-көнсығыштан Һинд океаны һыуҙары, көнбайышта Виктория күле менән йыуа, яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 536 км[9]. Кенияның майҙаны — 582 650 км², шуларҙың 11 230 км² — һыу өҫтө[10]. Максималь оҙонлоғо — көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1131 км һәм төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1025 км[10]. Илдең үҙәгенә яҡын ерҙә экватор үтә.

Административ бүленеше

2013 йылға тиклем Кения территорияһы 8 провинцияға һәм 71 өйәҙгә бүленгән. 2013 йылдың мартынан 47 округ иҫәпләнә.

Кения округтары
ПровинцияАдминистратив үҙәгерМайҙаны,
км²
Халҡы,[11]
чел. (2009)
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1ҮҙәкНьери13 1644 383 743333,01
2Яр буйыМомбаса82 8933 325 30740,12
3КөнсығышЭмбу153 4045 668 12336,95
4НайробиНайроби6953 138 3694515,64
5Төньяҡ-көнсығышГарисса126 8522 310 75718,22
6НьянзаКисуму12 6135 442 711431,52
7Рифт-ВаллиНакуру183 38310 006 80554,57
8КөнбайышКакамега8 3094 334 282521,64
Бөтәһе581 31338 610 09766,42

Халҡы

Иҫәбе, урынлашыуы

Халыҡ һаны[12]
19481962196919791989199920092019
5 400 0008 600 00010 944 66415 329 04021 450 76328 688 59938 610 09747 564 296

Халыҡ һаны — 47 564 296 жителей[13] (2019 йылғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу).

2020 йылға Кения халҡының йәш-енес пирамидаһы

Йыллыҡ үҫеш — 2,2 % (2009—2019);

Тыуым — 1000 кешегә 35 (бала табыу — 1 ҡатын-ҡыҙға 4,4 бала, сабыйҙар үлеме — 1000-гә 53);

Үлем — 1000 кешегә 9;

Ғүмер оҙонлоғо — 58,8 йәш (ирҙәргә — 58 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 59 йәш);

Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) менән ауырыу — 6,7 % (2003 йыл баһаһы).

Милли составы

Кения округтары буйынса 2019 йылда халыҡ тығыҙлығы

ЦРУ-ның факттар китабына ярашлы, Кенияла түбәндәге этник төркөмдәр бар: кикуйю — 22 %, лухья — 14 %, луо — 13 %, календжин — 12 %, камба — 11 %, кисии — 6 %, меру 6 %, башҡа африкандар — 15 %, африкан булмағандар (индеецтар, инглиздәр, ғәрәптәр) — 1 %.

Телдәре

Рәсми телдәр — инглиз һәм суахили, урындағы телдәр таралған. Мәктәптәрҙә инглиз телендә уҡыталар һәм бөтә хөкүмәт документтары алып барыла. Халыҡтың күпселеге суахили телен белә. Ул ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп булған бантуй телдәре нигеҙендә милләт-ара аралашыу теле булып тора. Ethnologue мәғлүмәттәре буйынса, Кенияла 69 тел таралған[14].

Ир-аттың — 90 %, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 % грамоталы (2003 йыл).

Туризм

Сафари

Дәүләт килемдәренең төп сығанаҡтарының береһе — туризм.

Кенияның ҡырағай тәбиғәте бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итә. Бында арыҫландың антилопаға һунар итеүен, бегемоттар ғаиләһенең һыу инеүен һәм алһыу фламингоның донъялағы иң ҙур колонияһын күрергә мөмкин. Кения биләмәһе бына инде 15 йылдан ашыу милли парк булып тора, шуға күрә бында һунар итеү ҡәтғи тыйылған.

Экстремаль ял итергә яратыусылар һүнгән Кения янартауына күтәрелә ала.

Интернет

Халыҡтың 20 проценттан саҡ ҡына ашыуы, башлыса ҙур ҡалаларҙа, интернетҡа инә ала. Интернет цензураға дусар ителә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кулик С. Ф. Современная Кения: Справочник / Отв. ред. Р. Н. Исмагилова; Фото автора. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1972(1973). — 448 с. — 8700 экз.
  • Матвеева Н. Ф. Кения: Справочник / Отв. ред. д.и.н. А. М. Пегушев; Институт Африки РАН. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Восточная литература, 2004. — 160 с. — 300 экз. — ISBN 5-02-18374-1.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары