Московий

Московий[2] (лат. Moscovium, Mc) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 15-се төркөм элементы. Тәртип номеры - 115. Атом һаны — 115, иң тотороҡлоларҙан һаналған нуклиды 289Mc (ярым тарҡалыу осоро 156 мс тип баһалана) [3]

Московий
Кем хөрмәтенә аталғанМәскәү өлкәһе
Асыусы йәки уйлап табыусыЯдро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
Асыу датаһыавгуст 2003
Табылыу урыныЯдро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
Элемент символыMc[1]
Атом һаны115
Схематичная иллюстрация
 Московий Викимилектә

Символы

Московий элементының символы - Mc (Московий тип уҡыла).

Исеме

115-се элемент өсөн башта унунпентий системалы исеме ҡулланыла, ул тәртип һанының латинса тамырҙарынан төҙөлгән булған, йәғни, Ununpentium — һүҙмә-һүҙ «бер-бер-бишенсе».

2016 йылдың 8 июнендә ИЮПАК элементҡа Мәскәү өлкәһе хөрмәтенә «московий» (Moscovium, Mc) исемен бирергә тәҡдим итә, сөнки тап шунда Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты (Дубна) урынлашҡан. Баш ай йәмәғәтселек менән фекер алышыуҙарҙан һуң, 2016 йылдың 28 ноябрендә, 115 -сы элементҡа «московий» исеме раҫлана [4].

Тарихы

Московий 2004 йылда Рәсәйҙең (Дубна) ҡалаһында урынлашҡан Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты һәм АҠШ-тың Калифорния штаты Ливерморе ҡалаһында урынлашҡан Ливерморе милли лабораторияһы тарафынан асылған.

Сығарып алыу

Московий изотобы ядро реакциялары һөҙөмтәһендә сығарып алына[5][6]:

Физик үҙенсәлектәре

Московий - висмутҡа оҡшаған күсмә металл тип фараз ителә. Уның тығыҙлығы 13,5 г/см кимәлендә тип көтөлә. Московийҙың иреү температураһы яҡынса 400 °C булыр тип фаразлана, һәм, моғайын, висмутҡа ҡарағанда ауырыраҡ ирер.[7][8]. Московий номиналь йәһәттән азот (пниктогендар) кесе төркөмөнә инә.

Химик үҙенсәлектәре

Московий окисланғанда үҙ төркөменең еңел аналогтарына түгел, ә һелтеле металдарға оҡшашыраҡ булыр тип көтөлә[9].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Московий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 10-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары