Мулдашев Әкрәм Искәндәр улы

атҡаҙанған уҡытыусы

Мулдашев Әкрәм Искәндәр улы (5 февраль 1924 йыл — ?) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1970), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.

Мулдашев Әкрәм Искәндәр улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө5 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (100 йәш)
Тыуған урыныАллағыуат (станция), Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған урыныСермән ауылы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөмәктәп уҡытыусыһы, физик, Математика
Уҡыу йортоМагнитогорск дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Әкрәм Искәндәр улы Мулдашев 1924 йылдың 5 февралендә Башҡортостан АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Стәрлетамаҡ районы) Аллағыуат ауылында урман белгесе ғаиләһендә тыуған.

1929 йылда уның ата-әсәһе Белорет районының Сермән ауылына күсә. Атаһын, Искәндәр Мулдашевты, урман белгесе булараҡ эшкә ебәрәләр.

1938 йылда Әкрәм Мулдашев Сермән мәктәбенең 7-се синыфын тамамлай һәм ауылда урынлашҡан педагогия училищеһына уҡырға инә.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, Әкрәм Мулдашев хәрби хеҙмәткә алынмай, мәктәпкә уҡытыусы итеп тәғәйенләнә[1].

Ул фронтҡа киткән уҡытыусыларҙы алмаштыра, балаларға бер нисә предмет буйынса белем бирә, артабан физика, математика, химия, астрономия фәндәрен яҡын күреп, шул фәндәр буйынса белемен күтәрә[1].

1954 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтын (хәҙер Магнитогорск дәүләт университеты) ситтән тороп тамамлағандан һуң, Сермән урта мәктәбендә физика һәм математика фәндәре уҡытыусыһы булып эшләй.

Мәктәптең физика һәм математика кабинеттары районда иң яҡшыларҙан һанала. Йыһаздары һәм хеҙмәтләндереү саралары менән физика кабинеты айырыуса уңышлы була. Бында бөтә эштәрҙе лә техника хәл итә[1].


Әкрәм Искәндәр улы Мулдашевҡа 1970 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул Халыҡтар Дуҫлығы ордены, төрлө йылдарҙа күп миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 166-сы б..
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары