Мөжәһид

Мөжәһит (ғәр. مجاهد‎, ғәрәп әҙәби теленә яҡыныраҡ — мөжәһит, күпл. мөжәһидин — «иман, хаҡ, изге эш өсөн көрәшеүсе»[1], «рухи көс һалыусы»[2]) — йыһатта ҡатнашыусы (тамырҙаш һүҙ, сөнки «йыһат» ғәрәпсә «джиһад»), тура мәғәнәһендә «көрәшсе» тигәнде аңлата.

Мөжәһид
Рәсем
 Мөжәһид Викимилектә

Ҡулланылышы

Мөжәһиттәр Пакистан сигендә, август 1985

Был термин бөтә мосолман илдәрендә, мәҫәлән, Алжирҙа, Иранда, Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа илдәрҙә лә ҡулланыла. Социаль, милли-азатлыҡ хәрәкәттәрендә, шулай уҡ дини хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләр мөжәһиттәр тип атала.

Мөжәһит — яугир генә түгел, көрәше йыһат билдәләренең береһендә сағылыш тапҡан һәр мосолман.

Шулай итеп, уҡытыусы һәм дин әһеле, үҙ балаһын тәрбиәләп үҫтергән әсә лә мөжәһит була ала. Һәләк булған мөжәһит Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ иманын иҫбатлаған шәһит тип иҫәпләнә. Мәгәр быларҙың барыһы ла Аллаһ хаҡына түгел, ә дан, аҡса, үс алыу йәки башҡа ҡомарлы теләктәр, шулай уҡ «кафыр» кешеләрҙең указы буйынса эшләнгән икән, Аллаһ юлындағы тырышлыҡтар ҡабул ителмәйәсәк.

Терминологияһы

АҠШ президенты Рональд Рейган афған мөжәһиттәре делегацияһы менән осраша Аҡ йорт (1983 й.).

Европа телдәрендә «мөжәһит» термины йыш ҡына "ислам боевигы ", «террорсы» төшөнсәһенең синонимы булараҡ ҡабул ителә. Күп йәһәттән был европа дәүләттәре сәйәсәтенә ҡорал күтәреп сыҡҡандарҙың үҙҙәрен мөжәһиттәр тип атауы менән бәйле. Шулай уҡ көнбайышта һуғыштар һәм терроризм менән бәйле киң билдәле булған «йыһат» һәм «шәһит» терминдары ла шулай аңланыла. Ғәрәп телендә һөйләшеүселәр үҙҙәре быны ғәҙәттә дөрөҫ түгел тип иҫәпләй һәм террорсылар өсөн кире мәғәнәләге башҡа билдәләмәләр ҡуллана.

Мөжәһиттәр тип ғәҙәттә радикаль ислам идеологияһы йоғонтоһона дусар булған хәҙерге законһыҙ, әммә ярайһы уҡ яҡшы ойошторолған һәм ҡораллы ойошма ағзаларын атайҙар. Урта быуат контекстарында мәғәнәһе буйынса яҡын термин — ғази (ғазауаттан). XX быуат башында Урта Азияла шулай уҡ баҫмасылар эш итә .


Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары