Мөсхәф

Мөсхәф (ғәр. مصحف‎;рус. Мусхаф) — китап рәүешендә бер урында йыйылған һәм яҙылған биттәр йыйынтығы. Йыш ҡына мөсхәф тип Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) үлгәндән һуң яҙып алынған һәм йыйылған Ҡөрьән биттәрен атайҙар[1].

Билдәләмәһе

Мосолмандар «әл-Ҡүрьән» (ғәр. أَلْقُرآن‎ — уҡыу) тигән һүҙбәйләнеште аңлата, ә китаптың төплөгө тураһында барғанда «мөсхәф» һүҙе ҡулланыла. Ҡөрьәндең үҙендә «мөсхәф» урынына «китаб» (ғәр. کتاب‎) һүҙе яҙылған. Шулай итеп, Ҡөрьән яҙма рәүештә күренгәнгә тиклем үк үҙен «китап» тип атай[2].

Мөсхәфтәр

  • Мөсхәф Али — шиғыйҙар инанысында, имам Али ибн Әбү Талип төҙөгән Ҡөрьән һәм хәҙистәр төпләме. Шиғыйҙар инанысында «Али мөсхәфе» Ҡөрьәндең беренсе тәфсире тип һанала, ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң ярты йыл эсендә төҙөлгән булған. Шиғыйҙар фекеренсә, «Али мөсхәфе» Али һәм уның вариҫтарының власть хоҡуҡтарын нигеҙләүсе хәҙистәрҙе үҙ эсенә алған булған.
  • Фатима мөсхәфе" — шиғыйҙар инанысында, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима яҙған китап. Шиғыйҙарҙың «Усул әл-Кәфи» тигән хәҙистәр йыйынтығында «Мөсхәф Фатима» тип аталған бер бүлек бар. Китаптың килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар, әммә бөтәһендә лә уртаҡлыҡ — Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Ябраил фәрештә Фатимаға килә, уны йыуата һәм киләсәк ваҡиғалар тураһында һөйләй башлай (шул иҫәптән уның вариҫтарының — алисыларҙың яҙмышы тураһында ла[3]. Яҙып алыусы уның ире — Али ибн Әбү Талип[4] була. Фатиманың мөсхәфе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған һәм шиғый инаныстарына ярашлы, Заман ахырында был китапты Мәһди күрһәтәсәк[5]. Мосолман-сөнниҙәр "Мөсхәф Фатима"ның барлығын инҡар итәләр, сөнки сөнниҙәрҙең хәҙис йыйынтыҡтарында ул телгә алынмай[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Мусхаф // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Muṣḥaf / Burton, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат