Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)

Мөхәммәт, бине Ғәбдуллаһ бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. محمد[mʊħɑmmæd], әйтелешен тыңларға , (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570)[9], Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — Пәйғәмбәр, мәшһүр дин эшмәкәре, бер Аллаһыға табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөгән шәхес.

Мөхәммәт
ғәр. أَبُو الْقَاسِمِ مُحَمَّدُ بْنُ عَبْدِ اللهِ بْنِ عَبْدِ الْمُطَّلِبِ
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Ҡыҫҡаса атамаһыمحمد, Muḥammad, Mohammadu һәм Mahoma[3]
Тыуған көнө20 апрель 571[4][5][6]
Тыуған урыныМәккә, Хижәз
Вафат булған көнө8 июнь 632 (61 йәш)
Вафат булған урыныМәҙинә
Ерләнгән урыныаль-Худжрату ан-Набавийя[d]
АтаһыҒабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
ӘсәһеӘминә бинт Үәһәб
Хәләл ефетеХәҙисә бинт Хүвәйлид, Сәүҙә бинт Зәмғә, Хафса бинт Ғүмәр, Йүвәйриә бинт әл-Харис, Ғәйшә бинт Әбү Бәкр, Зәйнәб бинт Йәһеш, Сафия бинт Һүәй, Зәйнәб бинт Һүзәймә, Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә, Рәмлә бинт Әбү Суфьян, Рәйхана бинт Зәйед, Мәрйәм (әл-Кибтия) һәм Мәймүнә бинт Харис
БалаларыҒабдулла ибн Мөхәммәт[d], Ҡасим ибн Мөхәммәт[d], Ибраһим ибн Мөхәммәт[d], Зәйнәб бинт Мөхәммәт[d], Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы, Өммөгөлсөм бинт Мөхәммәт[d] һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
НәҫелеБану Хашим[d]
Туған телҒәрәп теле
Һөнәр төрөкөтөүсе, экспедитор, сауҙагәр, Пәйғәмбәрҙәр, дин өндәүсе, сәйәсмән, полководец
УҡыусыларӘнәс ибн Мәлик, Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс, Уҡба ибн Әмир[d] һәм Зәйет ибн Сабит
Хөрмәтләү суффиксыСалауат[7]
Социаль синыфҡол биләүсе[d]
Монограмма
Һуғыш/алышМөхәммәттең ғазауаттары
Хәрби подразделениеМөхәммәт пәйғәмбәр ғәскәре[d]
МилкеМөхәммәт мөһөрө
Ҡайҙа өйрәнеләХәҙис ғилеме
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһемонотеизм, ислам, Ҡөрьән һәм ислам дәүләте[d]
Менге хайуанҠасуа[d] һәм Йәғфур
Хеҙмәттәре тупланмаһыдиоцез Таррагон музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Йөҙ ҡылдарыҺаҡал[8]
Ҡәбиләҡорайыштар
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбыMuhammad
 Мөхәммәт Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт мөһөрө
Мәккә. Әл-Хәрәм мәсете

Мөхәммәт Пәйғәмбәр — Рәсүл

Бер мәл Мөхәммәт ﷺ Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә — Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡыҫып: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт ﷺ: «Мин бит уҡый белмәйем» — тип яуап ҡайтара. Ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән була. Ябраил фәрештә тағы ла берҙе: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт ﷺ иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә уны йәнә ныҡ итеп ҡыҫа һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың — Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» (Ҡөрьән, әл-Ғәләҡ («Уҡмашҡан ҡан») сүрәһе, 96:1-5). Бөйөк Ҡөрьән Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары ошо.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә үҙенең яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙергә ебәрелеүен әйтә[10]

Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

Әлү Ғимран 3:65—67

Исеме

Каллиграфик һәм ябай яҙыуҙа Мөхәммәт исеме

Мөхәммәт ﷺ исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөрьәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә[11], шулай уҡ уны Нәби, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм» (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎, ﷺ) тип) әйтәләр[12].

Биографияһы

Тыуған йылы һәм урыны — 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы.

Үлгән йылы һәм урыны — 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһы мәсетендә ерләнгән.

Ҡыҫҡаса хронология

  • 571 йылдың апреле — Мөхәммәт ﷺ Мәккә ҡалаһында донъяға килә.
  • 595 йыл — Хәҙисәгә өйләнә.
  • 613 йыл — Мөхәммәт ﷺ халыҡ араһында дәғүәт башлай.
  • 615 йыл — Мөхәммәт ﷺ тарафдарҙарының мәжүсиҙәрҙең эҙәрлекләүҙәренән Эфиопия (Хәбәшстан) ға ҡасыуы (үҙе Әбү Талип ҡурсыуында ҡала).
  • 619 йыл — Хәҙисә һәм Әбү Талип вафат була.
  • 622 йыл — Һижрәт, Мәҙинәгә күсенеү.
  • 623 йыл — Мосолмандар Мәккә каруандарына һөжүм итә башлайҙар.
  • 624 йыл — Мосолмандар Бәҙр янындағы мәккәлеләр ғәскәрен ҡыйрата.
  • 625 йыл — Үхүд һуғышы. Мосолмандар еңелеүгә осрай.
  • 626 йыл — Мәккәлеләрҙең һөжүме уңышһыҙ тамамлана.
  • 628 йыл — Тыныслыҡ килешеүе төҙөлә.
  • 629 йыл — Мөхәммәт ﷺ менән мосолмандар тыныс хаж ҡылалар.
  • 630 йыл — Мәҙинә Мөхәммәт ﷺ яғына күсә, Ҡәғбәлә булған һындар (поттар) емерелә.
  • 632 йыл — Мәккәгә Мөхәммәттең ﷺ һуңғы хаж ҡылыуы, 8 июнь — Мөхәммәт ҙең вафат булыуы.

Исламда Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ тотҡан урын

Ислам дине Мөхәммәт ﷺ башҡа 124 (йәки 224) Пәйғәмбәр булыуын таный[13], мәгәр Мөхәммәт барса пәйғәмбәрҙәрҙең тажы — нәби һәм рәсүл тип таныла.

Ул башҡаларҙан айырмалы рауешта (шул иҫәптән Ғайса Пәйғәмбәрҙән дә), айырым ҡалаға, ауылға йәки халыҡҡа тип түгел, ә ер йөҙөндәге һәммә халыҡтар өсөн һәм заман ахырынаса ебәрелгән. Уның шәриғәте Ҡиәмәт көнөнәсә көсөндә ҡаласаҡ. Бүтән рәсүлдәрҙең шәриғәттәре ваҡытлыса бирелгән һәм Мөхәммәт ﷺ килеү менән көсөнән сығарылған. Шулай итеп, мосолмандар Изге Китаптарҙы — (Тәурат), Зәбур (Псалтырь), Инжил (Евангелие) — таныһа ла, уларҙы ғәмәлдә тип һанамай, бынан тыш, улар кешеләр тарафынан боҙолған тип белдерә (тәхриф).

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙәр ﷺ араһында иң юғары урында тора. Ислам буйынса иманлы булыу, йәғни Мөхәммәт ﷺ вәкәләтен таныу һәммә кешелеккә, шул иҫәптән нәсраниҙарға, йәһүдиҙәргә мотлаҡ тип белдерелә, һуңғылары уның шәриғәтен ҡабул итергә тейеш тип һанала.

Рамаҙан әл-Буты Мөхәммәт Исламда тотҡан урыны һәм уның шәриғәте тураһында ошолай яҙа: «Монотеик (бер илаһлы) диндәрҙә, боҙолмаған килеш булһа, бер айырма ла юҡ, сөнки улар барыһы ла бер Аллаһ сылбыры өлөштәре, Мөхәммәт рисаләте кешелектең барса дини үҫешенең иң юғары бейеклеге булып тора. Әммә пәйғәмбәрҙәрҙең шәриғәттәрендә генә айырма бар»[14].

Мөхәммәт ﷺ ҡорайыш ҡәбиләһенән булған.

Пәйғәмбәрлек ﷺ вазифаһы уға һәм ғаиләһенә бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлде кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүгәләр, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлайҙар, таш бәрәләр. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Уның туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар.

Мәккә мөшриктәре һыйҙырмауы арҡаһында 622 йылда ул Мәккәнән Мәҙинәгә (элек Йәсриб) Һижрәт ҡыла (күсенә). Мосолман календары ошо йылдан иҫәп башлай. Үҙенең арҡалаштары менән ул Мәккәне яулап ала. Мөхәммәт вафат булған мәлгә тотош Ғәрәп ярымутрауы Ислам ҡабул иткән була. Уның вариҫтары — хәлифәләр Азия һәм Африкала, өлөшләтә Европала Ислам динен тарата. Улар ғәрәп теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә.

Мөхәммәт ﷺ — Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө, Пәйғәмбәрҙәр хужаһы һәм Ахырызаман Пәйғәмбәре тип тә атайҙар. Мосолмандар иман килтергәндә Шәһәҙәт әйтә, уны Аллаһ Рәсүле тип таный.

Ғаиләһе

Нәҫеле

Мөхәммәттең шәжәрәһе егерме беренсе быуында Ғәднәнгә - Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғилдең улына барып тоташа.Шуға күрә төньяҡ ғәрәптәрҙе исмәғилиҙәр йәки ғәднәниҙәр тип атап йөрөтәләр. Көньяҡ ғәрәптәр — ҡәхтәниҙәр. Мөхәммәттең шәжәрәһе бик аныҡ билдәләнгән: Мөхәммәт — Ғабдуллаһ — Ғәбдулмоталлиб (Шәйбә) — Хашим — Ғабдулманнаф — Күсәй — Киләб — Мурра — Ҡәғәб — Лүәй — Ғәлиб — Фихр — Мәлик — Нәдер — Кинәнә — Хүзәймә — Мудрикә — Илйас — Мүдар — Низар — Мәғәд — Ғәднән.

Шәжәрәнән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡорайыштарҙың Бәни Хашим ырыуынан, был ырыу әднәниҙәргә, Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғил пәйғәмбәргә туранан-тура барып тоташа [15].

Ата-әсәһе

Мөхәммәттең атаһы Ғабдулла - Ғәбд-әл-Моталлиб улы, йәштән үк ҡалала абруй ҡаҙанған шәхес булған. Уны ун һигеҙ йәшендә Мөхәммәттең буласаҡ әсәһе Ваһаб ҡыҙы Әминәгә өйләндергәндәр. Ул Мәҙинәнән булған.

Ҡатындары

Мөхәммәттең хәләл ефеттәре йәки өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) (ғәр. أمهات المؤمنين‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәргә хәләл ефет булған ҡатындар.Тарихсы Әл-Мәсуди «Муружуҙ-ҙәһәб»[16] тигән китабында Пәйғәмбәребеҙҙең 15 ҡатыны булған, тип яҙа. «Сирейи-Ибн Һишам» китабында 11 ҡатын телгә алына[17], шулай уҡ копт Мәрйәм һәм Өммө-Шәрик Ғазийә исемдәре бар[18]. Йософ Кардауи туғыҙ ҡатын тип яҙған, мәгәр Хәдижә (Хәдисә) әйтелмәгән; Ибн Һишам әйтеүенсә, былар Пәйғәмбәребеҙҙән һуң вафат булған. Уотт Монтгомери, күп ҡәбиләләр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туған булып күренергә тырышып, Уның ҡатындары һанын бик арттырып әйтелгән булыуы ла мөмкин, ти. Ул Хәҙисәне (р. ғ.) лә телгә алып, ике кәнизәкте лә әйтеп, 11 ҡатын һанай[19].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡатындарына Аллаһы тәғәләнән дүрттән артыҡ ҡатынға өйләнеүҙе тыйыу килгәнгә тиклем өйләнгән булған.[20]. Ғиффәтле Ғәйшәнән (р. ғ) башҡа ҡатындары уға сыҡҡансы ирҙә булған. Һәммә ҡатындары ла өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) дәрәжәһенә эйә булған".

Балалары

Ҡасим — Мәккәлә тыуған, 17 айлыҡ сабый ғына сағында вафат булған.

Зәйнәб — Мәккәлә тыуған.

Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы (башҡ. {{{1}}} Раҡия, Орҡоя) — Мәккәлә тыуған[21]

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы) — Мәккәлә тыуған

Үмм Күлсүм (башҡ. {{{1}}} Өммөгөлсөм) Ислам иңгәс донъяға килгән

‘ Абдуллаһ — атаһына рисаләт инә башлағас тыуған, сабый сағында үлеп ҡалған.

Ибраһим — Һижрәнең 9-сы йылында тыуған.

Мөхәммәттең ҡыҙы Фатима р.ғ. генә атаһынан ҡалып баҡыйлыҡҡа күскән[22].

  • Был фотола Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет ихатаһы эсендә Мөхәммәттең һәм яҡындарының ҡәберҙәре

Мөхәммәт Пәйғәмбәр башҡорттарҙың рухи донъяһында

Ислам дине тарихи Башҡортостанға VIII—IX быуаттарҙа уҡ үтеп инә башлай, быға башҡорттар һәм мосолман илдәре араһында урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[23]..

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) исеменән айырылғыһыҙ һәм әлбиттә шул ваҡыттан уҡ уның тормош юлын, уның аша кешелеккә иңдерелгән Ҡөрьән Кәримде, сөннәте (хәҙистәрҙе) өйрәнәләр. Хәҙистәр буйынса йәшәү иһә - ул Мөхәммәттең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) тормош өлгөһө буйынса йәшәү [24].

Ҡөрьән Кәримде башҡорттар иң Изге Китап һанап, ятҡа бикләгәндәр, бик ҙур аҡсалар түгеп, һатып алғандар. Ҡөрьән Кәрим мотивтары эпостарға ла инеп киткән[25]

Ислам ҡабул иткән башҡорттар был изге исемде балаларына ла ҡуша башлайҙар. Үҙенең исемен генә түгел,Мөхәммәттең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға)Ҡөрьәнде, мосолман йәшәү рәүешен, ҡануниәтен аңлатып биргән һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре тупланмаһын аңлатҡан Хәҙис һүҙен дә, Пәйғәмбәрҙе (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ололап атаған ҡушаматтарҙы ла, уның ғаилә ағзаларының исемдәрен дә балаларына ҡушалар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары