Эстәлеккә күсергә

Оло Ирдегән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Ирдегән
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекСиләбе өлкәһе
Карта

Оло Ирдегән - рус. Большие Ирдяги - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл

Географияһысығанаҡты үҙгәртеү

Оло Ирдегән күле Силәбе өлкәһенең Арғаяш районының төньяҡ-көнбайышында, Губернское ҡасабаһы янында, Өйәлге күленән көньяҡ-консығыштараҡ урынлашҡан.

Силәбегә тиклем аралығы – 80 км, Екатеринбургҡа – 180 км.

Ярындағы кеше йәшәгән урындар: Губернское, Кузнецкое ҡасабалары һәм Ҡыштым ҡалаһы.

Кесе Ирдегән күле менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.

Географик координаттары: киңлеге - 55°28′46.29″N (55.479524), оҙонлоғо - 60°38′3.25″E (60.634236).

Тасуирламаһысығанаҡты үҙгәртеү

  • Уртаса тәрәнлеге: 3,5 м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2,8*2,4 км
  • Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә, шулай уҡ башҡа күлдәрҙән төшкән һыу менән туҡланған күл.
  • Унан ағып сыға: Үҙъйылға (Тинес ҡушылдығы).
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 270м
  • Майҙаны: 5,64км[2]
  • Һыуы: сөсө. Унда кислород әҙ, шуға балыҡ тонсоғоусан, әммә һыу планктоны бик бай. Минераллылығы 840 мг/л, химик составы буйынса гидрокарбонат класына, магнийлы-натрийлы төркөмгә инә. Һыуҙа төрлө микроэлементтар табылған [3].

Кәмә төшөрөр урындары юҡ тиерлек [2]

Файҙаланыусығанаҡты үҙгәртеү

Күл һыуы 1965 йылда барлыҡҡа килтерелгән Ирдегән быуаһына төшә. Быуала сәнәғәт кимәлендә тотоу өсөн балыҡ үрсетелә, улар өсөн 3 ҡышлау быуаһы, 3 үрсетеү быуаһы эшләнгән [2].

Этимологияһысығанаҡты үҙгәртеү

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аңлатыуынса, күлдең атамаһы башҡорт халҡының ир-ат килеп сыҡҡан: Ирдяги, Большое и Малое, озеро, Аргаяшский район.От распространенного в прошлом у башкир и татар тюркского мужского имени Ирдяк, Ирдеген [4][5].

Күл атамаһы, аңлашылыуынса Иртуған тигән исемдән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал [6]. Башҡорт телендәге гидронимдарҙа ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙең һөйләштә нәҙеккә әйләнеүе - йыш күҙәтелгән күренеш. Иртуған атамаһы йылдар үтеү менән Ирдегән рәүешенә ингәндер.

Флораһы һәм фаунаһысығанаҡты үҙгәртеү

Оло Ирдегән күле ярҙары һөҙәк, ныҡ һаҙлыҡлы, ҡамыш һәм күрән баҫҡан. Һыу ебәге, йылантамыр, екән үҫә. Тирә-яғында урмандар юҡ.

Күлдең һаҙмырт урындарында быуып яһалған быуаларҙа карп менән аҡ амур үрсетелә.

Күлдә суртан, алабуға, ҡорман, карп ғаиләһенән рус. верховка(лат. Leucaspius delineatus), алабалыҡ, рипус, себер сабағы, ротан һәм табан балыҡ тереклек итә[7].

Шулай уҡ ҡарасығанаҡты үҙгәртеү

Иҫкәрмәләрсығанаҡты үҙгәртеү

Һылтанмаларсығанаҡты үҙгәртеү

Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Ирдяги Большие

Сығанаҡтарсығанаҡты үҙгәртеү

  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 48-се бит
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат