Орск (аэропорт)

Орск аэропорты — федераль әһәмиәттәге халыҡ-ара аэропорт[2], Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының тирә-яғында, ҡаланың үҙәк өлөшөнән 17 км көньяҡтараҡ, РФ дәүләт сигенә яҡын урынлашҡан.

Орск
Нигеҙләү датаһы1958
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанОрск
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекОрск
Диңгеҙ кимәленән бейеклек277 метр
ХеҙмәтләндереүсеОренбургские авиалинии[d]
Рәсми асылыу датаһы1958
Пассажирҙар ағышы26 310[1]
Хеҙмәтләндерелгән ҡалаОрск
Рәсми сайтaviaorsk.ru
Ҡулланыу статусыҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты07/25
ИАТА аэропорты кодыOSW
ИКАО аэропорты кодыUWOR
Карта
 Орск Викимилектә

Орск-Новотроицк 320 меңдән ашыу кешеле сәнәғәт төйөнөнөң халҡын, шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһы кешеләрен (Орскиҙан Аҡтүбәгә тиклем 134 км алыҫлыҡ) хеҙмәтләндерә.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Яһалма осоу-ултырыу һыҙаты 1987 йылда төҙөлгән. Ул төҙөлгән осорҙа, 1984 йылдан алып 1987 йылдар буйынса, граждандар һауа судноларын Орск-Первомайский хәрби аэродромы ҡабул иткән.

Совет осоронда Орск аэропортында Ырымбур берләшкән авиаотряды составының йәйге эскадрильяһы урынлашҡан. 1990 йылда уны Ан-24, ә 1991 йылдан алып Ту-134 самолеттары хеҙмәтләндерә.

2012 йылға тиклем Орск аэродромына көньяҡ-көнбайыш йүнәлешенән килгән самолеттарҙы аэродромға ултыртыуҙы хеҙмәтләндереүсе радиостанция Ҡаҙағстан республикаһы территорияһына ҡараған була. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан демаркация комиссиялары эше арҡаһында ике ил араһындағы мәсьәлә тиң итеп хәл ителә: ике ил территориялары тиң итеп бүленә.

Тарих[3]

  • 1958 — Орск ҡалаһында беренсе аэропорт ойошторлоа, уның составында Ан-2 һәм Як-12 самолеттары була.
  • 1982 — Орскиҙа яңы аэропорт төҙөлә башлай (хәҙерге урын), һөҙөмтәлә Ла-410. самолеттарын аэропорт ҡабул итә ала.
  • 1987 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты файҙаланыуға тапшырыла, һөҙөмтәлә Ту-134 самолеттарын ҡабул итәләр.
  • 1990 — Орск летчиктары Ан-24 самолетын эксплуатациялай башлай.
  • 1991 — Орск летчиктары Ту-134 самолеттарын Орск — Мәскәү рейсы буйынса йөрөтә башлай.
  • 1993 — осоу-ултырыү һыҙатын реконструкциялау арҡаһында Орск аэропортына Ту-154 самолетының техник рейсы башҡарыла.
  • 2011 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты ремонтлана, аэропорт эштәре 2011 йылдың 1 июненән 31 авгусҡа тиклем регламентҡа ҡуйыла— 15:00 −03:00 UTC-ҡа тиклем . Самолет 3-сө һәм 4-се класс самолеттары грунт осоу-ултырыу һыҙатына, вертолеттар — перронда ҡабул ителә[4].

Ҡабул ителгән Һауа судноһы типтары

Ан-12, Ан-24, Ан-72, Ил-62, Ил-76, Л-410, Ту-134, Ту-154, Ту-204, Ту-214, Як-40, Як-42, Airbus A319, A320 Airbus, Boeing 737—300(-400,-500,-700,-800), Bombardier CRJ 100/200, Embraer E-190, Sukhoi Superjet 100 һәм еңел, бөтә төр вертолеттар. Осоу-ултырыу һыҙатының классификация һаны (PCN) 30/F/C/X/T.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

Пассажир:
йыл2014201520162017
мең пассажир77,580,965,726,3
Сығанағы:[5][6][7]

Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр

2018 май

АвиакомпанияһыТәғәйенләнеш пункттарыСамолеттар төрҙәре
Pegas FlyМәскәү (Шереметьево)190 Embraer

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат