Ҡаҙағстан

Урта Азияла урынлашҡан дәүләт
Ҡаҙағстан Республикаһы
Қазақстан Республикасы
Республика Казахстан
Ҡаҙағстангербы Ҡаҙағстан
Ҡаҙағстан флагыҠаҙағстан гербы
Милли девиз: «Алға, Ҡаҙағстан!»
Гимн: Ҡаҙағстан гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған16 декабрь 1991 йыл
Рәсми телдәрҠаҙаҡ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми)
Баш ҡалаАстана
Иң ҙур ҡалаларыАлматы, Ҡарағанды,Шымкент
Идара итеү формаһыРеспублика
Дәүләт башлығыТоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
60 урын
16,196,800
кеше/км²


ВалютаҠаҙағстан тәңкәһе
Интернет-домен.kz
Телефон коды++7
Сәғәт бүлкәтеUTC +5


Ҡаҙағстан Республикаhы (Ҡаҙағстан, ҡаҙ. Қазақстан Республикасы) — Евразияның үҙәгендә урынлашҡан, төп өлөшө Азияға, ҡалғаны Европаға ҡараған дәүләт. Төньяҡтан һәм көнбайыштан Рәсәй Федерацияһы, көнсығыштан Ҡытай, көньяҡтан Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төрөкмәнстан менән сиктәш.

Тарихы

Хәҙерге Ҡаҙағстандың ерендә борондан күсмә халыҡтар йәшәгән. 16-сы быуатта ҡаҙаҡтар үҙенә башҡа халыҡ булараҡ билдәлелек ала; улар өс жүздән тора. Ҡаҙаҡ ханлығы булдырыла. 18-сы быуатта Ҡаҙаҡ далаһына урыҫтар күсеп килә башлай; 19-сы быуаттың уртаһында барлыҡ Ҡаҙағстан Рәсәй империяһының өлөшөнә әйләнә.

1917 йылдың революцияһы һәм артабанғы граждандар һуғышы осоронда Ҡаҙағстан административ йәһәттән бер нисә тапҡыр бүленә; 1936 йылда СССР составында Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы булдырыла. 20 быуатта Ҡаҙағстанда Советтар Союзының күпселек проекттары тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән Хрущёвтың сиҙәм үҙләштереү кампанияһы. Байконур космодромы һәм Семипалатинск полигоны — СССР-ҙың ядро ҡоралын һынау буйынса төп майҙандар.

Ҡаҙағстан 1991 йылдың 16 декабрендә, Совет республикаларының һуңғыһы булып, үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итә. Советтар Союзының һуңғы йылдарында республикаһы етәксеһе булған Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстандың тәүге президенты була. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Ҡаҙағстан тотанаҡлы тышҡы сәйәсәт алып бара, үҙенең иҡтисадын, тәү сиратта нефть сәнәғәтен үҫтерә. Иҡтисади яҡтан ил тиҙ үҫеш кисерә, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара абруйы ла йылдан-йыл арта. Хәҙерге көндә ул Үҙәк Азияның бар яҡтап та өҫтөнлөклө дәүләте һанала.

Ил бер нисә халыҡ-ара ойошманың, атап әйткәндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Евро-Атлантик Партнёрлыҡ Советы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының ағзаһы булып тора. Элекке СССР-ға ингән илдәрҙән НАТО менән Айырым Партнёрлыҡ планы ҡорған алты илдең береһе.

Географияһы

Ҡаҙағстан күренеш спутниктан, 2004 йылдың ноябре
Ҡарағанда өлкәһе
Аҡмулла өлкәһендәге ҡаҙаҡ далаһы

Ҡаҙағстан Европа һәм Азия сиктәрендә урынлашҡан, уның күпселек өлөшө Үҙәк Азияла, кәмерәк өлөшө Көнсығыш Европала ята. Совет, Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың абруйлы сығанаҡтарында Ҡаҙағстан аша үткән Европа сиген Муғалжар тауҙарынан һәм Эмба йылғаһы участкаһы аша үткәрәләр.

Донъя океанына сығыу юлы булмаған һәм майҙаны 2,7 млн км² тәшкил иткән Ҡаҙағстан дәүләте ҙурлығы буйынса Көнбайыш Европаға тиңләшә, ҙурлығы буйынса донъя илдәре араһында туғыҙынсы урынды биләй. Донъяның алты бойондороҡһоҙ төрки телле дәүләттәренең береһе.Ҡаҙағстандың Рәсәй Федерацияһы менән сик буйы оҙонлоғо буйынса донъяла иң оҙон ҡоро ер сик буйы булып һанала һәм 6846 км тәшкил итә, Үзбәкстан менән — 2203 км, Ҡытай менән — 1533 км, Ҡырғыҙстан менән — 1051 км һәм Төркмәнстан менән — 379 км. 45° һәм 87° оҙонлоҡ, 40° һәм 55° киңлек йышлығында урынлашҡан[1]. 16,4 миллионлы халҡы (2010 йыл) буйынса Ҡаҙағстан донъяла 62-се урында торһа ла, халыҡ тығыҙлығы буйынса бер квадрат километрға яҡынса 6 кеше тәшкил итә.

Һыуҙар

Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығышындағы Ҡайынлы күле
Арал диңгеҙе 1989 һәм 2008 йылдарҙа

Ҡаҙағстан ландшафтары көнбайыштан көнсығышҡа табан Каспий диңгеҙенән Алтай тауҙарына һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан Көнбайыш Себер тигеҙлегенән Үҙәк Азия оазистарына һәм сүллектәрен тиклем йәйрәп ята. Ҡаҙаҡ далаһы илдең өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм донъяла иң эре ҡоро-дала регионы иҫәбендә тора, уның майҙаны — яҡынса 804 500 км². Далаға бик ҙур болон-көтөүлек ерҙәре һәм ҡом райондары инә. Төп һыу сығанаҡтары — Арал диңгеҙе, Балхаш күле һәм Зайсан күле, шулай уҡ Иле, Иртыш, Ишем, Урал (Яйыҡ) һәм Һырдаръя йылғалары.

Ҡаҙағстанда суднолар йөрөй алырлыҡ бер нисә йылға бар. Улар бөтәһе лә ил сиктәре буйлап аға, үҙәктәге йылғалар күбеһенсә йәйге селләлә ҡорой.Иң оҙон йылғалар — Иртыш (4473 км, шул иҫәптән Ҡаҙағстанда — 1700 км), Һырдарья (2212/1400 км), Урал (2428/1100 км) һәм Иле (1001/815 км). Башҡа мөһим йылғалар иҫәбенә Ишем, Тубыл, Эмба, Һарыһыу (иң оҙон һыуһыҙ дала йылғаһы), Чу һәм Нура инәләр. Иртыш һәм Нуаны иң мөһим ил каналы Иртыш — Ҡарағанды (500 км) тоташтыра.

Ҡаҙағстанда бик күп күлдәр бар, бигерәк тә илдең төньяғында. Барыһы 48 мең тирәһе ҙур һәм бәләкәй күлдәр иҫәптә тора, уларҙың күбеһе тоҙло. Иң ҙур күл — Каспий диңгеҙе, хәҙерге ваҡытта яҡынса 371 мең км² тәшкил итә; уның акваторияһының дөрттән бер өлөшө Ҡаҙағстан ҡарамағында. Каспий диңгеҙе бик бай тәбиғәт ресуртарына эйә, мәҫәлән. Балыҡ; бында шулай уҡ каспий нерпаһы[2].Ҙурлығы буйынса икенсе урында торған күл — Балхаш. Уның майҙаны — 18 428 км², оҙонлоғо 620 км тәшкил итә. Балхаш тулыһынса ҡаҙағстан ҡарамағында. Балхаш күленең шундай үҙенсәлеге бар: акваторияһының яҡынса яртыһы — сөсө, ә икенсе яртыһы — тоҙло һыу.

Элегерәк икенсе урында Арал диңгеҙе торған, әммә уның акваторияһы XX быуаттың икенсе яртыһында— XXI быуат башында байтаҡҡа кәмей. Диңгеҙҙең ҡороуы кешеләргә һәм тәбиғәткә бик ҙур зыян килтерҙе. Аралдың ҡороуы күп йылдар дауамында Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан Амударъя һәм Һырдаръя йылғалары һыуҙарын үҫемлектәрҙе (башлыса мамыҡсылыҡта) һуғарыу өсөн ҡалланыуҙан. Ҡороған Арал диңгеҙе өс һыу ятҡылығына бүленгән, иң төньяҡтағыһы Кесе Арал диңгеҙе тулыһынса Ҡаҙағстан территорияһында урынлашҡан (3300 км һәм Үзбәкстандың көньяҡ өлөшөнә ағып китмәһен өсөн быуа менән кәртәләнгән.

Иң эре һыуһаҡлағыстар — Ҡапсағай, Бухтарма һәм Шардаръя.

Климаты

Көнсығыш Ҡаҙағстандағы Алтай тауҙары

Ҡаҙағстанда киҫкен континенталь климат: бик йылы йәй һәм бик һыуыҡ ҡыш. Улан-Баторҙан һуң Астана донъяла иң һалҡын баш ҡала булып тора[3]. Яуым-төшөмдәр ҡоро һәм ярымҡоро шарттарҙа булып тора, ҡыш айырыуса ҡоро килә.

Ҡаҙағстан эре ҡалаларында урта тәүлек максималь һәм минималь температуралар[4]
УрынлашыуыИюль (°C)Ғинуар (°C)
Алматы30/180/−8
Астана27/15−10/−18
Шымкент32/174/−4
Ҡарағанды27/14−8/−17
Павлодар28/15−11/−20
Аҡтүбә30/15−8/−16

Тәбиғәт ресурстары

Ҡаҙағстан минераль һәм яғыулыҡ ресурстары ҡаҙылмаларына бай. Нефть, тәбиғи газ һәм файҙалы ҡаҙылмалар үҫеше 1993 йылдан алып Ҡаҙағстанға $40 млрд-тан ашыу сит ил инвестияларының күпселек өлөшөн йәлеп итте һәм ил сәнәғәт етештереүенең яҡынса 57 % тәшкил итә (йәки яҡынса эске вал продукцияһының 13 %). Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы[5], Ҡаҙағстан уран, хром, ҡурғаш һәм цинк запастары буйынса донъяла икенсе урында, марганец запастары буйынса — өсөнсө урында; баҡыр запастары буйынса — бишенсе урында; шулай уҡ күмер, тимер һәм алтын запастары буйынса донъяла тәүге ун ил исемлегендә тора. Шулай уҡ ул алмаздар экспортёры булып тора. Иҡтисади үҫеш өсөн нефть һәм тәбиғи газ запастары байлығын разведкалау буйынса 11-се урынды биләй[6].

Дөйөм алғанда, 2, 7 миллиард тонна нефтле 160 ятҡылыҡ разведкаланған. Әммә, хәҙерге баһалауҙар буйынса, Каспийҙағы ятҡылыҡтар күпкә эрерәк ятҡылыҡтың өлөшө булыуы бар. Ошо районда 3,5 млрд тонн нефть һәм 2,5 млрд м³ газ табылыуы мөмкин, тип фаразлана. Дөйөм баһа буйынса Ҡаҙағстан нефть ятҡылыҡтары 6,1 млрд тонн тәшкил итә. Ошо уҡ ваҡытта Атырау[7], Павлодар һәм Шымкент ҡалаларында өс нефть эшкәртеү заводы бар. Улар бөтә етештерелгән сей нефтте эшкәртә алмағанға күрә, күпселек өлөшөн Рәсәйгә экспортлайҙар. АҠШ Энергетик мәғлүмәте идаралығы баһаһы буйынса, 2009 йылда Ҡаҙағстан яҡынса 1 540 000 баррель (245 000 м³) нефть етештергән[8].

"Киров"шахтаһына күперҙән күренеш

Ҡаҙағстан шулай уҡ эре фосфориттар ятҡылыҡтарына эйә. Иң эре бассейндарҙан — Ҡаратау бассейны, унда с 650 млн тонн P2O5 етештерелә һәм илдең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Аҡтүбә фосфориттар бассейнының Чилисай ятҡылығы (9—10 % P2O5 менән чҡынса 500—800 млн тонна руда етештерелә) һаналалар[9][10].

Үҙгәртеп ҡороу осоро

1986 йылдың декабрендә Алматыла йәш этник ҡаҙаҡтарҙың демонстрациялары үтә, уларҙы һуңынан Декабрь ваҡиғалары, улар Ҡаҙаҡ ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Динмөхәмәт Ҡунаевтың урынына РСФСР-ҙа Геннадий Колбинды ҡуйыуға ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Хөкүмәт ғәскәрҙәре сыуалыштарҙы бҫтыра, бер нисә кеше һәләк була, күп кенә демонстранттар төрмәгә ултыртыла[11].

Артабан совет власы менән ризаһыҙлыҡ артҡандан-арта бара һәм совет лидеры М. С. Горбачев алып барған сәйәсәттә сағылыш таба.1990 йылдың 25 октябрендә Ҡаҙағстан СССР составындағы үҙ территорияһында республика булараҡ суверенитет иғлан итә. Мәскәүҙәге дәүләт түңкәрелешен ойошторорға маташыуҙан һуң 1991 йылдың авгусында Ҡаҙағстан 1991 йылдың 16 декабрендә бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә, совет республикалары араһында Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән иң аҙаҡҡы республика булып тора. Ун көн үтеүгә Советтар Союзы ла ғәмәлдән сығарыла.

Ҡаҙағстан коммунистик дәүере лидеры Нурсолтан Назарбаев[12][13][14][15]. ил иҡтисадын баҙар иҡтисадына индереүҙә төп маҡсат итеп ала, шул уҡ ваҡытта сәйәси реформалар иҡтисадтағы ҡаҙаныштарҙан ҡалыша[16]. 2006 йылға Ҡаҙағстан үҙенең нефть сәнәғәте иҫәбенә ярайһы уҡ яҡшы уңыштарға ирешә.

1997 йылда хөкүмәт баш ҡаланы Алматынан (1927 йылдан — баш ҡала) Аҡмуллаға күсерә (1998 йылдан — Астана).

Сәйәсәт

Сәйәси система

Ҡасым-Йомарт Тоҡаев
Ҡаҙағстан президенты
Алихан Смаилов
Ҡаҙағстан премьер-министры

Ҡаҙағстан унитар республика булып һанала; Нурсолтан Назарбаев ил менән 1991 йылдан 2019 йылға тиклем етәкселек итте[17] Уны Ҡасым-Йомарт Токаев алыштырҙы[18]. Президент парламент ҡабул иткән закондар йыйылмаһына вето һала ала, ә шулай уҡ ул Ҡораллы көстәрҙең баш командующийы булырп тора. Премьер-министр Министрҙар кабинетын етәкләй һәм Ҡаҙағстан хөкүмәте башлығы булып тора. Министрҙар кабинеты составында — премьер-министрҙың өс урынбаҫары һәм 16 министр.Ҡаҙағстанда ике палаталы парламент, ул Мәжлестән (түбәнге палата) һәм Сенаттан (үрге палата) тора[19].

Бер мандатлы округтарҙа 107 урынға тауыш бирелә; шулай уҡ партия исемлеге буйынса 10 ҡатнашыусы һайлана. Сенат 47 ағзанан тора. 14 өлкә һәм Астана менән Алматы ҡалалары һайлау йыйылыштары ике сенаторҙы һайлай. Президент ҡалған ете сенаторҙы үҙе билдәләй. Парламент депутаттары һәм хөкүмәт закон сығарыу инициативаһына эйә, әммә хөкүмәт закондарҙың күпселеген тәҡдит итә һәм уларҙы парламент тикшерә.

Һайлауҙар

2004 йылдың сентябрендәге Мәжлес һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса түбәнге палатала Нур Отан хөкүмәт яҡлы партия өҫтөнлөктө ала, уны президент Назарбаев етәкләй. Башҡа ике партия (аграр-сәнәғәт блогы һәмНазарбаевтың ҡыҙы булдырған Асар партияһы) ҡалған урындарҙы биләйҙәр. Рәсми рәүештә теркәлгән оппозицион партиялар бөтәһе бер урын алалар. Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма һайлауҙарҙы күҙәтеп бара һәм, уның фекере буйынса, һайлауҙар халыҡ-ара стандарттарға тап килмәй[20].

Файл:Kazakh Parliament Astana.jpg
Ҡаҙағстан парламенты
Нур Отан штабы Астанада

2005 йылдың 4 декабрендә Нурсолтан Назарбаев ҡабаттан һайлана. Һайлау комиссияһы, ул 90%-тан ашыу тауыш йыйҙы, тип иғлан итә2007 йылдың 17 авгусында түбәнге палатаға һайлауҙар үткәрелә һәм Нур Отан етәкселегендәге коалиция (уның составында Асар пратияһы, Гражданлыҡ партияһы, Ҡаҙағстан Аграр партияһы) 88 % тауыштан урындар ала. Оппозицион партияларҙың береһе лә 7%-лыҡ контроль кимәлен үтә алмай. Оппозицион партиялар властарҙы һайлауҙарҙа етди етешһеҙлектәрҙә ғәйепләй[21].2010 йылда президент Назарбаев 2020 йылға тиклем вазифаһын һаҡлап ҡалыу буйынса референдумдан баш тарта[22]. Ул биш йыл мөҙҙәте менән президент һайлауҙарын үткәрергә тәҡдим итә. 2011 йылдың 3 апрелендә тауыш биреү үткәрелә һәм уларҙың һөҙөмтәһе 95,54 % тауыш ала, тауыш биреүҙә теркәлгән һайлаусыларҙың 89,9 % ҡатнаша. 2011 гйылдың мартында Назарбаев демократия йүнәлешендә Ҡаҙағстандағы алға барыш тураһында һөйләй[23]. 2010 йылға ҡарата Ҡаҙағстан Демократия индексында авторитар режимы булараҡ теркәлде.

2015 йылдың 26 апрелендә Ҡаҙағстанда бишенсе президент һайлауҙары үткәрелә[24].

Назарбаев, 97,7 % тауыш йыйып, ҡабаттан президент итеп һайлана[25].2019 йылдың 19 мартында Назарбаев президент вазифаһынан отставкаға китеүе тураһында иғлан итә[26]. Ҡаҙағстан спикеры Ҡасым-Йомарт Тоҡаев Нурсолтан Назарбаевтың отставкаһынан һуң президент вазифаларын башҡарыусы булып ҡала[27]. Һуңғараҡ Токаев 2019 йылғы һайлауҙарҙа еңеп сыға, һайлауҙар шул уҡ йылдың 9 июнендә уҙғарыла һәм Тоҡаев 70 % тауыш йыя. ОБСЕ һайлауҙарҙа күп һанлы етешһеҙлектәр, закондарҙы боҙоу осраҡтарын таба, шул иҫәптән һайлау урналарына бюллетендәрҙе ырғытыу. Тауыш биреү һөҙөмтәләренә ҡаршы протесттарҙа бер нисә мең кеше ҡатнаша.

Дәүләт ҡоролошо

Ҡаҙағстан Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

Ҡаҙағстан Президенты — Ҡаҙағстан башлығы һәм Ҡаҙағстандын иң юғары вазифалы кешеһе. Ҡаҙағстан Президенты, Ҡаҙағстан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡаҙағстан Конституцияһы менән билдәләнгән.

Суд власы

Ҡаҙағстан суд системаһы составында:

  • Ҡаҙағстандын Юғары суды һәм өлкә, ҡала, хәрби һәм түбәнге инстанция судтары.

Закондар сығарыу власы

Ҡаҙағстан Парламенты — ике палатаһынан тора: Сенат (юғары) һәм Мәжлес (түбәнге).

Мәжлес — Рәсәйҙәге Дәүләт думаһы аналогы.

Административ бүленеше

Ҡаҙағстан — унитар дәүләт. Административ йәһәттән ул 14 өлкәгә бүленгән; 2 ҡала — республика ҡарамағында.

Республикала 14 өлкә, 86 ҡала, шул иҫәптән республика ҡамағындағы ике ҡала (Астана, Алматы); 168 район (шул иҫәптән 8 ҡала районы, 174 ҡасаба бар[28].

Ҡаҙастандың административ бүленеше
Ҡаҙағстандың картаһы
ТөбәкАдминистратив үҙәкМайҙаны (км²)[29]Халҡы
(2011 й.
1 ғинуарына)[30]
1Алматы өлкәһеТалдыҡорған223 924 1 857 781
2Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһеУсть-Каменогорск283 2261 396 746
3Ҡарағанды өлкәһеҠарағанды427 982 1 351 905
4Жамбыл өлкәһеТараз144 264 1 043 617
5Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһеШымкент117 249 2 563 081
6Ҡыҙылурҙа өлкәһеҠыҙылурҙа226 019 699 132
7Аҡтүбә өлкәһеАҡтүбә[31]300 629 777 256
8Ҡостанай өлкәһеҠостанай196 001 881 234
9Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһеПетропавловск97 993588 910
10Аҡмулла өлкәһеКокшетау146 219 732 964
11Павлодар өлкәһеПавлодар124 800 746 010
12Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһеУральск151 339 607 975
13Атырау өлкәһеАтырау118 631 531 562
14Манғыстау өлкәһеАҡтау165 642 523 301
15Алматы (Алма-Ата) — республика ҡарамағындағы ҡала319 1 434 755
16Астана — республика ҡарамағындағы ҡала710,2 697 257
17Байҡоңыр (Байконур) — Рәсәй ҡарамағындағы ҡала57мәғл. юҡ

Ҙур ҡалалары

УрынҠалаХалыҡ һаны
(2010 й. 1 окт. торошло[32]
Рәсми исемеРәсәйҙәге исеме
Миллионлы ҡала1 млн-дан ашыу
1АлматыАлма-Ата1 422 354
Йөҙ меңле ҡалалар100—999 мең
2Астана684 479
3ШымкентЧимкент625 110
4ҠарағандыКараганда468 957
5АҡтүбәАктюбинск357 193
6Тараз327 180
7Павлодар321 815
8ӨскеменУсть-Каменогорск306 588
9СемейСемипалатинск303 878
10Ҡостанай215 346
11ОралУральск210 128
12Петропавловск203 192
13Ҡыҙылурҙа195 838
14Атырау175 474
15Аҡтау172 904
16Тимертау171 588
17Төркөстан146 449
18Кокшетау137 214
19Талдыҡорған126 944
20Экибастуз126 538
21Рудный111 686
Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән
халыҡ һаны, барлығы:
6 810 855
Ҡаҙағстандың халыҡ һаны:16 372 383
ҙур ҡалалар халҡының

Ҡаҙағстандың дөйөм халҡында өлөшө (%)

41,60 %

Иҡтисад

  • «Ҡаҙағстан фонд биржаһы» (Қазақстан қор биржасы)-Ҡаҙағстандың иң эре биржаһы. Ҡаҙағстан фонд биржаһында көн һайын 100-ҙән ашыу ойошмаларҙың акциялар буйынса торгтар бара. Улар араһында: «Разведка Добыча „КазМунайГаз“», EURASIAN NATURAL RESOURCES CORPORATION PLC, «Казахтелеком» һәм башҡалар. Биржала KASE индексы хисаплана.

Дин

Ҡаҙағстанда йәшәүсе халыҡтың уртаса 75 проценты мосолман, 25 проценты — христиан.

Башҡортостан менән бәйләнештәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡаҙағстандың файҙалы ҡаҙылмалары

Астана

Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары