Оҙонаяҡ сәпсәү

?
Оҙонаяҡ сәпсәү
Оҙонаяҡ сәпсәү
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Хайуандар
Тип:Хордалылар
Класс:Ҡоштар
Отряд:Ржанка һымаҡтар
Ғаилә:Беҙсуҡышлылар
Ырыу:Оҙонаяҡ көйөлдөләр
Төр:Оҙонаяҡ сәпсәү
Латинса исеме
Himantopus himantopus
Linnaeus, 1758

Оҙонаяҡ сәпсәү, ағасаяҡ, ҡыҙылаяҡ, ялпылдаҡ, япылдаҡ, япаяп (рус. Ходулочник),(лат. Himantopus himantopus)—— Рәсәйҙең көньяғында тоҙло һыу буйҙарында йәшәй торған бик оҙон аяҡлы көйөлдөләр[1].

Himantopus himantopus
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 144081

Ҡарға ҙурлыҡ. Түбәһе, һырты, ҡанаттары ҡара; ҡорһаҡ яғы, ҡойроғо аҡ. Нәҙек төп-төҙ суҡышы ҡара-көрән. Ҡыҙыл төҫтәге аяҡтары бик оҙон. Инә ҡош тоноғораҡ төҫтә. Беҙ-суҡыштан төҙ суҡышы, оҙон ҡыҙыл аяҡтары менән айырыла. Тауышы көслө генә: «яп-яп-яп». Ялан һәм далалар-ҙағы күл-һаҙлыҡтарҙа йәшәй, һыу йәнлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ғәҙәттә, күмәкләшеп оялайҙар. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Унда ҡара-көрән таплы 4 бөртөк һорғолт көрән йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат