Парафин

Парафин — балауыҙ ға оҡшаҡан ҡатнашма, (нем. Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300—400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35 углеводородтар ҡатышмаһы. С18Н38 (октадекан) дан С35Н72 (пентатриоконтанғаса).

Парафиндан етештерелгән майшәмдәр. Парафин һәр төрөлө майшәм етештергәндә лә ҡулланыла.

Үҙенсәлеге

Тығыҙлығы 0,880-0,915 г/см³ (15 °C).Уның составында шулай уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (иреү температураһы 45—65 °C, тығыҙлығы 880—915 кг/м³) йәки шыйыҡлыҡ (ҡайнау температураһы 180—360 °C); һыуҙа, этил спиртында иремәй, күп кенә органик иреткестәрҙә, минераль майҙарҙа ирей; тоҡаныуы 160 °C түбән булмаған, үҙенән‑үҙе тоҡаныуы 300 °C түбән булмаған яныусан матдә. Химик реагенттарҙың күбеһенә инерт; азот кислотаһы, һауалағы кислород (140 °C) һ. б. менән майлы кислоталарға тиклем окислана; хлор менән хлоропарафиндар барлыҡҡа килтереп реакцияға инә. Майлы нефть дистиляттарын артабанғы таҙартыу (көкөрт кислоталы, контактлы, перколяцион йәки башҡа таҙартыу) менән парафинһыҙлаштырыу (мәҫәлән, кетон һәм толуол ҡатышмаһы менән) һәм майһыҙландырыу (шыйыҡ углеводородтарҙан арындырыу) юлдары аша алына.

Бүленеше

Таҙартыу кимәленә ҡарап юғары таҙалыҡтағы техник, таҙартылған, таҙартылмаған, медицина һ. б. парафиндарға бүленә, улар еҫһеҙ, составында бензопирен булырға тейеш.

Ҡулланылышы

Аҡһым‑витамин концентраттары алыу, туҡыманы биҙәкләү өсөн, синтетик май кислоталары, шырпы, ҡәләм, май шәмдәре, синтетик йыуыу саралары етештереүҙә, αα‑олефиндар алыу өсөн сеймал, электроизоляция материалы, пластик майҙар компоненты, майлағыс майҙарға присадка булараҡ; юғары таҙалыҡтағы парафиндар — таралар, төрөү материалдары, Резина‑техник изделиелар эшләүҙә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә сәйнәй торған резинкалар компоненты сифатында, медицина парафины парафин менән дауалауҙа файҙаланыла.

Ҡарағыҙ

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «парафин» мәҡәләһе бар
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары