Регби

Регби—футбол (англ. rugby football) — күбеһенсә XIX быуатта барлыҡҡа килгән командалы спорт уйыны. Уйындың иң билдәле ике төрө — регби-15 һәм регбилиг (регби-13) берләшмәһе — инглиз телле дәүләттәрҙә регби-футбол (англ. rugby football) исеме аҫтында таралған. Уйын ҡағиҙәләре ике уйын өсөн дә бер, айырмалар уйынсылар һанына, уйын ваҡыты һәм башҡаға бәйле. Регби-15 һәм регбилиг менән Халыҡ-ара регби советы һәм Регбилиг халыҡ-ара федерацияһы алып бара. Уйындың башҡа төрҙәре менән дә (пляж һәм ҡар регбиһынан башҡа) был ойошмалар етәкселек итә.

Регби-футбол
Фотография
Характеристика
Категория

команда уйыны

Командалағы уйынсылар һаны

15 тиклем

Ҡорамалдар

регби тубы

Тәүге ярыштар
Халыҡ-ара федерация
Бәйле проекттар
Категория:Регби
Портал:Регби

Халыҡ-ара регби советы ҙур регби, американ-флэг, мини-регби, регби-7, ҡар регбиһы, тэг-регби, тач-регби һәм регби-10 уйынсылары һәм ойошмаларҙың халыҡ-ара бәйләнешен тәьмин итә. Регбилиг федерацияһы титул төрө, мастерс-регбилиг (өлкәндәр өсөн уйын), минилиг, модлиг, регби-9, регби-7, тэг-регби, тач-регби һәм коляскалы регби буйынса ярыштар ойоштороу менән мәшғүл. Регби-7 буйынса турнирҙар ике ойошма менән дә үткәрелә, әммә Олимпия спорт төрө статусын Халыҡ-ара регби советының уйыны алған.

Регби-футбол үҫеше

ДатаһыВаҡиға
1400—1800Британия буйлап халыҡ футболын уйнайҙар. Дөйөм ҡағиҙәләр һәм ойошмалар юҡ.
1823Уильям Уэбб Эллистың туп менән йүгергәне, ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, регби тарихын башлауға бәйле[1].
1830-сы йылдарҠул менән уйнау футболы Рэгби ҡалаһы мәктәбендә киң тарала
1845Рэгби ҡалаһы мәктәбендә тәүге ҡағиҙәләр йыйынтығы сыға[2].
1850—1860Рэгби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футболды бөтә Бөйөк Британияла уйнайҙар.
1857Декабрҙә тәүге регби ярышы үтә: Шотландияла Эдинбург университеты һәм Эдинбург академик клубы командалары уйнай.
1863Бөйөк Британияла Футбол берекмәһе төҙөлә — регби һәм футбол бүленеүе рәсми теркәү ала.
1864Тәүге регби клубтары барлыҡҡа килә.
1865Монтевидео Крикет клубында тәүге регби командаһы төҙөлә — Британия утрауҙарынан ситтә төҙәлгән тәүге команда[3].

Британия армияһының командаһы Монреаль командаһы менән уйын үткәреп, уларҙы регби уйнарға өйрәтә. Артабан урындағы халыҡ был регби ҡағиҙәләре нигеҙендә канада футболын уйлап таба.

187121 клуб вәкилдәре Инглиз Регби берләшмәһен төҙөй.

Регби тариһында тәүге халыҡ-ара ярышы үтә: шотландтар инглиздәрҙе еңеп сыға (4:1).

1876The Meteor баҫмаһында Мэттью Блоксемдың мәҡәләһе донъя күрә, унда регбины Уильям Уэбб Эллис нигеҙләгән тигән фараз була. 1895 йылда Регби бөрләшмәһе был һорау буйынса үҙ тикшереүен үткәрә. Дәлилдәр табылмаһа ла, легенданы мәңгеләштерергә булалар.
1877Уйын ҡағиҙәләре үҙгәрә: майҙанда һәр команданан уйнаусылар һанын егерменән ун биш кешегә төшөрәләр.
1880АҠШ-та Уолтер Кэмп (англ.)русск. уйын ҡағиҙәләрен үҙгәртә: снэп индерә, уйынсыларҙы ун бергә тиклем әҙәйтә, алға туп ташлауҙы һәм нейтраль зонаны индерә, майҙан киңлеген билдәләй. Был үҙгәртеүҙәр Америка футболына нигеҙ була.
1881«Блэкхит» клубы һаҡсылары тәү тапҡыр бер-береһенә туп бирә башлай[2].
1883Тәүге халыҡ-ара регби ярыштары үтә: Йорт милләттәре кубогын Англия, Ирландия, Уэльс, Шотландия йыйылма командалары уйната.
1886Ирландия, Уэльс һәм Шотландия Регби берләшмәләре Халыҡ-ара регби советын ойоштора. Инглиз уйынсылары уларға 1890 йылда ҡушыла.

Регби берләшмәһе уйынсылар хеҙмәтенә түләүҙе тыя, был регбиның профессиональ үҫешенә ҡаршы торор өсөн эшләнә.

1888Яңы Зеландия аборигендары йыйылма командаһы тыуған ерендә, Австралия һәм Бөйөк Британияла уйындарын үткәрә.
1890Йорт милләттәре кубогын уйнатҡанда, мәрәйҙәрҙе һанау системаһы яңыртыла, ул әле лә регби-15 уйынында ҡулланыла.
1895Инглиз регбиһы икегә бүленә: Регби берләшмәһе сәйәсәте менән риза булмаған 22 Төньяҡ Англия командаһы Төньяҡ регби берләшмәһен төҙөй, яңы спорт төрө — регбилиг барлыҡҡа килә. Киләһе 15 йылда яңы ойошмаға Регби берләшмәһенән ике йөҙҙән ашыу команда ҡушыла.
1900Регби Олимпия уйындары программаһына инә. Регби ярыштары һуңғы тапҡыр 1924 йылда уҙа.
1906Регби-15 буйынса Англия йыйылма командаһы тәү тапҡыр Көньяҡ Африка командаһы менән уйнай. Африканлылар һорауы буйынса инглиз командаһынан яҡташтары Джеймс Питерс сығарыла.

Төньяҡ берләшмә уйынсыларҙы ун өскә тиклем әҙәйтә, был уларға ирекле уйнарға мөмкинлек бирер өсөн эшләнә.

1908Британияға Австралияның регбилиг буйынса командаһы килә.
1912Көньяҡ Африка командаһы регби-15 буйынса уйындарын Британия утрауҙарында һәм Францияла үткәрә, еңеү өсөн уларға Ҙур ҡорҡа (шлем) тапшырыла.
1922Төньяҡ берләшмә атамаһын Регби лигаһына үҙгәртә.
1923Мәскәүҙең «Буревестник» стадионында регби буйынса тәүге рәсми уйын уҙғарыла, унда Эшселәрҙең физик тәрбиә йәмғиәте һәм Мәскәү йылға яхт-клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша[3].
1929Регбилиг буйынса Саҡырыу кубогы финалы тәү тапҡыр «Уэмбли» стадионында үтә. 41 500 тамашасы алдында «Уиган» командаһы еңә.
1930Регби-15 буйынса Европа кубогының тәүге уйындары үтә (иң көслө биш команда араһына инмәгәндәр ҡатнаша). Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында турнир үткәрелмәй.
1932Регбилиг буйынса матч тәү тапҡыр яһалма яҡтылыҡ шарттарында үтә.
1933Яңы йыл алдынан Англия һәм Австралия йыйылма командалары регбилиг буйынса уйынды Парижда үткәрә. Был спорт төрө буйынса Франция ерендәге тәүге уйын була. Профессионаллекте индереүҙә ғәйепләнеп, Францияның регби-15 буйынса командаһы Биш милләт кубогынан сығарыла. Шуға күрә лә Франция регбилиг уйынсылары өсөн бик ҡулай килеп сыға.
1934Жан Галья, регби-15 уйынсыһы һәм бокс буйынса чемпион, Францияла регбилигҡа нигеҙ һала. 1939 йылда 225 клуб һанала.

Мәскәүҙә тәүге тапҡыр регби буйынса чемпионат үтә[3].

1936Тәү тапҡыр СССР регби чемпионаты үтә.
1941Францияла регбилиг тыйыла. Клубтарҙың бөтә мөлҡәте регби-15 федерацияһына тапшырыла. Регби-15 позицияһын яңыртып, әле лә уны һаҡлап килә.
1944Францияла регбилиг тергеҙелә.
1949Француз суды «регби» һүҙен регбилиг спорты исемендә ҡулланыуҙы тыя. Яңы атамаһы — «Игра Тринадцать» (фр. Jeu à Treize).

«Космополитизм» һәм «Көнбайыш алдында баш эйеү» менән көрәш сиктәрендә регби СССР-ҙа совет кешеһенең әхлаҡи торошона тап килмәгән уйын тип иғлан ителә һәм тыйыла[3].

1951Көньяҡ Америкала тәүге регби чемпионаты уҙғарыла.
19541953—1954 йылдарҙа Брадфордта үткән Саҡырыу кубогының мөһим уйыны 102 569 тамашасы йыя, был рекорд 2000 йылға тиклем һаҡлана.

Регбилиг буйынса донъя кубогын уйнатыу була. Беренсе булып уны Бөйөк Британия йыйылма командаһы ала, ул Франция командаһын 16:12 иҫәбе менән еңә.

1956Воронеж урман-техник институты студенттары, ете йыллыҡ тыйылыуҙан һуң, тәүге регби командаһын төҙөй[3].
1957Икенсе Саҡырыу донъя кубогын уйнатҡанда, Австралия еңә.

СССР-ҙағы Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленән һуң регби тергеҙелә. Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһы һәм Мәскәү авиация институтында командалар төҙөлә[3].

1960Өсөнсө Саҡырыу донъя кубогын уйнатҡанда, Бөйөк Британия командаһы еңә.
1964Регбилигта беренсе тайм аҙағына тиклем йәрәхәтләнгән уйынсыны алмаштырыу ҡағиҙәһе индерелә.
1966Регби буйынса СССР чемпионаты тергеҙелә. 1968 йылдан ул йыл һайын үткәрелә[3].
1967Тамашасылар һаны әҙәймәһен өсөн, профессиональ командалар уйындарҙы йәкшәмбе көнө үткәрергә ҡарар итә.

СССР регби федерацияһы төҙөлә[3].

1968Дүртенсе Саҡырыу донъя кубогында Австралия еңә.
1970Бишенсе Саҡырыу донъя кубогында Австралия Бөйөк Британия командаһын 12:7 иҫәбе менән еңә.
1972Регбилигта хронометрсы һәм сирены индерелә.

Алтынсы Саҡырыу донъя кубогында Австралия менән Бөйөк Британия командаһы 10:10 иҫәбе менән уйнағас, еңеү мәрәйҙәр һаны буйынса Бөйөк Британия командаһына тапшырыла.

1975Етенсе Саҡырыу донъя кубогы уйындары яңы тәртип буйынса үтә: ҡатнашыусылар бер-береһе менән теҙмә буйлап уйнай, өйҙә һәм ҡунаҡта икешәр уйын үткәрәләр. Ярыштар һигеҙ айға һуҙылып китә. Бөйөк Британия йыйылма командаһы Уэльс һәм Англия командаларына бүленә. Австралия, Англия командаһын бер мәрәйгә үтеп, еңеүсе була.

СССР регби федерацияһы Халыҡ-ара һәүәҫкәр регби федерацияһына инә[3].

1977Һигеҙенсе Саҡырыу донъя кубогы уйындарында Австралия Англия командаһын 13:12 иҫәбе менән еңә.
1981Австралияла регби ярыштарында был спорт төрөндә тәүге тапҡыр пенальти индерелә.
1983Регбилиг ҡағиҙәләре үҙгәрә: алыштар һаны әҙәйә, ҡағиҙәне боҙоуға пенальти ҡуйыла, уйынсыларҙың халыҡ-ара алмашыныуы рөхсәт ителә.
1985Регбилиг донъя кубогы яңыртыла.
1988Туғыҙынсы Саҡырыу донъя кубогы уйындарында Австралия Яңы Зеландия командаһын 25:12 иҫәбе менән еңә.
1989Августа «Союз Регби-13 СССР» барлыҡҡа килгән[4].
1990Францияла регбилиг рәсми рәүештә регби-13 тип атала башлай.

СССР регби федерацияһы Халыҡ-ара регби советы ағзаһы була[3].

1991Рәсәй регбилиг йыйылма командаһы тәүге уйынында Франция командаһынан 6:26 иҫәбе менән еңелә[5].
1992Рәсәй регбистар берләшмәһе төҙөлә[3].
1995Халыҡ-ара регби советы уйынсыларға ҡарата ирекле статусты таный, йәғни профессиональ регби-15 рәсмиләштерелә.

Регби буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Үҫешкән милләттәр кубогында ҡатнаша[5].

1996Регбилиг Суперлигаһында «видеорефери» системаһы индерелә.
1997Австралияла Суперлигалар алыштары тамамлана. Австралия суперлигаһы һәм Австралия регби лигаһы Милли регби лигаһына берләшә.
2000Халыҡ-ара регби советы халыҡ-ара уйындарында «пенальти» һәм видеореферины индерә.

Регбилиг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тәү тапҡыр иң юғары ярышта — Донъя кубогында ҡатнаша[5].

2003Саҡырыу кубогына тәү тапҡыр Рәсәй командаһы ҡатнаша. Ошо ваҡыттан алып йыл һайын Рәсәй командалары турнирға килә[5].

Февралдә Рәсәй Регбилиг федерацияһы Халыҡ-ара регбилиг федерацияһына инә. Регби-13 уйыны Берҙәм Дәүләт спорт классификацияһында урын ала[4].

2006Рәсәйҙең регбилиг йыйылма командаһы 2008 йылдың Донъя кубогы һайлау турнирының тәүге раундына үтә[5].
2008Һигеҙ йыллыҡ тәнәфестән һуң, регбилиг буйынса Донъя кубогы уйындары тергеҙелә. Финалда Яңы Зеландия Австралияны 34:20 иҫәбе менән еңә.
2009Рәсәйҙең регбилиг йыйылма командаһы, матди ҡыйынлыҡтар кисереп, Европа Кубогы уйындарында ҡатнашыуҙан баш тарта[5].

Рәсәй командаһы ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы Донъя чемпионатында ҡатнаша[4].

2011Регби Донъя кубогы финалында Яңы Зеландия командаһы Франция уйынсыларын 8:7 иҫәбе менән еңә. Ошонда уҡ тәүге тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһы уйындарын үткәрә.
201322 февралдә Европа регбилиг федерация директорҙар советы Рәсәй регбилиг клубтары ассоциацияһын ағза итеп ҡабул итә[4].

Рәсәйҙә беернсе тапҡыр регби-7 буйынса донъя чемпионаты үтә.

2015Регби буйынса Донъя кубогында Яңы Зеландия командаһы Австралияны 34:17 иҫәбе менән еңеп, донъя чемпионы исемен яҡлай.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Godwin T., Rhys C. The Guinness Book of Rugby Facts & Feats. — Enfield: Guinness Superlatives Ltd, 1981. — ISBN 0-85112-214-0.
  • Richards H. A Game for Hooligans: The History of Rugby Union. — Edinburgh: Mainstream Publishing, 2007. — ISBN 978-1-84596-255-5.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары