Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы

Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы (15 ғинуар 1925 йыл — 1 октябрь 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1990 йылдарҙа Миәкә районы «Башҡортостан» колхозының тракторсыһы, трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө15 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыныЙәнәби-Урсай, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө1 октябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыныЙәнәби-Урсай, Миәкә районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрөсәйәсмән, тракторсы
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

Шифа Ғарифулла улы Рәжәпов 1925 йылдың 15 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) Сатай ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда Миәкә районының «Юлдаш» колхозында башлай. 1941 йылдың июленән Елдәр МТС-ында комбайнер булып эшләй башлай.

1943 йылдың февралендә Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Үҙәк һәм Ленинград фронттарында һуғыша, совет ғәскәрҙәре Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда ҡатнаша.

1944 йылдан, сәләмәтлеге торошо буйынса демобилизацияланғандан һуң, Елдәр МТС-ында, 1958 йылдан — «Правда» колхозында, 1962 йылдан «Дим» колхозында, 1965 йылдан — Миәкә районының «Башҡортостан» колхозында тракторсы булып эшләй.

Тракторсы булып эшләгәндә, Ш. Ғ. Рәжәпов үҙ һөнәрен һәм ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү агротехникаһын бөтә камиллығы менән үҙләштерә. Үҙенә беркелелгән техникаға һаҡсыл һәм намыҫлы мөнәсәбәте арҡаһында, 1958 йылдан алып алмашһыҙ бер үк ДТ-54 тракторында эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, тик 1964 йылда ғына, тракторҙы эксплуатациялау һәм ремонтлауҙа, яғыулыҡ-майлау материалдарын тотоноуҙа 247 һум экономия яһай. Тупраҡ эшкәртеү, сәсеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү буйынса бөтә төр трактор эштәрен сифатлы башҡарып, Ш. Ғ. Рәжәпов йыл һайын иген культураларынан юғары уңыш алыуға өлгәшә. 1962 йылда 198 гектар майҙанда гектарынан 19,2 центнер яҙғы бойҙай уңышы үҫтереүгә өлгәшә. 1963 йылда 207 гектар майҙанда гектарынан 18,5 центнер бойҙай уңышы ала. 1964 йылда 150 гектар майҙанда бойҙайҙың уртаса уңышын гектарынан 17,9 центнерға еткереүгә өлгәшә. 1965 йылда 156 гектар майҙанда ужым арышын гектарынан 18,7-шәр центнер йыйып ала. Һуңғы 4 йыл эсендә ДТ-54 тракторында уртаса эшләнеш йомшаҡ һөрөлгән ергә әйләндергәндә, планда ҡаралған 700 гектар урынына 1 230 гектар тәшкил итә.

Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын етештереүҙә һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнлекле ҡулланғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге указы менән Рәжәпов Шифа Ғарифулла улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1985 йылда хаҡлы ялға киткәнсе «Башҡортостан» колхозының трактор бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы булып эшләй.

Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауылында йәшәй. 2011 йылдың 1 октябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (1966)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

Официальный сайт муниципального района Миякинский район Республики Башкортостан: Мы ими гордимся. Дата обращения: 16 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года.
  • Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Әҙәбиәт

    • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
    • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
    • Платонов М. Настоящий человек //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. — Уфа, 1970.

    Һылтанмалар

    «https:https://www.search.com.vn/wiki/index.php?lang=ba&q=Рәжәпов_Шифа_Ғарифулла_улы&oldid=1250377» битенән алынған
    🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат