Рәхмәтуллин Сафиулла Рәхмәтулла улы

Сафиулла Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин (18451921) — ХХ быуат башы башҡорт шағиры.

Сафиулла Рәхмәтуллин
Исеме:

Рәхмәтуллин Сафиулла Рәхмәтулла улы

Тыуған көнө:

1845({{padleft:1845|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡоръятмаҫ ауылы[1]

Вафат булған көнө:

1921({{padleft:1921|4|0}})

Вафат булған урыны:

Дәүләкән районы, Ҡоръятмаҫ ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Биографияһы

1845 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Ырымбур Ҡарғалыһы мәҙрәсәһен тамамлай.Үҙ заманынының уҡымышлы кешеләренән һаналған. Балта оҫтаһы була.Ҡоръятмаҫ ауылында Сафиулла Рәхматуллиндың ҡулдары менән һалынған йорт бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған.1905 йылдың май айында Бәләбәй өйәҙендәге помещик Н. В. Деевтың араҡы заводында эшселәр һәм тирә-яҡ ауыл кешеләре фетнә күтәрә.Сығышты ойоштороусылар, революцион идеяларҙы таратыусылар араһында Сафиулла Рәхмәтуллин да була.[2]


1907 йылда халыҡты поэтик һүҙ менән көрәшкә өндәп, революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн хөкөм ителеп, оҙаҡ йылдарға төрмәгә ултыртыла.

Ижады

1907 йылда Ырымбур ҡалаһында сыҡҡан «Урал» гәзитендә шағирҙың «Төрмәнән» һәм «Яҙ килә» тигән шиғырҙары баҫыла.
Ошо уҡ йылда «Ер кәрәк» һәм «Күҙ йәштәре» шиғырҙары Ҡарсыға (журнал) ында донъя күрә.1905—1907 йылдарҙа яҙылған ете шиғыры билдәле:

  • «Ер кәрәк»
  • «Башҡорттарым,ҡуҙғалайыҡ!»
  • «Төрмәлә яҙылған шиғырҙары» (Өфө төрмәһе,1907 йыл,18 июль)
  • «Ғәзиз башым күрҙе инде…»
  • «Бәхет алда, гөлдәрем, тыныс йәшәгеҙ.»
  • «Күҙ йәштәре»
  • «Йәмле Өйҙөрәк буйҙары»

Әҙәбиәт

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө: «Китап», 2001.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат