Салауат (ҡала)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы ҡала

Салауат (тыңлау) Башҡортостан Республикаһының көньяҡ өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан республика әһәмиәтендәге ҡала, ҙур сәнәғәт (башлыса нефть химияһы) үҙәге.

Ҡала
Салауат
Салауат
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Координаталар

53°22′ с. ш. 55°56′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Ғилманов Фәрит Фәррәх улы

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34763
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 439 000 000

ОКТМО коды

80 739 000 001

Рәсми сайт

salavat.ru

Салауат (Рәсәй)
Салауат
Салауат
Салауат (ҡала) (Башҡортостан Республикаһы)
Салауат

Тарихы

СССР Министрҙар Советының 1948 йылдың 30 мартындағы ҡарары нигеҙендә Ағиҙелдең һул яҡ ярынан 7—8 саҡрымда ятҡан Оло Аллағыуат ауылы янында мазут эшкәртеп, бензин алыу өсөн, Германиянан ҡайтарылган ҡоролмалар нигеҙендә «18-се комбинат» (хәҙер Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе) төҙөлә башлай.

Производствола эшләүселәргә йәшәү өсөн административ яҡтан Ишембайға ҡараған махсус ҡасаба төҙөү күҙ уңында тотола. Был төҙөлөш эштәрен атҡарыу «Ишембайгазстрой» тресына йөкмәтелә. И. В. Сталин приказы буйынса төҙөлөшкә иркенән мәхрүм ителгән 25 мең тотҡон ебәрелә. Ҡалала бөгөн дә дүрт холоҡ төҙәтеү колонияһы бар.1948 йылдың июнь айында буласаҡ ҡаланың тәүге барагы ҡалҡып сыға, ә көҙөн поселоктың беренсе урамына нигеҙ һалына. Совет дәүләтенең Сталин ҡултамғаһы менән сығарылған мөһим ҡарарын тормошҡа ашырыусылар хөрмәтенә уға «Төҙөүселәр урамы» тигән исем ҡушыла.«18-се комбинат» менән бергә тиерлек тыуған ҡасаба йыл тирәһе исемһеҙ йөрөй. Тик 1949 йылдың 7 июнендә генә уға РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат исеме бирелә. Быға тиклем Ишембай ҡала Советына ҡараған Салауат поселогы 1954 йылдың 12 июнендә «республика әһәмиәтендәге ҡала» статусын ала.

Сәнәғәт

«Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе

Салауат — ҙур нефть химияһы үҙәге. Газпром Нефтехим Салауат акционерҙар йәмғиәте яғыулыҡ, полиэтилен, азот ашламалары һәм башҡа күп төрлө продукция етештерә. «Салауатстекло» акционерҙар йәмғиәте, оптика-механика заводы тормоштоң төрлө өлкәһендә ҡулланылған тауарҙар — тәҙрә быялалары, быяла сүс, быяла һауыт-һаба, гәлсәр, биноклдәр, медицина приборҙары эшләп сығара. Нефть эшкәртеү заводтары өсөн ҡорамалдарҙы «Салауатнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе, ә сәнәғәт предприятиелары һәм төҙөлөш комплекстары өсөн — «Салауатгидромаш» акционерҙар йәмғиәте етештерә. Авторемонт, тәжрибә-эксперимент, тимер-бетон һәм минераль мамыҡ етештереү заводтары эшләй.Еңел сәнәғәт тауарҙарын «Содис» тегеү фирмаһы, һунар ҡорамалдары һәм трикотаж әйберҙәр фабрикалары сығара.

«Салауатводоканал» предприятиеһы ҡала халҡын һыу менән тәьмин итә.

Мәғариф һәм мәҙәниәт

Крайҙы өйрәнеү музейы

Ҡалала «Салауатгипронефтехим», Нефть машиналары эшләү институттары бүлеге, Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы, индустриаль һәм педагогик колледждар, медицина һәм музыка училищелары, бер юғары һәм биш урта профессиональ училище, 25 дөйөм биреү мәктәбе бар.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры эшләй.

Урыҫ телендә «Выбор», башҡорт телендә «Салауат» гәзиттәре сыға.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар150760713927936847,4%52,6%
2002 йыл 9 октябрь158600764698213148,2%51,8%
2010 йыл 14 октябрь156095731468294946,9%53,1%

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

  • Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (12.05.1929—21.03.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм өс саҡырылыш Салауат ҡала Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983).

  • Арсланов Әхнәф Гәрәй улы (5.08.1922—1.08.2003), партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре, 1983—1998 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат филиалы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, ҡаланың почётлы гражданы (1998)[1].
  • Каширина Анжелика (24.01.1986), Рәсәй театр һәм кино актёры[2].
  • Розенцвет Виктор Александрович (1.05.1954), ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (2009). 1982—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тәжрибә—сәнәғәт нефтехимия заводының лаборатория начальнигы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984)[3].
  • Цадкин Михаил Авраамович (18.02.1959), ғалим—химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2006)[4].

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары